Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
31 Июль 2025, 15:00

Штурмлаусы "Амай" Ватан һағында

«Амай» позывнойлы яҡташыбыҙ махсус хәрби операция башланғанда сит илдә тәртип булдырыусы ғәскәрҙәр сафында хеҙмәт иткән була. Илгә ҡурҡыныс янағандың беренсе көндәренән Ватан һағына баҫа. Яугир штурмлаусылар төркөмөндә хеҙмәт итә. Дошманға ҡаршы барыу иң беренсе булып штурмлаусылар иңенә төшә.

«Амай» 1996 йылда Ишҡол ауылында тыуған. 2003 йылда Ишҡол урта мәктәбенең беренсе класына барған. Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнә, саңғы, көрәш ярыштарында ҡатнашып, уңыштарға өлгәшә. 2012 йылда Өфө дәүләт радио-электрон колледжында янғын хәүефһеҙлеге белгесе һөнәрен ала. 2014 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Силәбе ҡалаһында хәрби әҙерлек үткәс, Ырымбур өлкәһенә автомобиль ғәскәрҙәренә ебәрәләр. 2016 - 2019 йылдарҙа Рәсәй эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге «Булат» исемен йөрөткән 29-сы отрядында контракт буйынса хеҙмәт итә. Ошонда хеҙмәт итеп йөрөгән яҡташыбыҙҙы Чечен Республикаһына хеҙмәткә ебәрәләр. Контракт ваҡыты тулғас, Магнитогорск металлургия комбинатында, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй.
2021 йылда тағы ла Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Африка иленә хеҙмәткә китә. Махсус хәрби операция башланыу менән «Амай» үҙебеҙҙең ил һағына баҫа. Лисичанск, Северодонецк, Попасная, Соледар ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Иң оҙайлы махсус хәрби операция — 224 көн дауамында Артёмовск ҡалаһын тулыһынса азат итеү өсөн барған ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша. Һалдаттар телендә «Бахмут ит турағысы» тип йөрөтөлгән бәрелештән иҫән сыға батыр. Ҡурҡыу белмәҫ  яугирҙең күрһәткән ҡаһарманлығы өс тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнгән, уның күкрәген «ЛНР территорияһындағы хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Артёмовск ҡалаһын азат иткән өсөн», «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн»  миҙалдары биҙәй. «Амай» әлеге ваҡытта Курск, Белгород өлкәләрен һаҡлай. Тыуған илдең ысын патриотын, тоғро улын үҫтергән батырҙың әсәһе Гөлйөҙөм Азамат ҡыҙына һәм атаһы Даян Маҙали улына ысын йөрәктән рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.
Илһам ғаиләлә өсөнсө бала. Бәләкәйҙән алсаҡ, асыҡ күңелле булған егетте иптәштәре ярата. Ул күҙ йомоп алға ынтылыусан, гел маҡсатына ирешеп, еңеп сығыусан, тормошонда төрлө ҡырҡа үҙгәрештәр яһарға яратҡан егет. Ошондай ауан, батыр егеттәребеҙ илебеҙ таянысы, киләсәгебеҙ өмөтлө. Яҡташыбыҙға именлек-һаулыҡ, тиҙерәк тыуған яҡтарға еңеү менән ҡайтыуын теләйем.

Г. ШАКИРОВА.

Читайте нас