Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
5 Сентябрь 2025, 10:07

Хәрби булыу - оло ғорурлыҡ

Махсус хәрби операция иғлан ителгәс, күп ир-егеттәребеҙ Ватан һағына баҫты. Илнур Хөснитдинов та үҙ теләге менән МХО зонаһына киткән яугир

Әбйәлил районындағы иң төпкөл ауылдарҙың береһе Аһылай иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Уны Өскүл тип тә йөрөтәләр. Илнур ошо ауылда тыуып-үҫеп, урындағы мәктәпте тамамлай. Бала саҡтан спортты үҙ итә, айырыуса гер күтәреүҙә уңыштары күп. Силәбе ҡалаһында политехник колледжда монтажсы һөнәрен үҙләштерә, диплом алғандан һуң, Тыуған ил алдында хәрби бурысын үтәй. Тажиҡстанда контаркт буйынса хеҙмәт итә. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, Магнитогорск ҡалаһында төрлө предприятиеларҙа эшләй. 
Махсус хәрби операция башланыу менән хәрби булып өйрәнгән яугир күңеленә тынғы тапмай.  Етди ҡарарға килеп, «Алабай» позывнойлы  яҡташыбыҙ 2024 йылда Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контракт төҙөп тағы ла хәрбиҙәр рәтенә баҫа. Үҙәк хәрби округының 2-се гвардия дөйөм ғәскәр армияһының 30-сы гвардия айырым мотоуҡсылар бригадаһына бүлек командиры итеп тәғәйенләнә. Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ һәр саҡ алғы һыҙыҡта. Ғинуар айында заданиеға сыҡҡас, дрондар һөжүм иткәндә ҡаты яралана, контузия ала. Ул бар хәлен йыйып, шыуышып, үҙебеҙҙекеләргә барып етә. Донецкийҙан Дондағы Ростов ҡалаһына ебәрәләр. Унан артабан Һарытау ҡалаһына госпиталгә оҙаталар. Дауаханала яугирҙең ике аяғының да табандарын яртышар ҡырҡалар. Ете ай госпиталдә ята, яңыраҡ тыуған яҡтарға отпускаға ҡайта. 
«Алабай», махсус хәрби операциянан ҡайтҡан башҡа егеттәр кеүек үк, унда булған ваҡиғалар тураһында һөйләргә яратмай. Ҡыҫҡаһы, ысын ир-егеттәрсә. Әммә уның һүҙҙәренән хәрби булыу — һәр ир-егеттең ғорурлығы икәнен аңларға була. Илнурға МХО яугире булараҡ, хөкүмәт булдырған ярҙам саралары сиктәрендә  шифаханаларға дауаланырға һәм реабилитация үтергә тәҡдим иткәндәр. 
 Яугир ғаиләһе менән Асҡар ауылында йәшәй. Ҡатыны Дилара Ишбирҙе ҡыҙы Юлдаш ауылына йөрөп, балаларға белем бирә, ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Улдары Илнар район үҙәгендәге «Тирмәкәй» балалар баҡсаһына йөрөй.
Әйткәндәй, «Салауат» ЯСЙ-һы күп балалы ғаиләләргә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға уларҙың ғаиләләренә киләһе ярты йыллыҡҡа район гәзитен яҙҙырҙы, исемлектә Хөснитдиновтар ҙа бар.
Махсус хәрби операция ла ҡатнашҡан һәр яугир ҙур баһаға лайыҡ, улар тураһында бик күп йылы һүҙҙәр яҙырға була. Халыҡ тыныслыҡта йәшәһен өсөн ир-егеттәребеҙ йәнен аямай илебеҙ һағында тора. Беҙҙе һаҡлап, яҡлап торған бөтә яугирҙәребеҙгә тыуған яҡтарға иҫән-имен һәм еңеү менән ҡайтырға насип булһын!

Гөлсинә СОЛТАНОВА.

Читайте нас