Роза 1986 йылдың июлендә Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән Ғәлимә Мөхөтдин ҡыҙы һәм Әҡсән Хәсән улы Ғайсиндарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. 1992 йылда ата-әсәһе тыуған төйәктәре — Айыуһаҙыға күсеп ҡайталар. Роза ошо ауылдың башланғыс мәктәбен бөтә. 1996-2001 йылдарҙа Ташбулат урта мәктәбендә уҡый. Артабан Белорет лицей-интернатында урта белем алғас, Белорет медицина колледжына уҡырға инә.
Ҡулына диплом алған йәш белгес, Магнитогорск ҡалаһының 2-се дауаханаһының реанимация бүлегендә хеҙмәт юлын башлай. Бер аҙҙан Роза Әҡсән ҡыҙы Себер тарафтарына китә һәм Сорғот ҡалаһында травматология дауаханаһының реанимация бүлегендә хеҙмәт юлын дауам итә. Әсәһе ауырып китеү сәбәпле, тыуған яҡҡа кире ҡайта һәм Магнитогорскиҙың онкология дауаханаһының хирургия бүлегенә эшкә урынлаша.
Бала саҡтан әрме сафтарында хеҙмәт итергә хыяллана Роза. Ике тапҡыр ынтылып та, килеп сыҡмай. Ә махсус хәрби операция башланғас, ике бала әсәһе Роза: «Мин яугирҙәргә ярҙам итергә тейеш» тигән ныҡлы ҡарарға килә һәм 2023 йылдың ноябрь айында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм махсус хәрби операция зонаһына юллана.
Батыр йөрәкле яҡташыбыҙ — санинструктор Роза Алтынбаева «Участник СВО», «За помощь в бою» миҙалдары менән бүләкләнгән. Краков тактик йүнәлешендәге 150-се мотоуҡсылар дивизияһы командиры Р. Макушкиндан рәхмәт хаты, хеҙмәт бурыстарын намыҫлы үтәгәне, махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә юғары күрһәткестәре өсөн 8-се гвардия дөйөм ғәскәр армияһы командующийы гвардия генерал-лейтенанты О. Митяев һәм 150-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһы командиры гвардия генерал майоры В. Терехиндың грамоталары менән бүләкләнгән.
Әлеге ваҡытта 163-сө танк полкы ефрейторы Роза Әҡсән ҡыҙы Алтынбаева медицина ротаһының санитар инструкторы булып хәрби хеҙмәтен дауам итә.
— Беренсе тапҡыр Донецк ҡалаһына килгәндә бында электр уты, һыу юҡ ине. Беҙ яугирҙәр оҙатыуында тауыш-тынһыҙ, шым ғына килеп индек ҡалаға. Хәҙер свет бар, ул һирәк һүнә, тик һыу эсеүгә яраҡһыҙ. Биш литрлыҡ һауыттарҙа өс көнгә бер һыу алып киләләр. Һирәкләп һатып алырға ла тура килә. Шул һыуҙы йыуынырға ла, эсергә лә тотонабыҙ. Ауырлыҡтарға бирешмәйбеҙ, — ти Роза. — Дауаханаларҙың реанимация, хирургия бүлексәләрендә эшләп, тәжрибә туплаған кеше булараҡ, башҡаларҙы тәндән ярсыҡтарҙы алыу, яраны тегеү ысулдарына өйрәтергә тура килә. Яранан тыш: теш, йә тән шешеү ауырыуҙары менән дә киләләр, шештәрҙе ярыуҙа, яраларҙы тегеүҙә, гипс һалыуҙа ла тәжрибәм ярҙам итә. Үҙем табиптарҙан дауалау серҙәренә төшөнәм.
Р. Ә. Алтынбаева госпиталдә ПМГ-22 тип аталған, йәғни күсмә медицина төркөмөндә хеҙмәт итә.
— Төрлө хәлдәр була, тик беҙ бирешмәйбеҙ. Бында ҙур татыу ғаилә һымаҡ йәшәйбеҙ. Бер-беребеҙгә иғтибарлы, ярҙамсылбыҙ, бөтәбеҙ ҙә еңеү өсөн тырышабыҙ, ауырлыҡтарҙы бергә күтәрәбеҙ. ПМГ-22 составында төрлө подразделениеларға: мотоуҡсылар, артиллерия, штурмлаусыларға ваҡытында ярҙам итергә тырышабыҙ. Алғы һыҙыҡтан яугирҙәр ярҙам һорап алдан хәбәр итәләр. Медикаменттар, гуманитар ярҙам менән килгән кәрәк-яраҡтарҙы, аҙыҡ-түлекте әҙерләп ебәреп торабыҙ. Госпиталдә мин башҡорттарҙан бер үҙем, ә полкта бар Башҡортостан егеттәре. Үҙебеҙҙекеләр менән башҡортса аралашып алһам, күңел күтәрелеп китә. Алғы һыҙыҡтан егеттәрҙең: «Ярҙам итеп ебәр әле!» — тигән үтенестәрен теүәл үтәп барам. Урындағы халыҡ менән дә аралашабыҙ, уларға ла ярҙам итәбеҙ, — ти ул.
Белоретта 10-11-се кластарҙа уҡығанында, унда халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институты эшләй. Роза юрист булырға теләп, хоҡуҡ йүнәлешендә белем ала.
— Тик әсәйемдең һүҙен йыҡманым, ул миңә ҡәтғи рәүештә медицина хеҙмәткәре буласаҡһың, тине. Эшемде яратам, кешеләрҙең тән яраларын ғына дауалап ҡалмайым, күңел йылым менән уртаҡлашам, кешегә ярҙам итеүҙән кинәнес алам. Шуға ла дуҫтарым да күп, туғандарым менән дә даими бәйләнештәмен. Ваҡыт булғанда, төрлө өлкәлә белемемде камиллаштырырға ынтылам. Кеше организмын да өйрәнәм, машиналарҙы һүтеп ҡарарға ла «ҡуй» тимәйем ул, — тип көлөп ҡуйҙы телефон аша аралашҡанда мөләйем тауышлы санинструктор.
Мәктәп йылдарында Роза КВН уйындарында, башҡа төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, бейеү түңәрәгенә йөрөй. Спортҡа айырыуса әүәҫ була: волейбол, баскетбол, футбол, йүгереү ярыштарынан ҡалмай. Әле лә, тура килгәндә, ял ваҡыттарында спорт уйындарында ихлас ҡатнаша. Донецкиҙа физкультура әҙерлеген, тыныс тормоштағы ГТО нормативтарына тиңләшкән һынауҙарҙы уңышлы үтәй. Күптән түгел Дондағы Ростов ҡалаһында, һыҙыҡ аша сығып, йөҙөү ярышында тәүге тапҡыр ҡатнашыуына ҡарамаҫтан 3-сө урын алған.
Медиктар даими рәүештә полигонға учениеға сығалар. Санинструкторҙар ҙа атырға, автоматты таҙартырға, һүтеп-йыйырға белергә тейеш бит. Бында ла ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәй ефрейтор.
— Роза уҡығанда ла шәп, батыр ҡыҙ булды. Балаларын да бәләкәйҙән үҙаллы, тырыш, тәртипле итеп үҫтерә. Розаның ҡыйыулығы һоҡланырлыҡ, ныҡлы характерына таянып, көслө рухлы булырға ынтылышы маҡтауға лайыҡ. Шәп ҡыҙ инде ул Роза, — тип маҡтау һүҙҙәрен әйтте Розаның тәүге уҡытыусыһы Хәмиҙә апай Хөснөтдинова.
Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың балалары әсәһе менән ғорурлана һәм тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын көтә.
Ватаныбыҙҙың данлы ҡыҙы, халҡыбыҙҙың ғорурлығы ул ябай ауыл ҡыҙы Роза Алтынбаева.
МХО зонаһында хәрби хеҙмәт үтеү өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә түбәндәге адрес буйынса Әбйәлил район хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итергә була: Асҡар ауылы, Совет урамы, 27. Белешмәләр өсөн тел: 8(34772) 2-12-86, 2-12-95.