Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
19 Сентябрь 2025, 10:18

Ветерандар тураһында хәстәрлек

Башҡортостанда Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы үҙ эшен башланы. Йәмәғәт ойошмаһының Өфөлә үткән ултырышында республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Ветерандар тураһында хәстәрлек
Ветерандар тураһында хәстәрлек

Республика етәксеһе үҙенең сығышында хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ветерандарҙы берләштереү, шулай уҡ уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн ошондай ойошманың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән кәңәшләштек. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ветерандарҙы берләштергән, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаған йәмәғәт ойошмаһын булдырырға кәрәклеген аңланыҡ, — тине Башҡортостан Башлығы. — Республиканың идара итеү командаһы ассоциацияға ҙур иғтибар бүлә һәм уның эшләй алырлыҡ компетентлы, көслө партнер булыуы беҙҙең өсөн мөһим.
Ассоциация алдында торған бурыстар иҫәбендә төбәк етәксеһе һәләк булғандарҙың хәтерен мәңгеләштереүҙе, инвалидтар хаҡында хәстәрлек күреүҙе, хәрбиҙәрҙе тыныс тормошҡа яраҡлаштырыуҙы һәм уларҙы эшкә урынлаштырыуҙы, шулай уҡ йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙе атаны.
— Йәштәр өсөн һеҙ — Башҡортостанды яратҡан һәм уның менән ғорурланған ысын ир-егет, илһөйәр булырға тейешлегегеҙҙең тере миҫалы. Беҙ һеҙгә ошо мөһим эш менән шөғөлләнеүегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ, — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов билдәләүенсә, ойошма үҙ эшен МХО-нан тыуған яҡтарға ҡайтҡан яугирҙәрҙе республиканың йәмәғәт тормошона йәлеп итергә, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтә.
— Ойошманың эшмәкәрлеге күп яҡлы һәм кешеләргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Беҙ республика власы орган-дарының тулы хоҡуҡлы партнерҙары. Беҙгә яңы кеше килгәс, ул таныҡлыҡ ҡына алмай — ул ҙур ғаилә таба. Бөгөн беҙҙең берләшмәлә бер меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр бар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Оскар Ситдиҡов. — Беҙҙең маҡсат — һәр муниципалитетта берҙәм ярҙам үҙәге булдырыу, шулай итеп, һәр ветеран йәки уның ғаилә ағзаһы бер урынға килеп, бөтә кәрәкле әхлаҡи, юридик, психологик ярҙам, шулай уҡ эшкә урынлашыуҙа ярҙам ала ала. Был офис ҡына түгел, ә аралашыу, реабилитация, уҡыу, йәмғиәт менән бәйләнеш тергеҙелгән урын буласаҡ.
Бынан тыш, ассоциацияла башҡарма директорҙың эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса урынбаҫарҙары вазифаһы индерелә. Был эште системалы алып барыуға булышлыҡ итәсәк һәм һәр эш йүнәлеше өсөн шәхси яуаплылыҡ булдырасаҡ.
Республиканың вице-премьеры-спорт министры Руслан Хәбибов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы ведомство-ара комиссияһының МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса эше тураһында һөйләне. Комиссия составына төбәк Хөкүмәте, бөтә профилле ведом-стволар һәм төп йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инә. 2023 йылдың апреленән комиссияның 34, шуның алтауһы күсмә, ултырышы үткән. Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса 217 йөкләмә алынған, шуларҙың 173-ө үтәлгән. Бынан тыш, комиссия ҡарарҙарын иҫәпкә алып, республика ярҙам саралары исемлеге 37-нән 54-кә тиклем арттырылған.
Вице-премьер шулай уҡ 2,4 меңдән ашыу яугирҙең хәрби хеҙмәттән республикаға ҡайтыуҙары хаҡында хәбәр итте. Уларҙың мең ярым самаһы шифахана-курорт дауалауын алған. Ҡайтҡан яугирҙәрҙең яртыһынан күберәге эшкә урынлаштырылған. 1 228 кеше хәрби хәрәкәттәр эҙемтәләрен еңеп сығыу өсөн психологик һәм психотерапевтик ярҙам алған. — Өйҙәренә ҡайтҡан бөтә яугирҙәр ҙә шәхси иҫәпкә алынған. Һәр береһенә яуаплы кеше беркетелгән. Ветерандар менән эш адреслы һәм теүәл алып барыла, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Руслан Хәбибов. — Уларға тейешле медицина, психологик, социаль һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү комплекслы ойошторолоуы мөһим.
Фекер алышыуға йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы Башҡортостанда МХО ветерандары ассоциацияһы вәкилдәренең район һәм ҡала етәкселеге менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен ойоштороу мәсьәләһен өйрәнергә тәҡдим итте.
— Эшмәкәрлегегеҙ һөҙөмтәле булһын өсөн власть органдары менән бергә һәм берҙәм эшләргә кәрәк. Һеҙҙе муниципаль идара итеү командаһына нисек берләштерергә мөмкинлеген уйларға кәрәк. Муниципалитет башлыҡтары менән тура бәйләнештә булыуығыҙ мөһим. Был бөтә мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирәсәк, – тип аңлатма бирҙе Радий Хәбиров.
Шулай уҡ төбәк етәксеһе 2025 йылдың 1 октябренә тиклем генерал Шайморатов миҙалы һәм ордены менән бүләкләү тураһында юллама биреү өсөн берҙәм регламент әҙерләргә ҡушты.
Артабан сара «Һорау-яуап» форматында дауам итте. Атап әйткәндә, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлашыу, төбәктә адаптив спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу, Өфөнөң медицина учреждениеларында протезлауға федераль сертификатты файҙаланыу, республика колледждарында бюджет урындарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары килеүе темалары ҡыҙыҡһындырҙы.
Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Башҡортостандағы МХО ветерандары ассоциацияһы ағзаларына дәүләт наградаларын тапшырҙы һәм уңыштар теләне.
— Беҙ һеҙҙең ойошмаға етди ҡарайбыҙ һәм эшегеҙҙең уңышлы булыуын теләйбеҙ, — тине Башҡортостан Башлығы. — Махсус хәрби операция ветерандары менән муниципалитет хакимиәттәре, «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә. Әммә улар менән хәлде яҡшы белгән кешеләрҙең эшләүе мөһим. Барығыҙға ла ярҙам итәсәкбеҙ.
«Бындай форматта был республика ҡалалары һәм райондары ассоциацияларының бөтә етәкселәре йыйылған беренсе кәңәшмә булды. Радий Хәбировтың ассоциацияға ҙур иғтибар бүлеүе ҡыуаныслы. Ойошмабыҙ алдына мөһим бурыстар ҡуйылды: һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, инвалид ветерандар хаҡында хәстәрлек күреү, хәрби хеҙмәткәрҙәргә тыныс тормошҡа һәм эшкә урынлашыуға яраҡлашырға ярҙам итеү, шулай уҡ йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә иғтибар бүлеү. Беҙҙә был тәңгәлдә эш уңышлы алып барыла тип әйтергә мөмкин: махсус хәрби опера-цияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәге уңышлы эшләй, уның белгестәре проблемаларҙы адреслы хәл итеүҙә теүәл эш итә.
Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев та МХО ветерандары менән йыш осраша, уларҙы борсоған проблемаларҙы хәл итеүгә етди ҡарай», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ултырыш эшендә ҡатнашҡан район хакимиәте башлығының МХО буйынса советнигы Азамат Амангилдин.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас