Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙар бик күп. Үткән аҙнала «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе урынбаҫары Ирек Зарипов етәкселегендәге махсус комиссия эш сәфәре менән Урал аръяғы райондарында булды. МХО-ла ғәрипләнгән биш яугирҙең йәшәү шарттарын ҡараны һәм торлаҡтарын физик мөмкинлектәренә ярашлы итеп ҡулайлаштырыу буйынса акт төҙөнө. Шулар иҫәбендә яуҙа уң ҡулын юғалтҡан Ташбулат ауылынан 31 йәшлек Данил Хужин менән дә осрашып, ул йәшәгән йортҡа «Аҡыллы йорт» системаһын ҡуйыу һәм яугиргә махсус адаптив кейемдәр тектереү буйынса үлсәмдәр алды.
— Инвалидлыҡ алған МХО ветерандарына йәшәү мөхитен яраҡлаштырыу буйынса программала ҡатнашыусыларҙың һәр береһе менән шәхсән осрашабыҙ, йәшәү шарттары менән танышып, уларҙы мөмкин тиклем уңайлаштырыу юлдарын ҡарайбыҙ. Был айҙа Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 35 хәрби хәрәкәттәр ветераны менән күрешергә иҫәп тотабыҙ. Данил Хужин — торлаҡты адаптациялау буйынса реабилитация саралары менән тәьмин ителәсәк 155-се яугир, — тине Ирек Айрат улы.
Ирек Зариповты билдәле Рәсәй саңғысыһы һәм биатлонсыһы, 2010 йылда Ванкуверҙа уҙған Паралимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы итеп беләбеҙ. Ул Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры ла. Стәрлетамаҡ егете 17 йәшендә бәхетһеҙ осраҡҡа тарый: мотоциклда ауыр йөк машинаһы аҫтына инеп китеп ике аяғын да юғалта. Бына шул яҙмыш һынауы алдында бөгөлөп төшмәгән, тырышлығы менән билдәлелек яулаған көслө ихтыярлы кешенең «Ватанды һаҡлаусылар» фондының инвалидтар менән эшләү секторын етәкләүе осраҡлы түгел.
— Махсус хәрби операциянан ғәрипләнеп ҡайтҡан егеттәр менән шәхсән үҙем осрашам. Күптәре өмөтһөҙлөккә бирелгән. Уларҙың инвалид коляскаһына бәйле булыуҙы тормош бөттө тип уйлауҙары хаталы фекер! «Бына мин һинең ҡаршыңда тере миҫал булып 25 йыл коляскала ултырам. Мөмкинлектәрем сикле тип үҙ-үҙемде сикләмәнем: донъя күрҙем, ярыштарҙа еңдем, Олимпта булдым», — тип үҙ тормошомдо һөйләйем. Хоҙай икенсегә ғүмер бүләк иткән икән, уның шатлыҡ-ҡыуаныстарын тойоп йәшәргә кәрәк, — ти ул.
Эксперттар комиссияһы Данил Хужиндың шәхси биләмәһендә ҡапҡанан башлап йорт эсендәге бөтә бүлмәләргә тиклем тикшереү үткәрҙе. Комиссия эшендә өс структура — «Ватанды һаҡлаусылар» фонды, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең республика ойошмаһы һәм район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. Үлсәмдәрҙе әйҙәүсе эксперт, республика инвалидтар ойошмаһынан Сергей Кожихов башҡарҙы. «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторы, Данил һымаҡ МХО-нан ҡулһыҙ ҡайтҡан яугир-ветеран Артем Мөхәрләмов «ОртоМода» компанияһы тәҡдим иткән адаптив өҫ кейемдәрен презентацияланы. Улар төрлө миҙгелдәргә ярашлы протез өҫтөнән кейеүгә уңайлы итеп тегелгән. Данил каталогтан ҡарап үҙенә оҡшаған кейемдәргә заказ эшләне.
Торлаҡты адаптациялау программаһы буйынса биреләсәк робот-саңһурҙырғыс, йыйыштырыу өсөн щетка, һанлы термометр, дарыуҙар өсөн уңайлы таблетница, аш-һыу бүлмәһенә өҫтәл-ултырғыстар, махсус һауыт-һаба һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр Д. Хужиндың көнкүрешен бермә-бер еңелләштерәсәк. Яңғыҙ йәшәгән мөмкинлектәре сикле кеше өсөн былар бик мөһим. Хәрби хәрәкәттәр ветеранының йорто тулыһынса «Аҡыллы йорт» системаһы буйынса йыһазландыраласаҡ. Бының өсөн ул, тәү сиратта, махсус ҡушымтаһы булған смартфон йәки планшет (һайлау буйынса), һөйләшеүсе «Алиса» колонкаһы менән тәьмин ителәсәк. Тәҙрәне асып-ябыу, ҡорғандарҙы тартып ҡуйыу йәки асыу, электр утын ҡабыҙып-һүндереү, саңһурҙырғысты эшкә ҡушыу бер төймәгә баҫыу юлы менән еңел генә башҡарыласаҡ. Аҡыллы системаға төтөнгә, газгә һәм һыуға тәьҫир итеүсе датчиктар тоташтырыласаҡ, авария була ҡалһа, йорт хужаһына хәбәр киләсәк. Был ил һаҡсыһын тыныс тормошта төрлө көнкүреш хәүеф-хәтәрҙәренән ҡурсалау өсөн эшләнә. Данил шулай уҡ компьютер-интернеты булған эш өҫтәле менән дә тәьмин ителәсәк. Әйткәндәй, өҫтәл һәм креслоның бейеклеген электрорегулятор ярҙамында кәрәгенсә көйләп тә буласаҡ.
Бөтә йыһаздар, аҡыллы система биш йыл ҡулланғандан һуң алмаштырыласаҡ. Махсус кейемдәрҙе иһә йыл һайын яңыртып тороу ҡарала. Эксперттар советы төҙөгән акт нигеҙендә 3-6 ай эсендә әйтелгән уңайлыҡтар Данил Хужиндың йортонда булдырыласаҡ.
Утты-һыуҙы кискән, ир уртаһына еткән кеше булһа ла, әсәһе Рәмзиә Ғүмәр ҡыҙы улы өсөн һәр ваҡыт борсола. Яңғыҙ бөртөк балаһының МХО-нан тәләфләнеп ҡайтыуына эсе бошһа ла, иҫән ҡалыуына мең шөкөрҙәр ҡыла.
«Данил үҙаллы йәшәй. Ныҡ тәмле итеп ашарға бешерә, кулинар һәләттәре көслө. Ярҙам итәм тип ҡыҫтырылғанды бигүк яратмай. Шуға күрә хөкүмәт кимәлендә иғтибар йүнәлтелеүенә, улымдың тормош-көнкүреше уға яраҡлы итеп ҡулайлаштырылыуына бик шатмын», — тине ул ҡыуанып һәм программала ҡатнашыу өсөн документтар пакетын туплап ебәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән социаль координатор Гөлназ Вәлиеваға рәхмәт белдерҙе.