Бөгөнгө һыналыш заманда, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ил һағына баҫҡан йәш егеттәр өсөн берсә борсолоп та, берсә ғорурланып та ҡуяһың. Ә шулай ҙа күңелдәре ҡушыуы буйынса, шул юлды һайлағандар икән, уларҙың тик иҫән-имен йөрөүен генә теләргә ҡала. Бөгөн Салауат Азамат улы отпуск ялында, йәнтөйәгендә туғандары менән бергә.
2002 йылда Асҡар ауылында, күп балалы ғаиләлә, донъяға килгән Салауат Асҡар мәктәбенең 9 класын тамамлай. Мәктәп йылдарында теүәл фәндәрҙе, бигерәк тә физика, математика, информатиканы ныҡлап үҙләштерә, программист булырға хыяллана. Уҡыусы сағынан гитара ҡылдарын сиртергә өйрәнә, хоккей секцияһына йөрөй, физик яҡтан көслө булыр өсөн үҙ аллы спорт менән шөғөлләнә. Артабан Носов исемендәге Магнитогорск ҡалаһының күп профилле колледжында техник-механик һөнәрен үҙләштерә.
Магнитогорск металлургия комбинатында монтажник булып бер йыл эшләгәс, 2022 йылдың көҙөндә әрмегә алына. Санкт-Петербург ҡалаһында 4 ай хәрби уҡыуҙар үткәндән һуң, Калининград ҡалаһында яр буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Шул уҡ йылдың декабрь айында контракт хеҙмәтенә ҡул ҡуя. «Малой» позывнойлы егетебеҙ Балтик хәрби-диңгеҙ флотының мотоуҡсылар полкына эләгә.
Контрак төҙөүеңә, ундай ҡарарыңды яҡындарың нисек ҡабул итте тигән һорауыма ла, яугир егет былай тип яуап бирҙе: «Әсәй кеше балаһы өсөн ғүмер буйы өҙгөләнә, ул ауыр кисерҙе. Ҡатын-ҡыҙ күбеһенсә күҙ йәштәре аша үҙенең хис-тойғоһон белдерә бит. Уны ла аңлайым, әммә ваҡыт үтеү менән әсәйем минең һайлаған яҙмышыма күнде».
Балалыҡтан сығып та бөтмәгән егет өсөн тәүге мәлдәрҙә үлем менән күҙгә-күҙ осрашыу ауыр була. Әле генә сәй артында бергә һөйләшеп-көлөшөп ултырған иптәштәреңдең үлемен ишетеү йәиһә уларҙың кәүҙәләрен алғы һыҙыҡтан үҙ ҡулдарың менән алып сығыу Салауаттың ныҡлығын һынай ғына.
— Яуҙа нимә генә күрмәйһең дә, нимә генә ишетмәйһең. Айҙан ашыу яҡындарым менән бәйләнешкә сыға алмай ятҡан мәлдәрем булды. Һинән бер нисә аҙым ғына алыҫта снаряд шартлауын күреү йәки дрондан ҡасып ҡотолоуҙар — барыһын да күрәһең һәм һығымталар яһайһың. Һуғыш ваҡытында үҙ-үҙеңә генә ышанырға кәрәк, тигән фекер йәшәй. Бының менән килешеп етмәйем, сөнки тыныс ерҙә лә «яр аҫтынан яу ҡалҡыуы мөмкин». Үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡандан һуң, тормош ҡиммәттәрен нығыраҡ аңлай башланым. Шуны ла әйткем килә: мин аҡса эшләйем, тигән маҡсат ҡуйманым. Алғы һыҙыҡта йөрөгәндә гуманитар ярҙам йәки хөкүмәт тейеш тип көтөп ятманыҡ. Егеттәр менән аҡса йыйып, мөмкинлек булғанда кәрәк-яраҡҡа тотонабыҙ, — ти ул.
Бөгөн яҡташыбыҙ Донецк Халыҡ Республикаһының Константиновка йүнәлешендә хеҙмәт итә. «Тегендә» сағында бер тапҡыр гуманитар ярҙам алып өлгөргән.
— Туғандар, ғаилә менән ҡыҫҡа ғына ваҡыт бергә булһаҡ та аралашыу көс бирә, еңеүгә ышаныс өҫтәй. Хәрби тормошто һайларға теләүселәргә шундай кәңәшем бар: айыҡ аҡыл менән эш итегеҙ, йөрәгегеҙҙе тыңлағыҙ. Физик яҡтан да, эмоциональ яҡтан да ныҡ булыуҙы талап итә һуғыш, — тип тамамланы әңгәмәне Салауат Азамат улы.
МХО зонаһында хәрби хеҙмәт үтеү өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә түбәндәге адрес буйынса Әбйәлил район хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итергә була: Асҡар ауылы, Совет урамы, 27. Белешмәләр өсөн тел: 8(34772) 2-12-86, 2-12-95.