Хәлил ауылынан Һәҙиә Фәтхетдин ҡыҙы һәм Иршат Мәүлит улы Хажиндарҙың ғаиләһендә өс ул тәрбиәләнә. Ғаиләне яҙмыш иртә һынай башлай. Инде уландар ҡул араһына инеп, эшкинеп килгән мәлдә ғаилә башлығы баҡыйлыҡҡа күсә. Һәҙиә Фәтхетдин ҡыҙы малайҙарын яңғыҙы уҡытып, аяҡҡа баҫтыра. Үҙе йәш саҡта үҙләштергән һөнәренә тоғро ҡалып, Хәлил урта мәктәбендә хеҙмәт итә. Ил улдар тәрбиәләгән ғаиләләр алдына хәрби бурыс үтәү тигән бурыс ҡуйғас, ни эшләһен әсәй йөрәге? Бер-бер артлы аяҡҡа баҫҡан, күҙ ҡараһылай итеп тәрбиәләгән малайҙарын әрмегә оҙата башлай. Оло улы Илфат хеҙмәт бурысын үтәп ҡайтыуға, уртансы малайы Әлфирҙең дә әрме сафына йәше етә. Ул Грузия-Абхазия сигенә ҡыҙыу нөктәгә эләгә. Беҙ зәңгәр экрандарҙан иҫебеҙ китеп ҡараған «9-сы рота» фильмындағы 345-се хәрби-һауа десант полкында намыҫлы хеҙмәт итеп ҡайта. Әммә әсә йөрәгенә тағы ут өҫтәп, иң кесе малайы Илдар ҙа сик һаҡсыһы булараҡ ҡыҙыу нөктәгә — Аланияға эләгә. Һалдаттың ҡайтыуына һанаулы көндәр ҡалғанда, 2004 йылда, ҡыҙыу нөктәлә батырҙарса һәләк була. Унан алда командиры менән бергә һәләк булған хеҙмәттәшен, Сиҙәм ауылынан яҡташын алып ҡайтып ерләп, туғандарын һуңғы тапҡыр күреп китә, ләкин дошман утынан бик иртә баҡыйлыҡҡа күсә. Хәрби часть командирына ла был ҡайғыны кисереү ауырға тура килә. Үҙе Әбйәлилгә ике тапҡыр һалдаттарын табутта алып килеп яҡындарына тапшырғандан һуң, частҡа кире юлланғанда уның да йөрәге тибеүҙән туҡтай. Өс яугир яҙмышы тураһында Сиҙәм урта мәктәбе уҡытыусыһы Салауат Рәжәповтың китабы донъя күргән. Аланияла батырҙарса һәләк булған Илдар Хажин иҫтәлегенә Хәлил ауыл Советы бинаһында таҡтаташ булдырылған, үлгәндән һуң, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланған. Миҙал яугир әсәһенә тапшырылған.
«Тыныс тормошта йәшәр өсөн...»
Уртансы малай — Әлфир армиянан алда водитель һөнәрен үҙләштерә. Грузия - Абхазия сигендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Магнитогорск металлургия комбинатында, маршрут автобустарында, ә һуңғы йылдарҙа 61-се янғын һүндереү бүлегендә янғын һүндереү машинаһында водитель булып эшләй. Өс малайға өлгөлө атай ул. Ҡыҙҙары ла эйәле-башлы булған, бөгөн улар тормош юлдашы Ләйсән Хәдит ҡыҙы менән ике ейәнсәргә олатай һәм өләсәй.
Әлфир Иршат улы ғаиләлә улдары менән тарих, сәйәсәт тураһында әңгәмәләшергә ярата. Һәр ваҡыт илдәге яңылыҡтарҙы күҙәтеп барыусан.
2022 йылда башланып киткән махсус хәрби операция уны битараф ҡалдырмай. Бигерәк тә йәш егеттәрҙең һәләк булыуы, күрше илдә ябай халыҡты, балалар, ололарҙы ла аямауҙары йөрәген әрнетә. Уның, десантсы булараҡ «Беҙҙән башҡа бер кем дә» тигән девизы МХО-ға барырға тигән ҡарар ҡабул итергә мәжбүр итә.
2022 йылдың июль айында үҙ теләге менән контракт төҙөй. Икенсе башҡорт батальонында (мотоуҡсылар батальоны) сержант дәрәжәһендә водитель булып хеҙмәт итә башлай. Дошман менән ҡыҙыу алыш булған ерҙәрҙә — Донецк, Луганск, Запорожьела хәрби бурысын үтәй.
МХО-ға барыу менән ҙур «Урал» машинаһына ултыра. Алғы һыҙыҡҡа ҡорал, аҙыҡ-түлек, һалдаттарҙы ташый.
— Ноябрь айында, Әлфиргә 45 йәш тулған көндө, таңға Херсонға алышҡа инәм тип шылтыратты. Унда ҡыҙыу алыш барғанын ишетеп белә инем. Кискә тиклем шылтыратыу көттөк. Һуң ғына «Беҙ сыҡтыҡ» тип видеонан шылтыратты. Әбйәлил егеттәре менән бергә ҡараңғы ғына амбарҙамы, усаҡ яҡтылығында баш-күҙҙәре, кейемдәре ҡап-ҡара булышып тыуған көн менән ҡотлашалар. Ҡурайсы егет (Инйәрҙеке ине, ул һәләк булды аҙаҡ) ҡурайҙа уйнай ине. Ул көндө Әлфир дрондар аҫтында иптәштәрен тейәп алып ҙур тиҙлек менән сыҡҡан. Командирҙары камеранан күҙәтеп ултырғанмы, һуңынан «Что за дурак этот башкир, машину не бросил, он что, выжил?» тип аптыраулы һорау биргән. Ул көндө беҙ уның тағы берҙе тыуған көнө булды тип иҫләйбеҙ. Батырлығы өсөн наградаға лайыҡ булды — Оборона министрлығының «Хәрби батырлыҡтары өсөн» миҙалы тапшырылды, — тип һөйләй яугир ҡатыны Ләйсән Хажина.
Әлфир Иршат улы хәрби тормошҡа тиҙ генә яраҡлаша.
Төнөн «Урал» машинаһында алғы һыҙыҡҡа дошман күрмәһен өсөн фарһыҙ оҫта инеп-сығып йөрөй, техниканы ла биш бармағы кеүек яҡшы белә. Һуңынан һуғышта күрһәткән башҡа батырлыҡтары өсөн Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге знак отличия, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге миҙал, Башҡортостан республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан бүләккә сәғәт алған.
— Был һуғыш физик яҡтан ғына тәьҫир итеп ҡалманы, донъяға ҡарашты ла үҙгәртте. Рухи ҡиммәттәр, ғаиләнең, яҡындарҙың мөһимлеген, кәрәклеген асыҡланы.
Илгә ҡурҡыныс янағанда ситтә ҡалып булмай, иң беренсе балаларҙың матур киләсәге булһын, улар һуғыш күрмәһен, тыныслыҡта йәшәһен тип уйлап, алғы һыҙыҡҡа баҫтым, — ти яугир.
Ныҡлы тыл — ул ғаилә
Ир-егеттәрҙең яҙмышына яугир булыу, ил һаҡлау тигән бурыстар ҡуйылған. Ул бурыс башҡорт ир-егеттәре ҡанында бигерәк тә көслө һалынған. Ҡыҙыу нөктәгә сығып киткән саҡта яугир ҡатындары ниҙәр кисерә икән? Был хаҡта Ләйсән Хәдит ҡыҙы менән әңгәмәләштек.
— Үҙе, ғөмүмән, ҡайҙа нимә эшләп йөрөгәнен беҙгә һөйләмәне. Әбйәлилдән Доставалов батальонында 6 егет бергә хеҙмәт иттеләр, күберәген улар аша ишетеп белдем. Ҡатындарҙың айырым чаты барлыҡҡа килде. Уны егеттәр учебкала саҡта уҡ Динис Ласыновтың (ҡыҙғанысҡа ҡаршы батырҙарса һәләк булды ул) ҡатыны булдырҙы. Бер-беребеҙ менән танышып, башта шул телефон аша ғына аралаштыҡ.
Һуңынан иһә ирҙәребеҙгә военкоматтан посылкалар ебәргән саҡта күрешеп, танышып киттек. Хәлдәребеҙҙе белешеп торҙоҡ һәм бөгөн дә, Аллаға шөкөр, беҙ бергә. Бер туғандарҙай, бер-беребеҙҙе йыуатып, башҡа кеше аңламаған күңел кисерештәребеҙ менән бүлешәбеҙ, — ти яугир ҡатыны.
Егеттәр һуғышҡа инеү менән яугир ҡатындары йыш ҡына гуманитар ярҙам ебәреп тора. Гуманитар ярҙамды һалдаттар ҡулына алып барып тапшырып торған район хакимиәте вәкилдәренә улар бөгөн дә рәхмәтле.
— Өйҙә ҡалған кешегә көтөүе ауыр. Үҙебеҙҙең айырым төркөмөбөҙҙә ҡатындар бер-беребеҙгә ныҡлы терәкбеҙ. Кемебеҙгәлер шылтыратыу булмаһа, барыбер ирҙәребеҙҙең ҡайҙа ни эшләп йөрөгәнен, иҫән-именме икәнен башҡалар аша белешеп торҙоҡ. Егеттәр ҙә беҙҙе йыуатыр өсөн һәр саҡ кемеһенең хәле нисек икәнен әйтеп торҙо. Таштуйҙан Илмир Мостафин «Еңгәй, борсолма, Әлфир ағайҙы күрҙем, миңә тәм-том биреп китте, ныҡ шәрбәт ашағым килә ине. Беҙ ҡайтасаҡбыҙ, мин һеҙгә ритайым бейермен, тип шаярта торғайны», — тип хәтирәләре менән бүлеште Л. Хажина.
Ҡораллы низағтар ҡорбанһыҙ булмай. Ҡыҙғанысҡа күрә, Динис, Илмир, Шамил батырҙарса һәләк булалар. Еңеү яулап ҡайтһаҡ, костюм-салбарҙар кейеп, кәләштәребеҙҙе етәкләп, парлашып урамдарҙан үтербеҙ тигән уй-хыялдар селпәрәмә килә.
Яугир ҡатыны балалар хаҡына түҙә лә, көтә лә, сабыр итә лә белә. Ә бына Әлфир Иршат улының бәләкәй улы Илдар иңенә күп көс төшә. 10 йәшлек кенә малай әсәһенең ныҡлы терәгенә әйләнә. Мал-тыуарҙы ҡарай, йорттағы бөтә ир-егет эштәрен хәленән килгәнсе башҡара.
— Күҙгә күренеп өлкәнәйҙе, атаһының иңендәге бурыстар үҙенең иңенә ятҡанын тиҙ төшөндө, — ти әсәй кеше.
Әлфир Иршат улы ҡыҙыу нөктәлә һәләк булған ҡустыһы Илдарҙың исемен бәләкәй улына ҡушҡан. Илдар бөгөн ауыл мәктәбендә тырышып белем алған уҡыусы, мәктәп тормошоноң активисы. Өләсәһе Рәйсә Насирйәноваға эйәреп, ҡумыҙ сиртә, бейей, йырлай ҙа.
— Ҡыҙым да, малайҙар ҙа атаһының китеүен нисектер миңә белгертмәй, мине йыуатырға теләпме үҙҙәрен ныҡ тоттолар. Ҡырҙа уҡыуҙа булғанда ла хәлемде белеп, видеонан һөйләшеп торҙолар. Һаман да уйға бирелгән мәлдәрҙә һаулығыңды уйла, берәй оҡшаған шөғөлөң менән бул, ҡайғырма тип, йыуатып торалар, кәңәштәрен бирәләр, — тип эс серҙәре менән бүлеште яугир ҡатыны.
Бөгөн Хажиндар ғаиләһе ауыр осор кисерә. Һуғыш күрһәткән ыҙа-михнәттәр эҙһеҙ үтмәй. Яугирҙең ныҡ һаулығы ҡаҡшауы арҡаһында ул әле бер операция кисергән, тиҙҙән икенсеһе көтөлә.
Ә Ләйсән Хәдит ҡыҙы ғаилә усағын һүндермәй, балаларына терәк булып Тал Ҡусҡары ауылында матур донъя көтә. Ул урындағы мәктәптә балаларға белем бирә, ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Әңгәмә аҙағында былай тине:
— Һуғыш бөгөн дә дауам итә. Ятҡан-торған һайын теләгем бер: тиҙерәк һуғыш бөтһөн. Күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп үҫтергән улдарыбыҙға, парлашып ғүмер иткән хәләл ефеттәребеҙгә һуғыш ялҡыны бүтән ҡағылмаһын. Илгә тыныслыҡ килһен.
Эйе, беҙ үҫкәндә олатай-өләсәйҙәрҙең «Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын» тигән теләктәренең асылына төшөндөк хәҙер. Ҡораллы низағтар тиҙерәк бөтһөн, был теләккә бөгөн бөтә ил халҡы ҡушыла.
Билдәле булыуынса, «Салауат» ЯСЙ-һы күп балалы ғаиләләргә, махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың һәм унда ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә киләһе ярты йыллыҡҡа район гәзитен яҙҙырҙы. Был исемлектә Әлфир Хажиндың да ғаиләһе бар.
Фото ғаилә архивынан.