Денис 1991 йылдың 21 июлендә Асҡар ауылында тыуған. Силәбе өлкәһенең Нуғәйбәк ауылында йәшәгән яҡташтарыбыҙ был көндә ғаиләһе менән районға ҡунаҡҡа ҡайтҡан була. Денис Әбйәлил егете булып донъяға ауаз һала. Бала саҡтан сос, һәр эштә әүҙем, спорт яратҡан малай булып үҫә ул. Етенсе класҡа тиклем Денис Лебединое ауылы мәктәбендә уҡый. Тиҙҙән ғаилә малайҙың атаһының тыуған ауылы — Тал Ҡусҡарына күсеп ҡайта һәм Денис туғыҙынсы класты урындағы мәктәптә тамамлай. Артабан ул Магнитогорск ҡалаһының 67-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә, унда иретеп йәбештереүсе һөнәрен уңышлы үҙләштерә. Ҡулына диплом алған егет Рәсәй Армияһы сафтарына хеҙмәткә саҡырыла. Хәрби бурысын ул Һарытау ҡалаһында урынлашҡан стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә үтәй. Бала саҡтан хәрби карьера тураһында хыялланған Денис 2013 йылда Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуя һәм Силәбе өлкәһендәге Сыбаркүл ҡалаһы хәрби часендә танк командиры вазифаһында хеҙмәт итә башлай. Профессиональ үҫешкә ынтылып, ул Һамар ҡалаһында саперлыҡҡа уҡый.
2014 йылдан «Глас» Донецк Халыҡ Республикаһында хеҙмәтен дауам итә, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса мөһим бурыстарҙы үтәй. 2022 йылда махсус хәрби операцияның беренсе көнөнән «Глас» Ватанды яҡлап, алғы һыҙыҡҡа сыға, ҡаты бәрелештәрҙә ҡыйыулыҡ күрһәтә, хәрби иптәштәренә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө була. Авдеевка ҡалаһы ситендә йыл ярымдан ашыу барған алыштарҙан һуң, 2023 йылдың 10 октябрендә Рәсәй ғәскәрҙәре ҡаланы баҫып алыу маҡсатында һөжүм башлай. Был алыш бөтә һуғыш осорондағы иң ҡан ҡойошло һәм аяуһыҙ алыштарҙың береһе тип баһалана. Ике яҡтан да юғалтыуҙар күп була. Дошман урман һыҙаттарында йәшенеп ҡаршылыҡ күрһәтә. Сираттағы урман һыҙатын штурмлаған ваҡытта «Глас»тың танкыһы дрон һөжүменән шартлай, башына ҡаты яра алған яҡташыбыҙ «ҡараңғылыҡҡа» сума. Хәрби иптәштәре ярҙамға ашыға, беренсе ярҙам күрһәтеп, эвакуациялай һәм госпиталгә дауаланырға оҙаталар, ошонда ғына иҫенә килә Денис. Мәскәүҙә Н. Н. Бурденко исемендәге баш хәрби клиник госпиталендә «Гласты» аяҡҡа баҫтыралар. Ике ай дауаланғандан һуң, яңынан сафҡа баҫа яугир. Әммә тағы бәлә һағалай: был юлы егеттең аяғы яралана. Бер аҙ дауаланғандан һуң, батыр егет сафҡа кире ҡайта. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың наградаларына Суворов миҙалы өҫтәлә.
— Шаян, шуҡ малай булды уҡығанында, әммә тәртип боҙоп йөрөмәне. Ниндәй генә эш ҡушылһа ла, теүәл һәм ваҡытында үтәне. Класты тәртиптә тотоуҙа уҡытыусыларҙың беренсе ярҙамсыһы булды. Аҡыллы, тыныс холоҡло, ышаныслы уҡыусы булып хәтерҙә һаҡлана, — тип хәтер йомғағын систе класс етәксеһе, ветеран-уҡытыусы Таңһылыу Таҡаева.
Бөтә ауырлыҡтарға һәм хәүеф-хәтәргә ҡарамаҫтан, «Глас» бер ҡасан да еңеүгә ышанысын юғалтмай һәм һәр ваҡыт үҙ бурысына тоғро ҡала. Ул батыр яугир генә түгел, ә үҙенең ҡул аҫтындағыларҙың хөрмәтен һәм ышанысын яулаған хәстәрлекле командир ҙа. Уның тәжрибәһе һәм белеме бик ҡатмарлы хәлдәрҙә һалдаттарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Денис һәр ваҡыт иптәштәре мәнфәғәттәрен өҫтөн ҡуя, уларға ярҙамға килергә әҙер.
Һуғыштар араһындағы ял ваҡытында Денис ғаиләһе һәм яҡындары менән бәйләнештә булырға тырыша, үҙенең көндәлек тормошо тураһында һөйләй һәм барыһы ла яҡшы тип ышандыра, борсолорға сәбәп бирмәҫкә тырыша. Уның яҙма хәбәрҙәре һәм шылтыратыуҙары оптимизм һәм яҡты киләсәккә ышаныу менән тулы, был уның туғандарына һәм яҡындарына көс өҫтәй.
«Глас» — ысын герой, патриот һәм батырлыҡ өлгөһө. Уның ҡаһарманлығы, сыҙамлығы һәм бурысына тоғролоғо оло ихтирамға лайыҡ. Денис әсәһе Гөлъямал Мөнәжәт ҡыҙы, атаһы Марат Иштимер улы Ғәлиуллиндарҙың, ике апайының, кәләше Динараның, улының, ҡыҙының һәм, әлбиттә, бөтә илдең дә ғорурлығы.
Батырҙың еңеү менән иҫән-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ.
Гөлнара ҒИНИӘТОВА.