Денис 1986 йылдың 8 сентябрендә Тәпән ауылында донъяға килә. Башланғыс белемде тыуған ауылында, 5-9 кластарҙы Ишҡол урта мәктәбендә ала, Магнитогорск төҙөлөш техникумында иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә.
Бала саҡтан сос, ярҙамсыл, эшсән булып үҫә. Уҡып бөтөп ҡулына диплом алғас, Магнитогорск металлургия комбинатына ташсы булып эшкә урынлаша, бригадир, мастерға хәтлем үрләй. Күп кенә ҡалаларҙа вахта ысулы менән дә йөрөй. Ҡайҙа ғына эшләмәһен коллегалары араһында ихтирам ҡаҙана, ҡулынан һәр эш килә.
Шулай ҙа уның көслө илһөйәрлек тойғоһо, патриотик рух тынғы бирмәй Денисте хәрби юлға баҫтыра. 2023 йылдың көҙөндә Оборона министрлығы менән контракт төҙөп үҙ теләге менән МХО-ға юллана. Дүрт көн Екатеринбургта, унан һуң бер аҙна Персиановка ла уҡытып, башҡорт батальоны составында ДНР-ға Горловка ҡалаһына, бер аҙнанан һуң алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр. Махсус хәрби операцияның иң ҡыҙыу, ҡан ҡойошло һәм аяуһыҙ алыштарының береһе булған Авдеевканы, унан тыш Бахмут, Кураховский, Покровский, Константиновский ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Ике тапҡыр аяғына, ике тапҡыр ҡулына ауыр яралар ала, иптәштәре ваҡытында ярҙамға килеп госпиталгә оҙаталар. Бер нисә ай дауаланғандан һуң, “102” позывнойлы батыр егет ҡайтанан алғы һыҙыҡҡа баҫа.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн яҡташыбыҙ “Хәрби батырлығы өсөн”, Доставалов, Суворов миҙалдары менән бүләкләнә.
Батырлыҡ ҡандан тиҙәр. Яҡташыбыҙ Денис Юлдаш ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Шәйхислам Динислам улы Хәбировтың ейәне бит!
Шәйхислам 1910 йылда донъяға килгән, иркәләнеп үҫеү тәтемәй, уйын урынына, эшләргә мәжбүр була. Шәйхислам бала сағынан байҙарға ялланып мал ҡарай. 1929-1932 йылдарҙа үҙенең аты менән Магнитогорск комбинаты төҙөлөшөндә ҡатнаша. 1933-1937 йылдарҙа Ярлыҡап алтын ҡаҙыу приискаһында старатель булып эшләй. Һуғыш башланғандан йылдың октябрь аҙағына тиклем “Красная Башкирия” совхозында ҡул салғыһы менән иген саба.
Шәйхислам Динислам улына баҫыуҙа эшләп йөрөгән еренән Асҡарға комиссариатҡа килеп етергә ҡушыла. Ҡойоп ямғыр яуһа ла, Асҡарға йәйәү бара.
Ш. Хәбиров бер нисә көн үтеүгә Тоцк лагерында ине инде. Башҡа хәрби һөнәрҙәр үҙләштереү менән бер рәттән ул, ҡыҫҡа сроклы командирҙар курсы бөтөрөп, сержант дәрәжәһен ала. Фронтҡа ебәрелгәс, разведчик булып яуҙа ҡатнаша. 1943 йыл. Совет һалдаттары немец илбаҫарҙарын көнбайышҡа ҡыуа башлай. Орел, Курск янында көслө алыштар башлана. Шәйхислам Динислам улы нәҡ бына ошо ерҙә фашистарға ҡаршы көрәштә тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтә. Ошо яуҙағы батырлығы өсөн сержант Ш. Хәбиров Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.
Яугир бөтәһе 13 ҡаланы дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша, шуның өсөн И. Сталиндың шәхсән рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Еңеү көнөн Германияла ҡаршылаған яугиргә тағы ла бер нисә награда өҫтәйҙәр I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, “1941 – 1945 йылдарҙа Германияны еңгән өсөн” миҙалы. Күп кенә Европа илдәрен фашизмынан азат итеп, тыуған яғына 1946 йылдың ноябрендә әйләнеп ҡайта.
Тыныс тормошта ветеран Ш. Хәбиров ауыл хужалығын нығытыуҙа һәм үҫтереүҙә күп көсөн һала. Юлдаш бригадаһында күп йылдар бригадир, ферма мөдире булып эшләй. 1954-1960 йылдарҙа Юлдаш һайлау округынан район Советы депутаты итеп һайлана. 1965 йылда Әбйәлил халыҡ судына заседатель итеп һайлайҙар. Өс тапҡыр Гусев ауыл Советына депутат итеп һайлана.
Ғүмер юлдашы Сәғиҙә Сафа ҡыҙы менән татыу ғүмер итәләр. Өс ҡыҙ һәм дүрт малайға ғүмер бирәләр, балаларын лайыҡлы итеп тәрбиәләйҙәр. Ш.Хәбировтың тыныс тормоштағы намыҫлы хеҙмәте юғары баһалана, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Олатаһы кеүек яу юлында йөрөгән Денискә лә тыуған яҡҡа балалары, туғандары янына имен-һау ҡайтырға яҙһын.