Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
1 Апрель , 11:46

Өфөлә Лариса Абдуллинаның «Позывной "Башҡорт"» китабының исем туйы үтте

Өфөлә Лариса Абдуллинаның «Позывной "Башҡорт"» китабының исем туйы үтте. Баҫма махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҙмыштарына, Ватан һаҡсыларының батырлығына һәм уларҙың ғаиләләренең рух ныҡлығына бағышланған.

Өфөлә Лариса Абдуллинаның «Позывной "Башҡорт"» китабының исем туйы үтте
Өфөлә Лариса Абдуллинаның «Позывной "Башҡорт"» китабының исем туйы үтте

Сарала республика башҡарма органдары вәкилдәре, йәмәғәт, ижади ойошмалар, журналистар, шулай уҡ геройҙарҙың туғандары һәм яҡындары ҡатнашты. Почетлы ҡунаҡтар араһында Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, «Ватан һаҡсылары» дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, Бөтә Рәсәй Һәләк булған Ватан һаҡсыларының ғаиләләре йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе, Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың әсәһе Алина Серафимова, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе Вәдут Исхаҡов, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры Гөлфирә Абдуллина, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы Ғәлимә Ғәлина бар ине. Сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре һәм ҡатындарының килеүе айырыуса әһәмиәтле булды. Уларҙың яҡын кешеләренең яҙмышы, хәтирәләре был китапта сағылыш тапҡан. Геройҙарҙың яҡын кешеләренең ҡатнашыуы осрашыуға тәрәнлек, ихласлыҡ һәм көслө эмоциональ йөкмәтке өҫтәне. Китап авторы, билдәле журналист, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Лариса Абдуллина билдәләүенсә, баҫма, нигеҙҙә, журналист яҙмаларынан, интервьюларҙан һәм геройҙар, уларҙың ғаиләләре менән шәхси осрашыуҙар мәлендә теркәлгән материалдарҙан тора. «Мин был китаптағы һәр тарихты үҙем аша үткәреп яҙҙым. Унда уйлап сығарылған сюжеттар юҡ, ә тере ысынбарлыҡ – беҙҙең яугирҙарҙың яҙмышы, һынауҙар алдындағы көсө һәм рухы сағылышы. Был хәтирәләрҙе ысынбарлыҡҡа тоғро ҡалып ҡына һаҡлау мөһим ине», – тип билдәләне Лариса Абдуллина. «Позывной "Башҡорт"» китабы документаль материалдарҙан тора. Унда автор факттарҙы ғына түгел, ә осрашыуҙар мөхитен, интонацияларҙы, эмоцияларҙы һәм яҡташ геройҙарының эске көсөн дә еткерә алған. Баҫма хәҙерге Ватан һаҡсыларының батырлығы тураһындағы хәтерҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә, һәм киләсәк быуындар өсөн мөһим дәлил булып тора. Китап Мәскәүҙәге «АСТ» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан. Бөгөн уны Башҡортостан Республикаһында ғына түгел, ә бөтә Рәсәй буйынса яҙҙырып алырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас