“1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Федерацияһы геройы исемен майор Терехин Николай Васильевичҡа (үлгәндән һуң) бирергә", — тиелә документта.
«Пензенская правда» баҫмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Николай Терехин Пенза өлкәһенең Чардым ауылында тыуған. 1939 йылда Монголияла япон илбаҫарҙары менән алыштарҙа ҡатнаша. Беренсе көндән Бөйөк Ватан һуғышында. 1941 йылдың йәйендә Терехин һауа һуғышында дошман бомбардировщигын пулемет уты менән бәреп төшөрә һәм тағы ла ике самолетты таран менән юҡ итә. Баҫма яҙыуынса, бының өсөн Терехин Ленин ордены менән бүләкләнә, ә яҙыусы Константин Симонов осоусы батырлығына «Еңеү сере» балладаһын бағышлай.
1942 йылдың май аҙағына Терехиндың иҫәбендә 150 хәрби осош һәм 15 бәреп төшөрөлгән самолет була. Шул уҡ йылдың декабрендә ул хәҙерге Новгород өлкәһе күгендәге бер алышта һәләк була. Шул йылда уны Советтар Союзы геройы исеменә тәҡдим итәләр, әммә документтар юғала. Ошо сәбәпле Терехинға һуғыш тамамланғандан һуң да исем бирелмәй. 2000 йылдарҙа активистар был мәсьәләне ҡабат күтәрә, әммә ул саҡта Оборона министрлығынан кире яуап килә.