Геройҙар дәүере
22 Апреля , 04:16

Автомат урынына пульт

Ир-егеттәребеҙ элек-электән тыуған ерен ҡыйыу һаҡлаған. Әле барған махсус хәрби операция зонаһында ла һынатмай ватандаштар, неонацизмға ҡаршы ҡаһармандарса көрәшә.

Автомат урынына пультАвтомат урынына пульт
Автомат урынына пульт

Мобилизацияланғанға тиклем Анатолий Давлеев Пермь өлкәһендә урынлашҡан «Энергоком» ЯСЙ-һында водитель булып эшләй. Махсус хәрби операция башланыу менән Тәтешле районы Түбәнге Балтас ауылы егете «Гном» позывнойлы Анатолий Давлеев Рәсәй Оборона министрлығы менән үҙе контракт төҙөп, Ватан һағына баҫа һәм ул 90-сы танк дивизияһының 428-се мотоуҡсылар полкы составында хеҙмәт итә.
Уның яу юлы Ҡазанда күнекмәләрҙән башлана. Артабан Ростов өлкәһенең Миллерово ҡалаһында бер ай уҡыуҙа була.
2023 йылдың ғинуарында яуҙаштары менән Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендәге Северодонецк һәм Кременное ҡалаларына инәләр. Кременное ҡалаһын бер йыл оборонала тоталар. Беҙҙең яугирҙәр урындағы халыҡҡа һәм яраланған кешеләргә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Тап шул ваҡытта «Гном» үҙенең тәүге дәүләт наградаһын — «Яралыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалына лайыҡ була. Ҡурҡыу белмәҫ йөрәкле Башҡортостан яугире шулай уҡ Шайморатов миҙалы, II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, 428-се мотоуҡсылар полкының «Донбасты азат иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
2024 йылдың июленән «Гном» пилотһыҙ осоусы аппарат операторы булып хеҙмәт итә.
— Дрондар — бик файҙалы һәм һөҙөмтәле ҡорал. Улар штурмовиктарға аҙыҡ-түлек һәм боеприпастар еткерә, дошман бункерҙарын юҡ итә. Пилотһыҙ осоусы аппараттары яугирҙәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн бик кәрәк, — ти «Гном».
Яу яланында махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк йәмәғәтселектең ярҙамы ҙур булыуын да билдәләй Анатолий Давлеев.
— Гуманитар ярҙам булмаһа, беҙгә бик ауыр булыр ине. Ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт. Барлыҡ Башҡортостан халҡына сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм, — ти сержант.
Миләүшә БУЛАТОВА.

Автор:
Читайте нас