Геройҙар дәүере
22 Апреля , 04:24

Был йүнәлешкә айырым иғтибар бүлергә кәрәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Был йүнәлешкә айырым иғтибар бүлергә кәрәкБыл йүнәлешкә айырым иғтибар бүлергә кәрәк
Был йүнәлешкә айырым иғтибар бүлергә кәрәк

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Спорт министры Руслан Хәбибов республикала махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса күп кимәлле система төҙөлөүе хаҡында һөйләне. Ул федераль кимәлдән алып муниципаль кимәлгә тиклем 99 ярҙам сараһын үҙ эсенә ала. Төбәк исемлегендә тормоштоң бөтә өлкәләрен тиерлек үҙ эсенә алған 55 позиция бар.

Әйтәйек,  МХО-нан ҡайтҡан яугирҙарға эшкә урынлашыуҙа ярҙам ителә. Уларҙың 75 проценттан ашыуы эш тапҡан да инде. Ветерандарҙың 25,6 проценты реабилитация, демобилизацияланған хәрбиҙәрҙең 32,3 проценты диспансеризация үткән.

Шифахана-курорт дауалау популяр ярҙам сараһы булып ҡала. Республика шифаханаларында 9 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр һәм уларҙың туғандары ял иткән. Шулай уҡ төбәктә «Талҡаҫ» шифаханаһы базаһында республика реабилитация үҙәген булдырыу буйынса эш алып барыла.

МХО ветерандары физик культура менән шөғөлләнеү өсөн әүҙем ярҙам ала. Республиканың Спорт министрлығы муниципалитеттар менән берлектә бушлай йөрөү өсөн 146 спорт объекты исемлеген раҫлаған.

Вице-премьер билдәләүенсә, махсус операция ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының социаль координаторҙары мөһим роль уйнай, улар республикала бөтәһе 131 кеше. Филиал оҙатыуында 3,5 меңдән ашыу МХО ветераны һәм 28 меңгә яҡын ғаилә ағзаһы бар.

29 районда һәм ҡалала МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәктәре эшләй.

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һөҙөмтәле оҙатыуҙың комплекслы системаһын булдырырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“МХО ветерандарын эшкә урынлаштырыу өсөн предприятиеларға квоталар биреүҙе тәҡдим итәм. Был йүнәлешкә айырым иғтибар бүлергә кәрәк” - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас