Геройҙар дәүере
22 Апреля , 04:29

«Ғорурлыҡ менән йөрөтөгөҙ!»

Район хакимиәтендә хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм МХО биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашыу уҙҙы.

«Ғорурлыҡ менән йөрөтөгөҙ!»«Ғорурлыҡ менән йөрөтөгөҙ!»
«Ғорурлыҡ менән йөрөтөгөҙ!»

Төрлө йылдарҙа һәм бөгөн дә Тыуған ил именлеге, беҙҙең тыныслыҡ һәм яҡты киләсәк өсөн хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға «Әбйәлилдең яугир-геройы» күкрәк билдәһе тағылды.
Район башлығы А. З. Әминев инициативаһы менән булдырылған «Әбйәлилдең яугир-геройы» билдәһе — бөтә дәүерҙәр батырҙарына әбйәлилдәрҙең хөрмәт һәм рәхмәт билгеһе. Әйткәндәй, яңы награда республика башлығы Радий Хәбировта ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм уны оҡшатып әбйәлилдәрҙең яҡшы башланғысын республика төбәктәрендә лә ҡулланыу идеяһын хуплаған.
Район мәҙәниәт йортонда үткән муниципаль тантаналарҙа, ауыл биләмәләрендә уҙған урындағы үҙидараның отчет сараларында Айрат Зиннәт улының яугирҙәребеҙҙең ҡулын шәхсән ҡыҫып әлеге награданы тапшырыуына шаһит булып киләбеҙ. Әммә күптәр алғы һыҙыҡта һәм уларҙың өйҙә сағын тура килтереүе еңел түгел. Шуға күрә ошондай формаль булмаған осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойоштороп, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусыларҙың хәл-әхүәлдәрен, проблемаларын белешеп, илһөйәрлек өсөн рәхмәт әйтеп ҡалыуҙы маҡсат итә район етәкселеге.
Сараға 17 яугир килде. Ҡатындары, балалары менән бергә килеүселәр ҙә байтаҡ ине – был ғаилә тылының ныҡлы, ышаныслы булыуын күрһәтте.
Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Ринат Ғирфанов Әбйәлил батырҙарына күңел түренән сыҡҡан эскерһеҙ теләктәрен еткерҙе. Яугирҙәр күкрәгенә «Әбйәлилдең яугир-геройы» билдәһен таҡҡанда: «Ғорурлыҡ менән йөрөтөгөҙ!» — тине ул.
Бер төркөм демобилизацияланған яугирҙәр — Вадим Шаһимәрҙәнов, Илмир Ҡаһарманов, Илдар Исламов, Фәнис Сафиуллин, Динислам Ғәлин, Михаил Ракин һәм Азамат Суфиянов «Махсус хәрби операция ветераны» миҙалы менән наградланды.
Район башлығының МХО буйынса советнигы, «МХО ветерандары» ассоциацияһы бүлексәһе етәксеһе Азамат Амангилдин махсус хәрби операциялағыларға ирекмәнлек ярҙамы менән булышлыҡ итеүсе Алик Гәрәев менән Рөстәм Вәлиевҡа 41867-се хәрби часть исеменән Рәхмәт хатын һәм «Граждандар батырлығы» миҙалын тапшырҙы.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас