Өс ул — өс яугир

Ғәзиз улдары өсөн минут һайын өҙгөләнеп, уларҙы көткән оло йөрәкле, сабыр әсәләргә түҙемлек бирһен, Хоҙай. Ҡаһарман өс яугир ул үҫтергән әсә Гөлнара Дәминева хаҡында һүҙем.

Өс ул — өс яугирӨс ул — өс яугир
Өс ул — өс яугир

Гөлнара Хәмит ауылында ғүмер кисергән Марсель Әхмәт улы һәм Сания Шәйхетдин ҡыҙы Дәминевтарҙың ишле ғаиләһендә тыуып үҫә.
— Ғаиләлә һигеҙ бала булдыҡ. Әсәйем мәктәп интернатында няня булды, атайым ғүмере буйына урман хужалығында эшләне. Ата-әсәйемдең бер ваҡытта ла бер-береһенә тауыш күтәргәнен хәтерләмәйем, шуғалыр ҙа инде ауылда уларҙы хөрмәт иттеләр. Беҙҙе, ул-ҡыҙҙарын, бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәтеп үҫтерҙеләр, — тип бала сағы хәтирәләренә бирелде Гөлнара Марсель ҡыҙы. — Йәй етһә, бергәләп емеш-еләккә, бәшмәккә йөрөй торғайныҡ, дарыу үләндәрен танып йыйырға ла өйрәттеләр. Бесән әҙерләүҙә лә төп көс булдыҡ, тиһәм дә хата булмаҫ. Ҡыш инде мәктәптән ҡайтабыҙ ҙа мал ҡарашабыҙ, утын бысып-ярып-өйөү ҙә беҙҙең өҫтә булды.
Мәктәптә уҡыу йылдарында үҙенең күңелендәге уй-кисерештәрен шиғри юлдарға һала, ҡайһы бер ижад өлгөләре «Пионер» журналында баҫыла.
— Атайым китап уҡырға яратты, икәүләп ауыл китапханаһындағы бөтә китаптарҙы уҡып сыҡҡанбыҙҙыр ул, — ти Гөлнара.
Туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң, Гөлнара Магнитогорскиҙа һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Тегенсе һөнәренә эйә булған ҡыҙҙы йүнәлтмә буйынса Баймаҡ районы Түбә ҡасабаһына эшкә ебәрәләр. Ошонда яҙмышын да осрата ҡыҙ. Тормош иптәше Фәрит менән ике улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. Ире ауырып китеп, ҡапыл вафат булғас, өс бала менән яңғыҙы ҡалған ҡатын тағы ла яҙмышын һынап ҡарай. Шулай уҡ Түбә ҡасабаһынан булған Рауил Зәки улы менән яҙмышын бәйләй, уртаҡ ғаиләлә тағы бер малай донъяға ауаз һала.
— Балаларым барыһы ла яҡшы уҡыны, спорт менән дуҫ булды, китап уҡырға яраттылар, гитарала уйнайҙар, — тип ҡыуана әсә.
Гөлнараға тыуған районына күсеп ҡайтыу теләге тынғы бирмәй һәм ире, балалары менән кәңәшләшкәндән һуң, Асҡарға күсенәләр.
— Килеү менән бәләкәсебеҙгә балалар баҡсаһында урын булманы, шуға ла Венера ҡыҙым Түбәлә ҡалып балаларҙы ҡараны. Барыһы ла хәл ителгәс, бөтөнләйгә күсендек, — тип һөйләй Венера.
Ул арала ире үлеп ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп тә үтмәй әсә йөрәгенә бөтмәҫ яралар һалып, Темәс ауылында кейәүҙә булған Венера ҡыҙы мәрхүм була.
Балалар ҙурая. Өлкән улы Сибай медицина колледжына уҡырға инә. Шиғри күңелле егет, гитарала уйнай, уҡыу йылдарында училищелағы «Волшебные струны» түңәрәген етәкләй. Йәше тулыу менән академик отпуск алып, әрмегә китә, мотоуҡсылар ғәскәрендә хеҙмәт итеп ҡайта һәм уҡыуын дауам итеп, ҡыҙыл диплом алып сыға, өйләнә.
Илдә махсус хәрби операция иғлан ителеү менән фельдшер һөнәренә эйә егет мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алына. «Һаҡмар» позывнойлы прапорщик бишенсе йыл инде неонацизмға ҡаршы алыша.
Гөлнараның икенсе улы ла ағаһы кеүек йыр-моң ярата, гитарала уйнай. Мәктәптән һуң, Магнитогорск күп профилле колледжын отличие менән тамамлап, төҙөүсе һөнәре дипломын алыу менән ил алдындағы изге бурысын үтәргә китә. Әрмелә хеҙмәт итеү мөҙҙәте тулыу менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, ағаһы артынан махсус хәрби операция зонаһына юллана. Взвод командиры вазифаһында хеҙмәт иткән «Венер» позывнойлы сержант хәрби задание үтәгәндә ҡаты яралана. Бөгөн ул Санкт-Петербург ҡалаһы госпиталендә дауаланыу курсы үтә.
Ғаиләлә кинйә булған өсөнсө улы ла бәләкәйҙән баскетбол, футбол, волейбол уйнай, сәнғәт мәктәбенә йөрөп, гитарала уйнарға өйрәнә. Туғыҙынсы кластан һуң, Сибайҙағы төҙөлөш һәм сервис колледжында уҡып, электрогазосварщик, слесарь, электрик һөнәрҙәренә эйә була, еңел һәм йөк машиналарын йөрөтөүгә танытма ала. Унан инде һәр егеткә йөкмәтелгән бурысты үтәп, Рәсәй Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итеп ҡайта. Тик күп тә үтмәй ул да контракт төҙөп, ағайҙары артынан махсус хәрби операция зонаһына ил һаҡларға китергә ҡарар итә.
— Ике улым МХО зонаһында йөрөгәс, өсөнсөһөн дә ут эсенә ебәргем килмәне, әлбиттә. «Мин бармағас, әсәй һине, халҡыбыҙҙы кем яҡларға тейеш һуң?» — булды яуабы. Миңә ризалашыуҙан башҡа сара ҡалманы, — ти әсә.
Гөлнара Марсель ҡыҙының «Ежик» позывнойлы кинйә улы яу яланында пилотһыҙ системалар ғәскәрендә отделение командиры булып хеҙмәт итә. Хәрби заданиены үтәү барышында яраланған «Ежик»ты ялға ҡайтарғандар.
Ошо көндәрҙә район башлығы Айрат Әминев район хакимиәтендә ҡаһарман яугиргә «Әбйәлилдең яугир-геройы» почет билдәһен, әсәгә «Ватан һаҡсыһы әсәһе» миҙалын тапшырҙы.
— Бәләкәй саҡтан кемгәлер баҡса уташып, картуф алышып, бесән әҙерләшеп, төҙөлөштә ярҙам итеп эшкә өйрәнгән улдарым бөгөн дә һынатмай, Аллаһҡа шөкөр. Бөгөн өс улымдың да үҙ йорто булыуы ла шәплектәре, сослоҡтары һөҙөмтәһе, — тип ҡыуана әсә.
Кинйә улы янында булғанда Гөлнара Марсель ҡыҙының Хәмиттән ағаһы Ришат улдары Рим, Хәмит, Арслан, Әхмәт менән, ҡустыһы Рәзим улы Рамаҙан, хеҙмәттәше Динис менән килеп, бергәләп баҡсаһының рәшәткәләрен алмаштырып киткәндәр.
— Туғандарыма ҙур рәхмәтлемен. Хәлемде белешеп, кәрәк булһа, ярҙам итергә әҙер торалар, — тип ҡыуанысын йәшермәй Гөлнара Марсель ҡыҙы. — Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен дә, улдарым, яуҙа булған бөтә яугирҙәр имен-һау әйләнеп ҡайтһындар. Бар теләгем шул.

Өс ул — өс яугир
Өс ул — өс яугир
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас