

МХО зонаһына барырға контракт төҙөгәнгә тиклем ул Төньяҡ флотта хеҙмәт иткән, унда БПЛА пилотһыҙ осоу аппараттары операторы һөнәрен үҙләштергән.
— Минең бурыс хәрби хәрәкәттәр барған урындарҙы күҙәтеү, шәхси состав позицияларын асыҡлау, шулай уҡ артта ҡалған йәки аҙашҡан хәрбиҙәрҙе эҙләп табыу һәм артабан уларҙы тәғәйен урынға оҙатыу. Беҙ улар менән даими бәйләнештә торабыҙ, – тип аңлата «Дантэ» яҙмала.
Дрон менән идара итеү белгесе дошманды табыу һәм уны юҡ итеүҙең мөһимлеген айырыуса билдәләй. Разведчиктарҙың да пилотһыҙ аппараттарҙы ҡулланыуы БПЛА операторҙарына ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәргә булышлыҡ итә. Был подразделениеның яҡшы һөҙөмтәләрендә асыҡ күренә. Күптән түгел өс аҙна дауамында күҙәтеү алып барып, өс ВСУ вәкилен юҡ итеү операцияһы ла тап ошо фактор арҡаһында уңышлы башҡарыла.
«Хәрби бәрелештәр ҡаты барған райондарҙа беҙ көндөҙгө һәм төнгө операциялар өсөн яраҡлы төрлө модификациялы «мавик» тибындағы дрондар ҡулланабыҙ. Бынан тыш, беҙҙең арсеналда FPV-дрондар бар, улар яу һыҙығында күпкә һөҙөмтәле», — ти яугир.
«Дантэ» хеҙмәттәштәренең ышаныслы булыуын, командование эшмәкәрлегенең дә юғары кимәлдә булыуын билдәләй. Командирҙар һәр мәсьәләгә аңлап, хаталарҙы анализлап, матди-техник тәьминәт менән ярҙам күрһәтә, ҡул аҫтындағыларҙың шәхси мәсьәләләрен хәл итеүҙә лә иғтибарлы, ти.
— Мин командам менән бик ҡәнәғәтмен. Беҙ бер нәмәгә ҡарамай алға, билдәләнгән маҡсаттарға табан ынтылабыҙ, – тип һығымта яһай хәрби хеҙмәткәр, тип яҙа «Башинформ».
Әйткәндәй, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә компьютер уйындарында тәжрибәле егеттәр айырыуса ҡәҙерле. Компьютер уйындары тиҙ реакция биреүҙе һәм ваҡ моториканы үҫтерә, ә был дрондар менән идара итеүҙә мөһим. Тағы ла буласаҡ дрон операторҙарының ныҡлы психикаға эйә булыуы мөһим.
Илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр Асҡар ауылы, Совет урамы, 27, адресы буйынса район хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итеп, хәрби хеҙмәт шарттары һәм дәүләт ярҙамы саралары тураһында тулыраҡ белә ала. Тел.: 8 (34772) 2-12-90.
Шулай уҡ мәғлүмәтте түбәндәге сығанаҡтарҙан алырға мөмкин: Башбат.рф сайтынан;ТГ-да чат-ботта: t.me/VBSBashBot; МАХ-та чат-ботта: ru/vbsbashkor; 122 номеры буйынса.
Г. Нурғәлиева.