Бөтә яңылыҡтар
10
Һәләтле балалар
19 Февраль , 14:52

Эпос һөйләп телдәре асыла, зиһендәре үҫә

Районда иң кескәй башҡарыусылар араһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсы уҙҙы.

— Балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр араһында мәшһүр эпосыбыҙҙы яттан һөйләү конкурсы уҙғарыуҙың әһәмиәте бик ҙур. Ул фекерләү, телмәр, хәтер-зиһен үҫешенә йоғонто яһап ҡына ҡалмай, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын һаҡлауға булышлыҡ итә, тыуған төйәк тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу, мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙға ихтирам тойғоһо уята. Шуныһы ҡыуаныслы: йылдан-йыл ҡатнашыусылар ишәйә, бәйге дәррәү, сәмле төҫ ала бара. Элекке йылдарҙа ҡатнашҡан конкурсанттарҙың эпик әҫәрҙе артабан үҙләштереп, оҫтарып, батырайып, телдәре шымарып килеүен, йәғни үҫеш барлығын күреү һөйөнөслө. Ә инде «Урал батыр» рухы бер ҡағылһа, ул күңелдә мәңгелеккә урын ала. Ошо балаларҙың артабан мәктәп йылдарында ла эпосты ятлауҙарын дауам итеүҙәре, республика конкурстарында һынау тотоуҙары, еңеүҙәре күҙәтелә, — тип һөйләй жюри ағзаһы, район мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә тәрбиә буйынса методисы З. Ғ. Әғләева.
Район конкурсы Асҡарҙа «Тирмәкәй» балалар баҡсаһында уҙҙы. Положениеға ярашлы, яңғыҙ башҡарыусыларҙың сығышы, эпосты сәхнәләштереү, рәсемдәр һәм ҡул эштәре айырым баһаланды. 
Эпосты ятҡа һөйләүселәр араһында 18 бәйгесе көс һынашты. Етди әҙерлек күҙгә ташланды. Барыһы ла милли кейемдәрҙә килгән, сәхнәләштереүҙә ҡатнашыусы йәш әртистәргә эпосҡа ярашлы образдар булдырылған. Шуныһын да билдәләп үтеү зарур: иң кескәй ҡатнашыусыға өс йәш булһа, өлкәндәргә биш-алты йәш ине. Үтәгәндән «Иләү» мәктәпкәсә төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Илзирә Шаһивәлиева былтыр ике йәшлек кенә сағында конкурста ҡатнашып бөтәһен дә хайран иткәйне. Быйылғы бәйгегә ул «Урал батыр»ҙан 111 юл ятлап килгән. Киләсәктә зирәк бәләкәстән ҙур кимәлдәге бәйгеләр еңеүсеһе үҫеп сыҡһын тип теләйек. 
Кескәй башҡарыусылар 40-тан башлап 165 юлға тиклем өҙөктәр ятлап ҡыуандырҙы. Башланғыс бар икән, конкурс артабан да йәшәйәсәк тигән һүҙ был. Башҡорт телен, эпостың нескәлектәрен белгән жюри ағзалары ятлау күләменән тыш, балаларҙың артистизмына ла иғтибар бүлде. 

Асия һәм Алһыу Мөхтәровалар
Асия һәм Алһыу Мөхтәровалар

Шулай итеп, «Урал батыр» эпосынан 165 юлды шытырлатып яттан һөйләп торған Хәлил урта мәктәбенең «Ҡарлуғас» мәктәпкәсә төркөмө тәрбиәләнеүсеһе 5 йәшлек Асия Мөхтәрова гран-приға лайыҡ булды. Апайы артынан ҡабатлап йөрөп эпостан 110 юлды отоп алған 4 йәшлек һеңлеһе Алһыу ҙа бәйгелә ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, ҡыҙҙарҙың әсәһе, математика уҡытыусыһы Миңзифа Айбулат ҡыҙы мәктәп йылдарында үҙе лә «Урал батыр» эпосын ятлап конкурстарҙа ҡатнашҡан. Хәҙер Мөхтәровтар йортонда бәйге көн һайын: ҡыҙҙар милли кейемдәрен кейеп ярышып эпос һөйләй, олатай-өләсәйҙәр тамаша ҡылырға килә икән. Асия менән Алһыуҙың 1 йәшлек һеңлеләре Әминә лә апайҙары араһында мәж килә. «Бәләкәсебеҙҙең теле «Урал батыр» тип асылыр инде», — тип йылмая рухлы һылыуҙарҙың әсәһе.
Конкурс йомғаҡтары буйынса 1-се урын Үтәгән ҡыҙы Илзирә Шаһивәлиеваға һәм Дәүләттәге «Тылсым» балалар баҡсаһына йөрөүсе Нәйлә Намаҙбаеваға бирелде. Илзирәнең ҡаҙаныштары тураһында үрҙә үк телгә алдыҡ. Нәйләгә иһә алты йәш, ул да бик ныҡ тырышып эпостан 146 юллыҡ өҙөк ятлаған. 
Икенсе урын Рәхмәттән Йәсминә Фәррәховаға (126 юл), Асҡарҙан «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Батыр Шаһморатовҡа (121 юл), «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһынан Искәндәр Бикйәновҡа (101 юл) бирелде. Өсөнсө урынға «Сулпылар» балалар баҡсаһынан Нургизә Зыяева (112 юл), «Миләш» балалар баҡсаһынан Илһам Исламғолов (99 юл) һәм Амангилденән «Ҡарлуғас» мәктәпкәсә төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Гөлназ Абдуллина (125 юл) лайыҡ булды.
Асҡарҙан «Тирмәкәй» һәм Әбйәлил ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсалары бәләкәстәре эпос буйынса инсценировка күрһәтте һәм, ярашлы рәүештә, гран-при һәм 1-се урында билдәләнде. 
Һүрәттәр һәм ҡул эштәре конкурсына бик күп эштәр тәҡдим ителеүе райондың мәктәпкәсә тәрбиә биреү учреждениеларында тәрбиәләнеүсе кескәйҙәрҙең  милли эпосыбыҙ менән таныш булыуҙары тураһында һөйләй. Балалар сағыу һүрәттәрендә Урал батыр, Һомай, Аҡбуҙат образдарын оҫта сағылдырған. Пластилиндан, гипстан һынландырылған эштәр ҙә булды бай күргәҙмәлә. Улар араһынан иң-иңдәр һайлап алынып, «Сулпылар» балалар баҡсаһынан (Асҡар) Фидәлиә Сибаева еңеүсе тип баһаланды. Икенсе урынға «Тирмәкәй» балалар баҡсаһынан (Асҡар) Элина һәм Арина Атанғоловалар, «Тылсым» балалар баҡсаһынан (Дәүләт) Аиша Дауытова лайыҡ булды. Өсөнсө урын Арсений Карменовҡа («Тылсым», Дәүләт), Лилиә Иғдисамоваға («Иләү», Үтәгән) һәм Йәсминә Абразаҡоваға («Тирмәкәй», Асҡар) бирелде.
Еңеүселәр һәм лауреаттар район мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Гран-при яулаған Асия Мөхтәрова һәм сәхнәләштереүҙә еңеүсе булған «Тирмәкәй» балалар баҡсаһының кескәй әртистәре алдында (тәрбиәсе Г. М. Сәйетғәлина, музыка етәксеһе Г. Р. Ғүмәрова) Әбйәлил намыҫын төбәк конкурсында яҡлау бурысы тора.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас: