РФ Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән «Планета шатлығы» ижади йәмәғәт ойошмаһы тарафынан уҙғарылған конкурстың суперфиналы 13-16 ғинуарҙа баш ҡаланың «Измайлово» концерт залында уҙған. Сарала өс мең самаһы кеше ҡатнашҡан. Конкурсҡа Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән – Башҡортостан, Татарстан, Бүрәт, Ҡырым, Көньяҡ Осетия республикаларынан, Ульяновск, Әстерхан, Иркутск, Ростов, Вологда, Мәскәү өлкәләренән, Алтай, Ставрополь, Краснодар, Приморск крайҙарынан, Ямал-Ненец автономиялы округынан 264 концерт номеры тәҡдим ителгән. Башҡортостандан ғына Нефтекама, Дүртөйлө, Салауат ҡалаларынан, Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттән тәжрибәле өлгөлө бейеү ансамблдәре ҡатнашҡан.
— Был конкурс тураһында көҙгөһөн уҡыу йылы башында бейеүселәремә хәбәр иттем. Балалар бер тауыштар: «Ҡатнашабыҙ!» — тип янып киттеләр. Ата-әсәләрҙән дә ыңғай яуап алғас, заявка ебәрҙек һәм етди һынауға әҙерлекте башланыҡ. Конкурс өсөн яңы бейеүҙәр һалдыҡ, электән башҡарған уңышлы хореографик композицияларыбыҙҙы ҡабатланыҡ, костюмдар тектерҙек, башҡа сәхнә кәрәк-яраҡтарын теүәлләнек, билеттар алдыҡ. Юлға сығыр ваҡытыбыҙ яҡынлашҡан һайын тыныслыҡты юғалта барҙыҡ, сәнғәт мәктәбендәге мотлаҡ дәрестәрҙән һуң кистәрен, ял көндәрендә репетицияларға йыйылдыҡ, ҡышҡы каникулда балалар бөтөнләй ял итмәне тиерлек. Ләкин бер кем дә ризаһызлыҡ белдермәне, баш тартманы, ансамблдең уңышлы сығышы өсөн бөтә көс-тырышлығын һалды. Сабырлыҡтары, ихтыяр көсө өсөн һәр береһе талант эйәһе булған бейеүселәремә ҙур рәхмәтемде белдерәм, — тип һөйләй ансамбль етәксеһе Э. Ә. Килдейәрова.
Бөтәһе 52 бала бейеү буйынса остаздары Э. Ә. Килдейәрова һәм Ә. Ә. Ғәбитова етәкселегендә тәғәйен көндә алыҫ юлға ҡуҙғала. Мөһим эштәрен ҡалдырып бәләкәй төркөм бейеүселәренең ата-әсәләре балалар менән Мәскәүгә ҡуша барыуы ҙур коллектив өсөн ныҡлы терәк, күмәк балаға күҙ-ҡолаҡ була. Сәйәхәт ҡылырға түгел, конкурста ҡатнашырға барғас, костюмдар, башҡа реквизиттар тейәлгән ауыр ғына багаждарҙы ла өлкәндәр күтәрешә.
«Фантазия» ансамбле бейеүселәре «Измайлово» ҡунаҡханалар комплексының «Гамма» тигән өс йондоҙло отеленә урынлаша. Икенсе көндә бейеүселәр ошо уҡ комплекста урынлашҡан концерт залына юллана. Конкурс категориялар буйынса бер нисә майҙанда уҙа. Асҡар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренә күп составлы ансамблдәр рәтендә иң ҙур сәхнәлә сығыш яһарға тура килә. Бер мең тамашасыға иҫәпләнгән залдағы сәхнәнең ниндәй булыуын күҙ аллауы ҡыйын түгел. Мәртәбәле жюри алдында «Фантазия» ансамбленең бәләкәй төркөм бейеүселәре «Нурлы баласаҡ» һәм «Йәрмәк», өлкәндәр «Аҡбуҙат», «Ҡул оҫталары», «Ете ҡыҙ» бейеүҙәре менән сығыш яһай. Ансамблдең солисы Карина Ғәйфуллина «Француз яулыҡ» бейеүе менән яңғыҙ башҡарыусылар араһында ла ижади көсөн һынай. Бынан тыш, Мәскәүгә китергә булғас, хореографтар илебеҙҙең баш ҡалаһында Башҡортостанды күрһәтеү маҡсатында бөтә ансамбль ҡатнашлығында, хатта бейеүсе әсәйҙәрҙе лә йәлеп итеп ҡуйған «Ете мөғжизә» композицияһы ла баһалаусыларҙың күңеленә хуш килә.
Һөҙөмтәлә «Ете мөғжизә», «Аҡбуҙат» хореографик композициялары һәм татар халыҡ бейеүе «Йәрмәк» өсөн конкурстың II дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булһалар, милли булмышыбыҙҙы сағылдырған «Нурлы баласаҡ», «Ҡул оҫталары», «Ете ҡыҙ» бейеүҙәре I дәрәжә лауреат дипломы һәм кубоктар менән баһалана һәм конкурстың 40 мең һумлыҡ сертификаты менән дә бүләкләнә. Ғөмүмән, башҡорт бейеүен урын-еренә еткереп башҡарыу өсөн башҡорт булып тыуырға кәрәк тигән хәҡиҡәткә профессиональ жюриның юғары баһаһы тағы ла нығыраҡ инандыра. Ансамблдең «Традицияларҙы һаҡлаған һәм киләсәккә ышаныслы ҡараш өсөн» номинацияһында махсус призға лайыҡ булыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Һәм тағы ла ҡыуаныс: Карина Ғәйфуллина ла яңғыҙ башҡарыусылар араһында лайыҡлы рәүештә беренсе урын алған.
Сараның өсөнсө көнө мастер-кластарға һәм Мәскәү буйлап экскурсияға бағышланған. Төрлө төбәктәрҙән баш ҡалаға килгән йәш таланттар Ҡыҙыл майҙанда, бихисап иҫтәлекле урындарҙа булған, Мәскәү-Ситины күргән, баш ҡала метрополитенында йөрөгән.
«Фантазия» өлгөлө балалар ансамбле бейеүселәре өсөн был сәфәр онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған. Ә уларҙың ҙур кимәлдә етди дәғүәселәре араһында еңеүле сығыштары тыуған Әбйәлилде генә түгел, республикабыҙҙы ла данланы. Алда ла еңеүҙәре күп булһын йәш бейеүселәрҙең!
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.