6 февраль Учалы ҡалаһында Учалы районы мәғариф идаралығы һәм «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә ойошторған танылған диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың алтын тауышы Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә бағышланған «Диктор тауышы – 2025» асыҡ республика конкурсының финалы уҙҙы.
Мәктәп уҡыусылары араһында үткән конкурста 100-ҙән ашыу йәш хәбәрсе ҡатнашҡан, шуларҙың 20-һе финалға сыҡҡан. Абруйлы жюри баһалаған мәртәбәле бәйгелә Хәлил урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Линар Муралеев беренсе урынға лайыҡ булды.
«Линар Муралеев — әҙер диктор! Ул конкурсҡа тәҡдим иткән көнүҙәк темаларға тере репортаждары, финал сығышында ла үҙен сәхнәлә ышаныслы тотоуы менән жюрины арбаны. Һоҡландырҙы. Ғорурланам!» — тип яҙҙы социаль селтәрҙә «Юлдаш» радиоһы алып барыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, журналист Гүзәл Ситдиҡова.
Линар «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәтенең дипломы, аҡыллы колонка һәм «Ашҡына ғүмер. Әхәт Мортазин: ижад, эфир, иҫтәлектәр, мәҡәләләр» китабы менән бүләкләнде. Еңеүсе уҡыусы әҙерләгәне өсөн Л. Муралеевтың остазы — башланғыс кластар уҡытыусыһы Ф. М. Ғәлинаға БР Мәғарифты үҫтереү институтының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.