Бөтә яңылыҡтар
10
Һәләтле балалар
25 Февраль , 10:15

Зариф ҡолонло булды!

Тупаҡ ауылында үткән ҡышҡы бәйгелә 12 йәшлек Зариф Аҡмырҙин 1200 метр дистанцияға ярышта беренсе булып килде һәм ойоштороусыларҙан башҡорт тоҡомло ҡолонға сертификат менән бүләкләнде.

Иштимер ЙОСОПОВ
Фото:Иштимер ЙОСОПОВ

Зариф — Тупаҡ ауылының тырыш, уңған ғаиләләренең береһе булған Флүзә һәм Рауил Аҡмырҙиндарҙың икенсе улдары. Өлкәндәре Замир бөгөн Сибай колледжында һөнәр үҙләштерә. Бер йәшлек Карина әсәһе менән өйҙә.
Замир ҙа, Зариф та тренер Салауат Баһаувтың ҡул аҫтында самбо серҙәренә төшөнә, икәүһенең дә ярыштарҙа яулаған уңыштары бихисап. 
Аҡмырҙиндар күпләп мал аҫырайҙар, шуға ла малайҙар бәләкәйҙән мал да ҡарайҙар, бесән дә эшләшәләр, ата-әсәһенә төрлө эштәрҙә ярҙамлашалар. 

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: