Әйтергә кәрәк, бәйге вокал коллективтар араһында үтте, күмәк башҡарыусыларҙың бер бөтөн булып сығыш яһауы, интонация, дикция, артистизм кеүек критерийҙар буйынса баһаланды. Тышҡы ҡиәфәт, темаға тура килгән сәхнә кейеме буйынса бөтә ансамблдәрҙең дә тырышлығы юғары баһа алды. Ә вокал конкурсы булғас, жюри айырыуса башҡарыу оҫталығына ныҡ итеп ҡолаҡ һалды.
Изге Ватаныбыҙҙың бөйөклөгөнә, ҡаһарман рухына, илһөйәр улдарына дан йырлаған Тыуған ер тураһындағы һәм хәрби тематикаға арналған патриотик йырҙар бик күп. Улар үлемһеҙ — һәр быуын вәкилдәре улар тәрбиәһендә ғорурланып, рух алып үҫә, заман батырҙарына арналған яңы йырҙар тыуа. «Ватанымды йырлайым» конкурсы ла үҙенең эсенә төрлө дәүерҙәр йырҙарын алды. 1812 йылғы Ватан һуғышының данлы шаңдауы булып ҡалған «Любизар» йыры ла, Бөйөк Ватан һуғышының шанлы ауазы булып яңғыраған «Катюша», «Шайморатов генерал», «На поле танки грохотали» йырҙары ла, әлеге ваҡытта барған махсус хәрби операция яугирҙәренә арнап сығарылған «Башҡортостан егеттәре» вокал композицияһы ла бөйөк илебеҙ тарихын йыр телендә һөйләне. Тыуған ил тематикаһына мөрәжәғәт итеүселәр «Любэ» төркөмөнөң «За тебя, Родина-мать!», Олег Газмановтың «Вперед, Россия!», Вәсилә Фәттәхованың «Тыуған яҡ» һәм һуңғы осорҙа бик популяр булған Татьяна Куртукованың «Матушка, земля» йырҙарын ғәзиз ергә һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғолары аша аһәңле итеп башҡарҙы. Һәм, әлбиттә, балалар өсөн яҙылған патриотик йырҙар башланғыс кластар өсөн бигерәк тә отошло булды — «Ерҙән һалдат атлай», «Мин һалдат булам», «Солдатушки», «Солдатом тоже стану я», «А ну-ка, девушки!», «Солдатики» кеүек дәртле йыр-марштар кәйефте күтәрҙе.
Рухты күтәргән (был хәҙерге ваҡытта бигерәк тә көнүҙәк) һәм байрам кәйефе бүләк иткән сығыштарҙың береһе лә баһаланмай ҡалманы. «Ватанымды йырлайым» конкурсының гран-приһын Амангилде урта мәктәбенең «Йондоҙҙар» ансамбле ҡыҙҙары (етәксеһе Ф. Ғ. Йәрмөхәмәтова) яуланы (һүрәттә). Ҡырҙас урта мәктәбенең «Илһам» ансамбле егеттәре (Р. Ғ. Билалова) I дәрәжә лауреат исеменә һәм жюри ағзаһы булған Таһир Кусимов исемендәге гимназияның «Талисман» вокал студияһы етәксеһе Ф. М. Нөғәмәнованың махсус бүләгенә лайыҡ булды. II дәрәжә лауреат исемдәре Таштимер урта мәктәбенең «Огонек» (Р. Н. Азаматова) һәм Гусев урта мәктәбенең «Домисолька» (Й. Л. Ғәтиәтуллина) ансамблдәренә бирелде. III дәрәжә лауреаттар тип Рысҡужа башланғыс мәктәбенең 4-се класс уҡыусылары (А. И. Мөхәмәтова), Ҡушый башланғыс мәктәбенең «Непоседы» (Ә. Д. Йосопова) һәм Дәүләт урта мәктәбенең «Арғымаҡ» (Ә. Д. Йосопова) ансамблдәре табылды.
I дәрәжә дипломант дипломдары менән Ишҡол һәм Михайловка мәктәптәре ансамблдәре билдәләнде. II дәрәжә дипломант исемен Озерный, Атауҙы, Ташбулат, Яңы Балапан мәктәптәренең вокал коллективтары алды. III дәрәжә дипломанттар булып Сиҙәм, Йәнекәй, Байым, Әбделмәмбәт, Йәнгел, Красная Башкирия мәктәптәре бүләкләнде. Ансамблдәр район мәғариф бүлегенең дипломына лайыҡ булһа, уларҙы конкурсҡа әҙерләүсе етәкселәре рәхмәт хаты менән баһаланды.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.