Һәләтле балалар
9 Апреля , 05:02

Йәш геологтар ярышты

Асҡарҙан бер уҡыусы йәш геологтар олимпиадаһы призеры булды  

Йәш геологтар ярыштыЙәш геологтар ярышты
Йәш геологтар ярышты

Урал тау университетында XXXI йәш геологтарҙың асыҡ олимпиадаһы үтте. Әбйәлил районы исеменән был интеллектуаль ярыштарҙа Асҡар мәктәбе командаһы ҡатнашты.

Ҡатнашыусылар өсөн бай программа әҙерләнгән: минералогия, палеонтология, гидрогеология буйынса күнегеүҙәр, петрография һәм ятҡылыҡтар геологияһы буйынса практик эштәр. Уҡыусылар университеттың геология музейына һәм лабораторияларына экскурсияға барҙы.

Асҡар мәктәбенең бишенсе класс уҡыусыһы Юлиана Әмирова олимпиада призеры булды. Төркөм етәксеһе Миләүшә Зарипова уҡыусыларҙың юғары күрһәткестәре һәм ярҙамы өсөн рәхмәт хаты алды.

Сәфәр "Салауат" ЯСЙ-һы ярҙамында ойошторолдо. Уҡыусылар яңы белем генә түгел, Уралдың баш ҡалаһына сәйәхәттән сағыу тәьҫораттар ҙа алды.

Йәш геологтар ярышты
Йәш геологтар ярышты
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас