Хәтер
26 Июля 2024, 07:42

Ҡәҙерлеләрем тураһында иҫтәлектәрем

Ғаилә йылы айҡанлы атайым һәм әсәйемә бәйле күңел сәхифәләремде бәйән итмәксемен.

Атайыбыҙ Камалетдин Ямалетдин улы Айтуғановтың был донъянан китеүенә быйыл – 20, ә әсәйебеҙ Камила Билал ҡыҙына 29 йыл тулды. Улар Ҡужан ауылында дүрт бала тәрбиәләп үҫтереп, 48 йыл бергә ғүмер кисерҙеләр, ауылда күптәргә өлгө булып, етеш, мул тормошта йәшәнеләр, донъя көтөүгә бик ихлас инеләр, сөнки икеһе лә бик егәрле, тырыш кеше булдылар. 
Атайым ҡул эштәренә бик оҫта булды. Өйҙәге бик күп көнкүреш әйберҙәре ҡулдан яһалған ине. Әлеге ваҡытта ҡайһы берҙәре Ҡужанда Клара апай Абдуллина ойошторған музейҙа һаҡлана. Атайым “Сәлимәкәй”, “Азамат” һәм башҡа боронғо башҡорт йырҙарын йырлай торғайны. Әсәйем аш-һыуға оҫта булды, нимә бешерһә лә уңды, ҙур түңәрәк икмәктәре ҡабарып беште. 
50-60-сы йылдарҙа тормош ауырыраҡ ине, шулай ҙа беҙҙең мунса ла, ҡоҙоҡ та булды. Ул ҡоҙоҡтоң таҙа, тәмле һыуын күрше-тирә әле булһа тотона. Баҡсала емеш-еләк, йәшелсә, алма мул булды. Ҡыярҙы атайым парникта үҫтереп, яҙҙан беҙгә ашата башлай торғайны. Синдектә магазин да булды. Мал-тыуарҙы ла күп көттөләр. Ул ваҡыттарҙа ауылда сусҡа аҫраманылар. Атайым уныһын да көтөп, Хәким ағайыма “Жигули” машинаһы алып бирҙе. Ә үҙе машина ла, мотоцикл да йөрөтә белмәне. Нисә сусҡа көткәндер, һәр хәлдә мин уларҙы күргәнем булманы, тауыштары ла ишетелмәне, төпкө ояла бикле торғандарын белә инем. 
Иң беренсе радио һәм патефон да беҙҙә булды. Рима менән Ҡаҙима апайымдарҙың йәштәштәре килеп, пластинка уйната торғайнылар. Шашка-шахматыбыҙ ҙа булды. Бәләкәй сағыбыҙҙа өс тәгәрмәсле велосипедыбыҙ ҙа бар ине. Ә 8-се кластан һуң мин “кәзә” мотоциклында йөрөй башланым.  Хәҙер бөтәһен дә уйлайым да, шундай һығымтаға киләм: атайым менән әсәйем балалары өсөн бик күпте эшләгәндәр, беҙҙең киләсәгебеҙҙе ҡайғыртҡандар. Яҡшы тәрбиә биргәндәр. Беҙ ыҙалыҡ күрмәй, бик бәхетле йәшәгәнбеҙ, бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәгәнбеҙ. Атайыбыҙ алдынғы ҡарашлы, күпте белгән, бик көслө рухлы кеше булды. Стенала һәр ваҡыт донъя картаһы элеүле торҙо. Шул картанан илдәрҙе табыу, баш ҡалаларының исемдәрен әйтеү буйынса уйындар үткәрҙе. Ә үҙе ер йөҙөндәге бөтә илдәрҙең дә атамаһын, баш ҡалаһын, майҙанын, ил етәксеһенең исемен яттан белә торғайны. Радионан көн һайын яңылыҡтарҙы тыңлап барҙы. Иҫемдә: мин бәләкәй саҡта иртәнге сәғәт 8-ҙә радионан СССР-ҙың гимны уйнағанын, “Говорит Москва” тигәнде көн һайын йоҡо аралаш ишетә инем. Тағы ла атайым миңә латин хәрефтәрен өйрәтте, уларҙы ҡулланып башҡорт һәм рус һүҙҙәрен яҙырға, уҡырға өйрәндем. Шул саҡта Мәскәүҙә атайымдың дуҫы Муллайән ағай Байбулов йәшәне. Йыл һайын беҙгә килеп йөрөй торғайны. Атайым уны Мәскәүҙә йәшерен заводта эшләй, ти ине. Һәр ваҡыт хат яҙышып торҙолар. Ул хаттарҙы атайым миңә лә уҡыта торғайны. Йәшерен серҙәрен латин хәрефтәре менән йә башҡортса, йә русса яҙа ине. Яңы самолеттарҙы һы- нағанда ҡайһыларының шартлауы, кешеләрҙең үлеүе һәм башҡалар тураһында уҡып-белеп бара инем. 
Мәктәптә уҡығанда атайым көн һайын дәрестәргә әҙерлегемде тикшереп, өйгә эштәрҙе эшләтте. Педучилищеға уҡырға инеүемдә лә атайым сәбәпсе булды. Имтихандарға әҙерләнергә ярҙам итте. “Уҡытыусы кешенең яҙыуы матур булырға тейеш, матур яҙ”, – тиер ине. 
Элек башҡорттарҙың урыҫ белештәре була торғайны. Атайымдың да Михайловка ауылында яҡшы ҡатнашып йәшәгән таныштары булды: Концовтар – Николай Михайлович менән Любовь Ивановна. Хәким ағайымды урыҫсаға өйрәнһен тип, 5-се класты тамамлағас, Концовтарҙың малайы Боря менән Михайловка мәктәбенә яңынан 5-се класҡа уҡырға бирҙеләр. Ағайым уларҙа йәшәне. Боря ла беҙгә килеп йөрөнө. Бер ваҡыт урамда уйнағанда Хәсәндең (Ғилметдин ағайҙың малайы), Боряның исемен әйтә белмәй: “Бүре самокатты бирмәй” – тип инеп ошаҡлашҡанына көлгәнебеҙҙе хәтерләйем.
Элек Күсәр ауылына киткән юл буйында “Путь Ленина” колхозының умарталығы урынлашҡан ине. Атайым шунда Михайловкала йәшәүсе Анастасия Мироновна Севастьянова тигән мәрйә менән эшләне. Тыныс ҡына һәйбәт инәй булды. Ул беҙгә окрошка эшләп ашата торғайны. Һыуыҡ аш булғанға аптырай инек, тәмле булды, һәр ваҡыт яратып ашаныҡ. Бал һыҡҡан ваҡытта, ҡыҙыҡ күреп, балды сынаяҡ өҫтө менән эсә торғайныҡ. Ул ваҡытта тәбиғәт таҙа булғандыр инде, аллергия тигән нәмә лә булманы. Һәр йәй шунда бесән саптыҡ. 
Атайымдарҙың Магнит ҡалаһында ла белештәре булды. Әсәйем менән шуларҙың береһенә барып йоҡлап ҡайтҡайныҡ, түшәк-ҡаралдылары селт аҡ икәне иҫтә ҡалған. Икенсе таныштары татарҙар ине. Бер ҡыҙы Ҡазанда музыкантҡа уҡый тинеләр. Өйҙәрендә пианино бар ине, ултырғысы түңәрәк, өйрөлә торған, мин шунда ултырып оҙаҡ өйрөлгәнемде иҫләйем. 
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтергә теләйем: Ҡөрьәндә яҙылғанса, Ер йөҙөндәге бөтә тереклек тә Хоҙай тарафынан яратылған, кешеләр ҙә. Шулай булғас, кешеләр Ер шарының ҡайһы өлөшөндә йәшәһәр ҙә, ниндәй милләттән булһалар ҙа бер-береһен хөрмәт итеп, татыу йәшәргә тейештәрҙер.

Мәҙинә АЙТУҒАНОВА–ШАҺИЕВА.
Ишҡол ауылы.

Читайте нас