Хеҙмәт юлын 1980 йылда Магнитогорск металлургия комбинатында иретеп йәбештереүсе булып эш башлай.
1981 йылда әрме сафына алына. Ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, шул уҡ комбинатта мартен, прокат, коксохим цехтарында слесарь-ремонтлаусы, иретеп йәбештереүсе булып көс түгә. Үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ 3-сө разрядтан 14-се разрядҡа тиклем күтәрелә. Әхтәм Салауат улы 1987 йылдан бригадир, 1999 йылдан мастер, өлкән мастер, 2002 йылдан участка начальнигы, 2009 – 2015 йылдарҙа директор урынбаҫары, 2018 – 2019 йылдарҙа баш инженер булып эшләй. 2003 йылда күтәргес транспорт, төҙөлөш машиналары һәм ҡорамалдарын эксплуатациялау һәм ремонтлау һөнәрен үҙләштерә һәм техник-механик квалификацияһына эйә була. Хаҡлы абруй яулап, данлы хеҙмәт юлын үтә ул.
Тынғыһыҙ хеҙмәте юғары баһалана. 2003 йылда Әхтәм Хажин Рәсәй Федерацияһы Президенты В. Путиндың указына ярашлы «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалына, шул уҡ йылда «Хеҙмәт ветераны» миҙалына лайыҡ була. Бынан тыш, хеҙмәт бурыстарын намыҫлы үтәгәне һәм оҙайлы намыҫлы хеҙмәте өсөн төрлө кимәлдәге Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
50 йәшен тултырып, хаҡлы ялға сыға. Ҡатыны менән ике балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына баҫтыралар.
Уҙған йылда вафат булды. Ауылдаштары данлыҡлы яҡташы менән ғорурлана, һағынып иҫкә ала.
Зөһрә БӘШӘРОВА,
Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.