Бөтә ғүмерен туған халҡына хеҙмәт итеүгә фиҙа ҡылған ғалим, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 40-лаған монография һәм һүҙлек авторы, билдәле дәүләт эшмәкәре, йәмәғәтсе Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова, иҫән булһа, 2025 йылдың тәүге көнөндә олпат ғүмер байрамын — 75 йәшлек юбилейын ҡаршылаған булыр ине. Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙы яҡты хәтер менән иҫкә алыу, изге эштәрен барлау маҡсатында район тыуған яҡты өйрәнеү музейында хәтер кисәһе уҙҙы.
Сарала фән эшмәкәрҙәре — ғалимәнең улы Тимур Мөхтәров, бер туған һеңлеһе Рәшиҙә Закирова, район хакимиәтенең социаль бүлек етәксеһе Гөлдәр Рәхимова, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гөлфиә Ниғмәтуллина, башҡорт теле уҡытыусылары (уларҙың байтағы Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы ҡулы аҫтында һөнәри белем алған), район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм Рәхмәт урта мәктәбенән делегация ҡатнашты.
Кисәне музыкаль яҡтан башҡортса йыр-бейеүҙәр, «Урал батыр» эпосынан өҙөк менән «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре биҙәне. Кескәйҙәрҙең милли рух менән һуғарылған матур сығыштарын тамаша ҡылыусылар көслө алҡыштар менән оҙатты, башҡорт телен, әҙәбиәтен, фольклорын, тарихын өйрәнеүгә күп көс һалған шәхестең рухы ла ҡыуанғандыр, моғайын.
Ф. Ғ. Хисамитдинованың ҙур тормошҡа, мөғәлимлеккә һәм фән юлына тәүге аҙымдары Белорет педагогия училищеһынан башланғыс ала. Артабан ул БДПУ-ның филология факультетын тамамлай, СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантура үтә. 1978 – 1985 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән хеҙмәткәр булып эшләгән осорҙа яҡташыбыҙ кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡлай. 1987 йылдан БДПИ-ла кафедра мөдире, 1992 йылдан башҡорт филологияһы факультеты деканы булып эшләй, 1993 йылда профессор ғилми дәрәжәһенә өлгәшә. 1995 – 1998 йылдарҙа республиканың мәғариф министры була, 1998 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына директор урынбаҫары, 2005 йылдан директор итеп тәғәйенләнә. Алып барыусылар Шәүрә Әхмәтҡужина һәм Ләйсән Бисенғолова данлыҡлы Рәхмәт ҡыҙының тормош баҫҡыстарына байҡау яһаны. Артабан һүҙ ҡунаҡтарға бирелде.
Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы Ф. Ғ. Хисамитдинованың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы Әбйәлилдә айлыҡ иғлан ителеүе, ул, үҙ сиратында, Башҡортостанда ғына түгел, бөтә төрки халыҡтар донъяһында билдәле шәхестең исемен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән маҡсатлы сараларҙы үҙ эсенә алыуы тураһында бәйән итте. 2024 йылдың 29 ноябренән 500-се һанлы Хөкүмәт ҡарары нигеҙендә Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының исеме рәсми рәүештә Рәхмәт урта мәктәбенә бирелеүе, әле был йәһәттән документ эштәре башҡарылыуы, ошо уңайҙан алда мәктәп коллективы, уҡыусылар һәм йәмәғәтселек ҡатнашлығында тантаналы сара уҙғарыу, мәктәп диуарында таҡтаташ асыу маҡсаты тороуын билдәләне. Айлыҡ сиктәрендә китапханаларҙа Ф. Ғ. Хисамитдиноваға арналған күргәҙмәләр ойошторолған, мәктәптәрҙә саралар уҙғарыу планлаштырыла.
Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы ҡайҙа ғына эшләмәһен, ниндәй генә юғары дәрәжәләргә өлгәшмәһен, ул бөтә ғүмере буйынса Рәхмәт ауылының ябай, рәхмәтле бер ҡыҙы булып ҡалды. Үҙенең тыуған яғы тураһында ул оло ғорурлыҡ менән һөйләне, яҡташтары өсөн күп изге эштәр башҡарҙы. Уның мәғариф министры вазифаһын биләгән сағында тыуған ауылында мәктәп төҙөттөрөүе генә ни тора! Ошо турала ауылдаштары сығыш яһаны.
— Фирҙәүес апайҙы бала саҡтан хәтерләйем. Ауылға йыш ҡайтты һәм өйҙән-өйгә йөрөй торғайны. Бала аҡылым менән мин уны ҡалай ҡунаҡҡа күп йөрөй тип уйлай инем, ә уның ҡунаҡҡа ҡайтҡан сағында ла ер-һыуға, күбәләк еренең фольклорына бәйле мәғлүмәттәр йыйғанын үҫкәс кенә аңланым. Мәктәптә директор булып эшләгән йылдарҙа уның менән бигерәк тә тығыҙ бәйләнештә булдым. Ул беҙҙең мәктәпкә стипендияһын булдырҙы, ҡар яуһа ла, буран булһа ла, тынғыһыҙ тормошонан ваҡыт бүлеп, гелән үҙе ҡайтып, уҡыусылар ҡулына шәхсән тапшыра торғайны. Шуға күрә Рәхмәт мәктәбенең белемгә ынтылыусан балалар уҡытып сығарыуында Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының өлөшө ҙур тиһәм, һис тә хата булмаҫ. Башҡалар өсөн ул арҙаҡлы, буй етмәҫ дәрәжәле ҡатын-ҡыҙ булһа, беҙгә, рәхмәттәргә, туған, ауылдаш апай булып ҡалды. Әлбиттә, абруйы ла ҙур булды, беҙгә ҡарата ныҡ талапсан ине. Уның килеүен әҙерләнеп көтөп ала, дәрт, илһам алып оҙатып ҡала торғайныҡ. Һәр ваҡыт пландарыбыҙ менән ҡыҙыҡһынды, кәңәштәрен бирҙе, ярҙам итте, — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты уҡытыусы З. Ә. Әхмәҙиева.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р. Р. Ғирфанова, мәктәп музейындағы фотоһүрәттәргә нигеҙләнеп, Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының тормош юлының Рәхмәт ауылына бәйле биттәре тураһында һөйләне. Фотоларҙа мәңгеләштерелгән кадрҙарҙа уның ни тиклем ауылым тип йән атып йәшәүе асыҡ сағыла. «Бөтә Рәхмәт халҡы мөһим сараларҙы уның ҡайтыуына планлаштырҙы. Сөнки апайыбыҙ байрамдарҙың күрке булды, ҡунаҡ ҡына булып килмәне, ойоштороусы ла, инициатор ҙа ине», — тине Рәғиҙә Рәхмәт ҡыҙы. Быларҙы дәлилләгән мәңгелек фотолар ҡалған. Бына ғалимә ҡояштай шат балҡып йәш быуынға стипендияһын тапшыра. Әйткәндәй, йылдар дауамында Рәхмәт мәктәбенән 76 уҡыусы исемле стипендияға лайыҡ булған. Сибай кантонға таҡтаташ асыу сараһының уртаһында ла ул ҡайнай. 9 май байрамы тыл һәм һуғыш ветерандары булған Ғәлиә һәм Ғилмитдин Хисамитдиновтарҙың баш балаһы өсөн гелән ауылда үткәрер, ҡәҙерлеләрен иҫкә алыр көн була. Рәхмәттә Еңеү паркын асыу сараһында ҡатнашыуы ла нәҡ ошо мәлдәрҙең иҫтәлеге. Тыуған ауылында мәсет төҙөү идеяһын да башлап ул күтәрә, тәүге иғәнәне лә ул индерә. Шуға күрә лә иман йортон асыу сараһында ла ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың береһе ул...
Йондоҙ кеүек балҡып йәшәгән, артынан ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған шәхес тураһында Рәхмәт мәктәбе яҡты хәтер һаҡлай. Былтыр уға бағышлап район кимәлендә башҡорт теле уҡытыусыларының семинарын уҙғарғандар, ағымдағы уҡыу йылында Байым төбәге кимәлендә семинар-сара ойошторолған. Рәхмәт урта мәктәбе уҡыусыһы Асия Таңатарова Сибай ҡалаһында уҙған шәжәрә конкурсында арҙаҡлы ауылдашының нәҫел сылбыры тураһында сығыш яһап, призлы урын алған. Гөлназ Зарипова ғалимәнең тормош юлы буйынса ғилми эш башҡарып, республика конкурсында еңеү яулаған. Рәхмәт мәктәбендә электән бай музей эшләй. Хәҙер унда ошо мәктәпкә нигеҙ һалыусы Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙына ла арналған мөйөш булдырылған. Мәктәп музейында һаҡланған фотоларҙың төҫлө күсермәһе район тыуған яҡты өйрәнеү музейына ла иҫтәлек итеп тапшырылды.
Ф. Ғ. Хисамитдинова ғаиләлә ниндәй әсәй, өләсәй булыуы тураһында улы Тимур Мөхтәров һөйләне:
— Әсәйем талантлы, бөтә яҡтан камил, матур кеше ине. Уның донъялыҡтан китеүе Әбйәлил ере, Башҡортостан өсөн ҙур юғалтыу. Ул ете ир эшләгән эште башҡарған кеше тиһәм дә хата булмаҫ. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты әҙерләгән ете томлыҡ «Башҡорт халҡы тарихы» тигән ҙур хеҙмәт өсөн ете ир-уҙаман — профессорҙар, академия ағзалары яуаплы була. Ә уларҙы алға бер ҡатын — әсәйем этәрә. Уның хеҙмәттәре бик күп, шулай ҙа ун томлыҡ «Башҡорт академик һүҙлеге»н әсәйемдең үҙенә төҙөп ҡалдырған һәйкәле тип һанайым. Төрки донъяла Томирис тигән архетип бар. Әсәйем тап ошо архетипҡа тура килгән кеше булды. Ул тормошта яугир ине, егеттәрсә көслө булды, батыр ине. Үҙенең сая холҡо менән күбәләк ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының дөйөм йыйылма образын да сағылдыралыр тип уйлайым. Әсәйем күп ваҡытын фәнгә, ижтимағи хеҙмәткә арнаны. Беҙ, уның ике улы, күберәге үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡарап, үҙ аллы булып үҫтек. Ул командировкаларға күп йөрөнө, төрлө илдәрҙә, ҡалаларҙа фәнни конференцияларҙа ҡатнашты, сығыш яһаны, йәки ҡоролтай эше буйынса Силәбе, Һамар, Ырымбур, Пермь яҡтарына сығып китә торғайны. Ул ҡоролтай рәйесенең беренсе урынбаҫары ине, бер юлы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһын етәкләне. Шуға күрә өйҙә ултырырға һис буш ваҡыты булманы. Уның аш-һыу бүлмәһендә, башҡа йорт-хужалыҡ эштәре менән булышҡанын бигүк хәтерләмәйем. Өйҙә сағында ла күберәге яҙыу менән булды, төндә яҙып ултырғаны күҙ алдымда. Ләкин өй эштәрендә ярҙам иткән дуҫ-таныштары күп булды, үҙе командировкаға киткәндә беҙҙе ҡарарға әхирәттәрен ҡалдыра ине. Беҙҙең баласаҡ шулайыраҡ булды. Һәр нәмәнең хаҡы бар. Бөйөк кешеләрҙең шәхси тормоштарын, ғаиләләрен ҡорбан итеүҙәре тәбиғи. Әсәйем дә шул ҡорбандарға барҙы. Ғаиләһенән бигерәк халҡын яратты, халҡым тип йән атты. Бының өсөн уны бер ҙә ғәйепләмәйбеҙ. Һоҡланабыҙ, аңлайбыҙ, әлбиттә, уның хаҡында хәтер һаҡлайбыҙ, эштәрен дауам итергә тырышабыҙ. Үҙе патриот булғас, беҙгә лә илһөйәрлек рухын һалды. Беҙгә ҡарата иң ҙур талабын — балаларыбыҙ башҡорт булһын, туған телдә һөйөләшеп үҫһен тигән аманатын аҡланыҡ. Ейәндәренең телдәре башҡортса асылды, башҡорт мәктәбендә уҡыйҙар, сәнғәт мәктәбендә ҡурай буйынса шөғөлләнәләр. Вариҫтары өсөн әсәйемдең рухы ҡәнәғәттер тип уйлайым.
Тимур Ғаяз улы һөйөклө әсәһенең исемен мәңгеләштереү, уның тураһында хәтер йәшәтеү йәһәтенән башҡарылған эштәргә лә туҡталды. 20 февралдә Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла Ф. Ғ. Хисамитдиноваға арналған ҙур конференция буласаҡ. Сараға сит илдәрҙән ҙур ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Ул йәшәгән йортта таҡтаташ асыласаҡ. «Ул һәр ваҡыт үҙенең юбилейына яҡташтарын саҡырҙы. Шуға күрә әбйәлилдәрҙең дә килеүен көтөп ҡалабыҙ», — тине ғалимәнең улы. Һәм, әлбиттә, район тыуған яҡты өйрәнеү музейына экспонаттар итеп ҡәҙерле кешеһенең иҫтәлекле әйберҙәрен — Фирҙәүес апайҙың һабантуйҙарҙа, милли байрамдарҙа яратып кейгән башҡорт күлдәген һәм камзулын, БДПУ-ның почетлы профессоры дипломын, башҡорт халҡы алдында башҡарған ижтимағи эштәрен баһалап ҡоролтай тарафынан бирелгән ҡәҙерле наградаһы — «Ал да сәс нур халҡыңа!» миҙалын, шулай уҡ 1995 – 1999 йылдарҙағы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты мандатын һәм ҡул сәғәтен, Рәсәй Фәндәр академияһы ағзаһы таныҡлығын тапшырҙы. Әсәһенең ғилми хеҙмәттәрен — ун томлыҡ «Башҡорт академик һүҙлеге»н, «Избранные труды» биш томлығын һәм ғалимәнең 70 йәшенә ҡарата сыҡҡан «Алҡыш» китаптарын улы үҙәк район китапханаһына бүләк итте, шулай уҡ сараға килеүсе уҡытыусыларға ла Ф. Ғ. Хисамитдинованың китаптарынан өлөш сыҡты.
Филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Закирова апайы тураһында матур баласаҡ иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. «Мин уның юҡлығына ышанмайым, һағынып йәшәйем, ул мәңгелеккә беҙҙең хәтерҙә», — тине Рәшиҙә Ғилмитдин ҡыҙы.
Район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гөлфиә Ниғмәтуллина Ф. Ғ. Хисамитдинованың йәмәғәт эшмәкәрлегенә туҡталды, ҙур хеҙмәттәре менән донъя кимәлендә танылыу яулаған шәхесебеҙ менән ғорурланырға һәм уның исемен киләсәк быуындарға еткерергә бурыслыбыҙ тине.
1-се Асҡар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л. С. Абдрахманованың студент йылдары 90-сы йылдар башында Башҡорт дәүләт педагогия университетында тап Ф. Ғ. Хисамитдинованың инициативаһы менән башҡорт филологияһы факультеты ойошторолған тарихи осорға тура килгән. Лира Сәлимйән ҡыҙы уның шәхесен остаз булараҡ асты. Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының бер үк ваҡытта ябай ҙа, ғәҙел дә, талапсан да, хәстәрлекле лә, уҫал да уҡытыусы булыуы тураһындағы хәтирәләрен бәйән итте. «Киң күңелле уҡытыусымдың өйөндә лә булырға тура килде. Баш ҡала фатирында факультет деканы менән ихлас гәпләшеп самауырҙан сәй эсеү бәхете башҡа кемдәргә тәтене икән?» — тине ул ғорурланып.
Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре музейға Ф. Ғ. Хисамитдинованың тормош һәм хеҙмәт юлын, ғилми эшмәкәрлеген сағылдырған күсмә күргәҙмә алып килгәйне. Күргәҙмә менән Д. Ш. Әбүшахманова таныштырҙы.
Осрашыу ахырында Рәшиҙә Ғилмитдин ҡыҙы яҡташтарҙың Ф. Ғ. Хисамитдинова тураһындағы иҫтәлектәрен яҙма рәүештә теркәп, шулай уҡ Әбйәлилгә бәйле фотоһүрәттәрен уға ебәреүҙәрен һораны. «Апайым 75 йәшлек юбилейына ҡарата 70 йәшенә сыҡҡан «Алҡыш» китабының дауамын күрергә теләгәйне. Уның теләген тормошҡа ашырып, хәтирәләрҙән торған йыйынтыҡ әҙерләү бурысы тора», — тип тәҡдим менән сығыш яһаны. Сара иҫтәлеккә фото төшөү менән тамамланды.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.