

Ваҡыт аяуһыҙ алға елә. Тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, яҙмышын емергән, йәнен һәм тәнен зәғифләгән, өмөтөн һүндергән Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға һикһән йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Һуғыш тарих биттәрендә урын алһа ла, уның халыҡ хәтеренән юйылыуы мөмкин түгел. Илебеҙҙә һуғыштың ут-ялҡынынан өтөлмәй ҡалған, афәте ҡағылмаған ғаилә юҡ, сөнки Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән ҡаһарман һәр ғаиләлә тиерлек бар.
Быйылғы Еңеү байрамы Гусев ауылы биләмәһе халҡы өсөн үтә лә мөһим булды. Сөнки биләмәгә ҡараған дүрт ауылда — Гусев, Таҡһыр, Юлдаш һәм Тал Ҡусҡары ауылдарында обелисктар яңыртылған. Обелисктарҙы яңыртыу һәр ауылда ла тиерлек халыҡтың көсө менән атҡарылған. Был аңлашыла ла, сөнки ҡаһармандар хаҡында хәтирәләр һәр береһенең күңелендә йәшәй.
Гусев
Бынан 50 йыл самаһы элек ҡуйылған обелисктың былтырғы ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә бөтөнләй тышҡы ҡиәфәте юғала. Гусев ауылы биләмәһе башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллиндың инициативаһы менән «Аныҡ эштәр» проекты буйынса обелискты яңыртыу планлаштырыла. Һәм был идея тап Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына ҡарай тиҙ арала атҡарылып сыға.
— Обелискыға ремонт талап ителә ине. Мемориал фашизмды еңеүгә өлөш индергән яҡташтарға хөрмәт һәм иҫтәлек булып тора, шуға күрә уны тейешле хәлдә тотоу — беҙҙең бурыс, — ти Шәрифйән Садиҡ улы.
Ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре тарафынан 27 мартта уҡ обелиск һүтеп алына башланһа ла, уны эшләү өсөн ҡапыл ғына подрядчиктар табыуы ҡыйынға тура килә. Әммә урындағы халыҡтың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең көсө менән 9 Майға өр-яңы обелиск барлыҡҡа килә.
Мемориал тулыһынса короед менән штукатурлана, уның өсөн биләмә башлығы кеше яллай. Күккә олғашҡан ете метрлыҡ өлөшө йыл да ямғырҙарҙан зыян күрә, ҡойолоп төшә, шуға ла был юлы ул өлөшкә профнастилдан конструкция эшләнелә. Һуңынан конструкция манипулятор ярҙамында стеллаға кейҙерелә. Манипулятор менән ауыл Советы депутаты Заһир Дәүләткирәев ярҙам күрһәтә.
— Заһир депутат булараҡ ныҡ ярҙам итте. Обелискты рәткә килтергәнсе өйөнә ҡайтманы ла тиерлек. Шулай уҡ урындағы ир-егеттәрҙең әүҙем булыуын билдәләп үтергә кәрәк. Һәр кем хәленән килгәнсе ваҡытын йәлләмәйенсә ярҙам итергә тырышты, — ти Ш. Ғәтиәтуллин.
Обелиск алдында баҫып торған һалдат һәйкәлен Таҡһыр ауылы обелискыһы янына урынлаштыралар. Уның урынына ҡорал тотҡан һалдат һәйкәлен Магнитогорск ҡалаһынан билдәле скульптор Сергей Елкин эшләп бирә. Һәйкәлгә 250 мең һум аҡса сарыф ителә.
Обелиск хәҙер төнөн дә яҡтыртылып, әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Уны тантаналы асыу сараһы 3 сентябргә — Икенсе Бөтә донъя һуғышы тамамланған көнгә планлаштырыла.
Таҡһыр
Обелиск янында электән емерелеп торған ҡойма алмаштырылған, тимер бағаналар ултыртылған. Ҡойолоп торған штукатурка ла ипкә килтерелгән. Үрҙә яҙып үтеүемсә, Гусевтың обелискы янындағы һалдат һәйкәле хәҙер Таҡһыр ауылына күсерелгән.
Ауыл биләмәһенең ҡаҙнаһы аҡсаһына 64 штакетник, 8 тимер бағана, 16 метрлыҡ прожилиналар һәм буяуҙар һатып алынған. Бөтә эштәр ҙә ауыл Советы депутаттары Рәзилә Йосопова менән Данияр Сафиуллиндың ойоштороуы буйынса башҡарылған.
Юлдаш
Бында ла обелискыға тулыһынса реконструкция эшләнелгән. Обелисктты яңыртыу өсөн ауылда ике тапҡыр йыйылыш үткәрелә, халыҡ ризалығын белдерә.
Иң тәүҙә обелискты тирә-яҡтан ҡаплап ултырған ағастар ҡырҡылған, шунан һуң кирбестән яһалған обелискты короед менән штукатурлағандар. Шулай уҡ обелисктың ҡоймаларын алмаштырғандар, ә ингән еренә тимерҙән семәрле ҡапҡа эшләгәндәр. Биләмәгә тулыһынса аҡ ҡырсынташ түшәгәндәр.
Обелискты яңыртыу өсөн район бюджетынан 80, ә ауыл биләмәһе ҡаҙнаһынан 25 мең һум аҡса бүленгән. Шуның 68 меңе мемориал таҡтаташҡа тотонолған. Бынан тыш ошо ауыл ейәне Динис Сәйетғәлин һәм эшҡыуар Ласын Усманов бағымсылар булып сығыш яһаған.
Мемориал таҡтаташтағы исемлек ветеран уҡытыусы Гөлсәсәк Сәйетғалинаның ярҙамы менән төҙөлә. Ә обелисктты тулыһынса ремонтлау халыҡтың иңенә төшә. Ауыл старостаһы Илдар Язаровтың етәкселегендә ағастар ҡырҡыла, өмәләр үткәрелә. Мәктәп ашханаһында өмәселәр өсөн ашатыу ойошторола.
Тал Ҡусҡары
Бында быйыл «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы уҙғарыласаҡ. Шуға ла ауыл халҡының инициативаһы менән обелискыға ремонт яһалған.
Ауылдаштарҙың осрашыуға бәйле үткәрелгән йыйылышта был һорау күтәрелә һәм урындағы халыҡтан обелискты ремонтлау өсөн аҡса йыйыла. Һөҙөмтәлә, халыҡтан йыйылған аҡсаға кирбестәр, тротуар плиткалары һатып алына. Ауыл ир-егеттәре тарафынан обелиск биләмәһендә өмә үткәрелә, стела, ҡоймалар һәм ағастар буялған, тротуар плиткалары һалынған.
Район Советы һәм ауыл Советы депутаттары ярҙамы менән обелиск тиҙ арала яңы төҫ алған. Бөтә эштәр ҙә тик ир-егеттәрҙең көсө менән башҡарылған.
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.