

«Иҫләйбеҙ. Яратабыҙ» тип аталды ул. Сараға килеүсе һәр кем алып барыусылар, сығыш яһаусылар менән бергә район тормошонда үҙе артынан уҡытыусы, мәктәп директоры, мәҙәниәт бүлеге начальнигы, йәмәғәтсе һәм һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙ, ир ҡатыны, әсә, хужабикә булараҡ юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдырып киткән сағыу шәхесте күҙ алдына баҫтырып, уның менән киҫештергән һуҡмаҡтарына, эш буйынсамы, шәхси юҫыҡтамы осраштырған ғүмер миҙгелдәренә хәтирәләрендә ҡайтып ураны. Иҫән булһа, уны хөрмәт итеп килгән ошо ғәм юбилей кисәһенә йыйылған булыр ине. Гөлшат Зиннәт ҡыҙына, үкенескә күрә, ғүмеренең етмешенсе бейеклегенә артылырға ете ай ғына етмәне. Күкрәп-гөрләп йәшәгән кешенең кинәт кенә, көтмәгәндә мәңгелеккә китеп барыуы аяҙ көндә йәшен атҡандай тәьҫир итте, ғүмерҙең фанилығын иҫкәртеүсе билдә — ишара булды...
Хәтер кисәһе бары йылы иҫтәлектәрҙән үрелде. Коллегаларының, рухташ, фекерҙәш дуҫтарының был эшен һәр нәмәлә үҙенсәлеклек эҙләгән һәм талап иткән Гөлшат Зиннәт ҡыҙы һис шикһеҙ оҡшатыр, яратып ҡабул итер ине. Уны сәхнәгә режиссер Рита Өмөтбаева ҡуйҙы, сценарийҙы Г. З. Лавренованың ҡул аҫтында ижади үҫеш баҫҡыстарын үткән Марс Сәйетғәлин яҙһа, РДК хеҙмәткәрҙәре матур итеп ойоштороуға һәм алып барыуға көс һалды. Сараның башынан аҙағынаса экранда оҙатылған фото-видеослайдтар берсә йөрәктәрҙе һыҡтатып күҙҙәрҙе йәшкә сылатһа, берсә шундай замандаш менән бер дәүерҙә йәшәлгән осор өсөн ғорурландырҙы, һоҡландырҙы.
Хәйер, Гөлшат Зиннәт ҡыҙы үҙе лә был кистә ошо залда булған кеүек тойолдо. Хатта сәхнәне дер һелкеткән бейеүҙәр ҙә, ағылған йыр-моңдар ҙа барыһы ла ул яратып ҡараған-тыңлаған репертуарҙан ине һәм нәҡ уның яратҡан башҡарыусылары — Өфөнән, Сибайҙан килеп еткән Башҡортостандың халыҡ артистары Заһир Иҫәнсурин, Альберт Салауатов кеүек ҙур талант эйәләре тарафынан бағышланыуы менән яҡты рухы алдында баш эйеү кеүек яңғыраны.
Сәхнә менән зал араһында сик булманы. Алып барыусылар шәхестең тормош баҫҡыстарын барланы, асылының тәрән сөңгөлдәрен байҡап етди лә, уҫал да, ихлас та, изге лә булмышын һүрәтләне. Тамашасылар араһында ла һүҙ алып хәтирәләре менән бүлешергә теләүселәр күп булды.
Гөлшат Әхтәмова–Лавренова 1955 йылдың 8 авгусында Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында донъяға килә. Бала сағында журналист булыу йәиһә үҙен педагогикаға арнау хаҡында хыяллана. Мәктәп йылдарында район матбуғатында тәүге мәҡәләләре донъя күрә. 1978 йылда Магнитогорск педагогия институтын тамамлап, Силәбе ҡалаһының 89-сы мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. 1980 йылда Асҡар урта мәктәбенә уҡытыусы булып ҡайта, бында үҙенең фиҙаҡәрлеге менән ябай педагогтан психолог, тәрбиә эштәре буйынса завуч вазифаларына күтәрелә.
1999 йылда һөнәри үҫешенең юғары нөктәһенә етеп 1-се мәктәпкә етәксе итеп тәғәйенләнә. Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған 23 йыллыҡ педагогик хеҙмәте күп наградаларға лайыҡ була, шуларҙың иң әһәмиәтлеләре — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф алдынғыһы исемдәре.
Мәктәп, студент йылдары, мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлеге тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашырға иң беренсе булып баласаҡ дуҫтары, класташтары, курсташтары, уҡыусылары һәм коллегалары һүҙ алды.
Класташы Венера Шәғәлина — институт буйынса ла һабаҡташы. Гөлшат Асҡар мәктәбендә уҡыған класташтары араһына бынан 57 йыл элек килеп ҡушыла. «Ул һәр ваҡыт ҡулында китап тотоп йөрөүе, күп уҡыуы һәм күпте белеүе менән айырылды, китапханала ул уҡымаған бер әҫәр, бер йыйынтыҡ ҡалманы», — тип баласаҡ йылдарынан башлап һүтелде был хәтирә. Пединститутта бергә уҡыған, бер ятаҡта йәшәгән ҡыҙҙар икеһе лә йүнәлтмә буйынса күрше өлкә ҡалаларына эшкә ебәрелә һәм Асҡар мәктәбенә ҡайтыуҙары ла бер осорға тура килә. Гөлшат Зиннәт ҡыҙы ғүмер буйы һәр ғәмәлен «бишле»гә башҡарҙы, өҫ-башына ла, кейеменә лә, эшкә мөнәсәбәтенә лә талапсан булды. Һөҙөмтәгә эшләгән уҡытыусы етәксе вазифаларға күтәрелде, районда иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе булды, тип юғары баһаланы уны уҡытыусы әхирәте.
«Миләш» халыҡ фольклор ансамбле ағзаһы Флүрә Рәхмәтуллина авантюрист класташының мәктәп йылдарындағы «ҡаҙаныштарын» — «Альтаир» ансамблен ойоштороуҙарын, клубта сығыш яһауҙарын, уҡытыусыларҙан йәшертен генә аулаҡ өйҙә дискотекалар үткәреүҙәрен һағынып иҫкә алды. Татыу, дуҫ параллелдән 8 пар ғаилә ҡорған, шуларҙың береһе — Гөлшат Һәм Сергей Лавреновтар һоҡланғыс тормош юлы үткән.
Гөлшат Зиннәт ҡыҙының беренсе сығарылышынан Алик Гәрәев: «Класс етәксем минең һымаҡ иң шуҡ малайҙарҙы ла тиҙ ауыҙлыҡланы. Ике көндәлек тоттороп, береһендә дәрестәр, икенсеһенә тәртибем өсөн баһалар ҡуя торғайны. Ҡылыҡтарым өсөн ата-әсәйемә бер ҙә зарланманы, ташып торған энергиямды файҙалы юҫыҡҡа йүнәлтеп, кластың хужалыҡ эштәре мөдире итеп тәғәйенләне. Хужаларса мөнәсәбәт миндә шул ваҡытта формалашты», — тип остазына, балаларының уҡытыусыһына рәхмәт әйтте.
1-се Асҡар урта мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ләлә Тимерханова был вазифаға директор Г. З. Лавренованың тәғәйенләүе буйынса тороуын һәм әле лә ошо бурысты тартыуын билдәләне. Директор булараҡ, Гөлшат Зиннәт ҡыҙы үҙенән башлап бөтәһенә лә талапсан булды, эшкә иң беренсе килеп иң аҙаҡ ҡайтты, новатор, идеялар генераторы ине, ҡайнап йәшәне, үҙе ыңғайына башҡаларҙы ла өйөрөлттө, этәрҙе, күтәрҙе, дәртләндерҙе, эшкә һәләтлеләрҙе күрә, үҫтерә белде тине. Уның «балаһы» булған «Беҙ» балалар республикаһы йәмәғәт ойошмаһы хәҙерге көндә лә мәктәптә йәшәп килеүе аҡыллы етәксенең алға ҡарап эш итеүе һөҙөмтәләренең береһе.
Г. З. Лавренова Марина Мөхәмәтдинованың да тормош юлында хәл иткес роль уйнаған. Сит райондан РДК-ға эшкә килгән һылыуҙы пионер вожатыйы итеп мәктәпкә саҡыра һәм мәғариф өсөн бынамын тигән кадр итеп үҫтерә. Марина Иосифовна бөгөн 1-се мәктәптең көслө рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының береһе, юл күрһәткән яҡты маяғына рәхмәтле булып хеҙмәт юлын дауам итә.
Данфира Харисова коллегаһы ғына түгел, тормош юлынан бергә атлаған тоғро әхирәте лә була. Ул күңелдәш кешеһенең күркәм сифаттарын ҡылыҡһырланы, эштән тыш шәхси тормошонда уңған, булдыҡлы хужабикә, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған ҡатын, әсәй булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Күҙҙәре көлөп торған һипкелле ҡыҙыҡайҙың үҙ-үҙенән батшабикәләй баһалы, кәүҙәһен тура тотоуға лайыҡлы ханымды әүә-ләүенә һоҡланыуын йәшермәне.
Т. Кусимов исемендәге гимназияға директор булып килгәс, Әлфиә Афзалова, был системала оло тәжрибәгә эйә атаһының кәңәшен тотоп, яңы вазифаһында 1-се мәктәп етәксеһен үҙенә маяҡ итә һәм уға тиңләшергә тырыша. «Беҙ ярышып эшләнек, бер-беребеҙҙе уҙҙырырға тырыштыҡ. Ошо сәмле, эшлекле ярыш нигеҙендә райүҙәк мәктәптәре районда бөтә күрһәткестәр буйынса ла иң яҡшы белем усаҡтары дәрәжәһенә күтәрелде. Гөлшат Зиннәт ҡыҙы директорҙар корпусының сағыу йондоҙо булды. Мәктәптәрҙе етәкләгән абруйлы ир-уҙамандар ҙа уның һүҙе менән иҫәпләште, эш тип янып йөрөгәне өсөн хөрмәт итте», — тип юҡһынып иҫкә алды.
Гөлшат Зиннәт ҡыҙының тағы бер уҡыусыһы табип Анна Замураева класс етәксеһенең тәүәккәллеге, яңылыҡҡа ынтылыуы арҡаһында 90-сы йылдарҙа Питерға сәфәр ҡылыуҙары тураһында һөйләп үтте.
Район мәғариф бүлеге исеменән телмәр тотҡан хәҙерге начальник Айҙар Хәкимов та, тәү сиратта, элекке уҡыусыһы булараҡ, төньяҡ баш ҡалаға барған ошо онотолмаҫ сәфәр ҡалдырған күңел сәхифәләре менән уртаҡлашты, талапсан остазына уҡытҡан предметы буйынса дәрестәренән тыш, тормош һабаҡтарына өйрәтеүе, матурлыҡты күрергә, яҡты-лыҡҡа ынтылырға өндәүе өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
2003–2016 йылдарҙа Г. З. Лавренова район мәҙәниәт бүлеген етәкләй. Етәкселек дилбегәһен ҡулына алғанда өлкәлә хәлдәр бик мөшкөл була. Мәҙәниәт усаҡтарының күпселеге ташландыҡ торошта ҡаршылай. Гөлшат Зиннәт ҡыҙы баҙап ҡалмай, бында ла үҙен ысын профессионал, талантлы етәксе итеп күрһәтә. Әйткәндәй, был вазифаға мәҙәниәтте күтәреү өсөн ҡуйыуҙарын белеп килә һәм ең һыҙғанып эшләүе һөҙөмтәһендә барыһын да яйға һала. Ни өсөн нәҡ улмы? Емерелә башлаған 1-се мәктәптә бер йәй эсендә капиталь ремонтты атҡарып сыға алған, артҡа сигенә белмәгән тимер холоҡло гүзәл заттың бында ла һынатмаҫына етәкселектең ҙур өмөт бағлауы тураһында ул осорҙа район башлығы булған Әбйәлилдең почетлы гражданы В. П. Павлюкович һөйләп үтте һәм яңылышмауҙарын билдәләне.
Гөлшат Зиннәт ҡыҙы мәҙәниәткә район һәм республика бюджеттарынан финанс ярҙам бүлдерттереүгә өлгәшә, беренсе йылда уҡ 24 клуб тергеҙелә. Иң төпкөл ауылдарҙа ла мәҙәни усаҡтарға йән һәм йәм инә, клуб баҡсалары аллы-гөллө сәскәләре менән балҡый. Бөтә документация тәртипкә килтерелә, матди-техник база яңыртыла, төрлө түңәрәктәр эшләй, саралар үткәрелә, ижади коллективтар формалаша, яңы сәхнә йондоҙҙары ҡабына – ҡыҫҡаһы, тормош ҡайнай! Етәксе үҙен төрлө сараларҙы ойоштороусы, яңы проекттар булдырыусы инициатор итеп тә күрһәтә. Уның башланғысында районда «Аҡ кейеҙгә баҫып...» республика семинары уҙғарыла, 2005 йылда уникаль мәҙәни учреждение — Кейеҙ йорто асыла. Г. З. Лавренованың мәҙәниәт өлкәһендә лә эшен яратып, арымай-талмай хеҙмәт итеүе БР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары, Хөкүмәттең күкрәк билдәләре, рәхмәт хаттары менән баһалана.
Район мәҙәниәтен локомотив кеүек алға этәргән көслө етәксе тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уның менән ҡулға-ҡул тотоноп эшләгән коллегалары бүлеште. Роза Таһирова китапханалар системаһы эшмәкәрлегендәге роленә туҡталһа, Элиза Ҡунафина тотош мәҙәниәтте аҫтын-өҫкә әйләндергән «революцияһы» хаҡында бәйән итте. «Уның талапсанлығы ҡайһы берҙә сиктәрҙән ашып, түҙеп торғоһоҙ булып китә ине. Ташламаларға бармауы, сигенә белмәүе менән мәҙәниәт өлкәһен ҙур уңыштарға ҡаҙандырҙы. Хәтерләйем, федераль һабантуйҙарҙа ҡатнашҡанда ул беҙҙе, район етәкселеген генә түгел, бөтә республиканы аяҡҡа баҫтырыр ҡеүәт-һәләткә эйә ине һәм һәр ваҡыт Башҡортостан мәҙәниәтен Рәсәй кимәлендә юғары кимәлдә күрһәтеүгә өлгәште. Гөлшат Зиннәт ҡыҙы үҙе өсөн түгел, районы, халҡы өсөн тырышты, янды-көйҙө. Ул етәкселек иткән осорҙа сәхнәгә өр-яңы бейеүҙәр ҡуйылды, костюмдар яңыртылды. Ысын етәксе булды. Уның менән эшләү хеҙмәт мәктәбе лә булды. Беҙгә лә ул күп нәмәгә өйрәткән остаз, уҡытыусы ине. Сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм һағынабыҙ», — тине Элиза Акрам ҡыҙы.
Бүлек начальнигына бәйле хәтирәләр бәйләме менән коллегалары Вәхит Камалов, Рита Кашапова, Мөслимә Моталова, Рәмиҙә Ирғәлина, матбуғат ветераны Самат Фәйзуллин, педагогик хеҙмәт ветераны Ғәйнур Рәхмәтуллина бүлеште. Һәр сығыш яһаусы уның тынғыһыҙ булмышындағы, эш алымдарындағы үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ үҙенсәлеген, Гөлшат Зиннәт ҡыҙының теле менән әйткәндә «изюминка»ны билдәләп үтергә тырышты. Самат Исҡужа улы республикала киң популярлыҡ алған «Тамға» фестиваленең инеш башы Әбйәлилгә, Г. З. Лавренова етәкселегендә ойошторолған кейеҙгә тамға һалыу сараһына тоташыуын иҫкә төшөрһә, Рәмиҙә Ирғәлина яңы етәксенең талапсанлығы арҡаһында күпселек мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри белем алыуға өлгәшеүҙәрен, хәҙерге көндә лә дипломлы белгестәр булып эшләп йөрөүҙәрен әйтеп, рәхмәт уҡыны.
Күп яҡлы шәхес йәмәғәт тормошо уртаһында ла ҡайнаны һәм районыбыҙ үҫешенә тос өлөш индерҙе. Йәштәр менән әүҙем эш алып барҙы, ололарға, мохтаждарға ярҙам ҡулын һуҙҙы, һәләтле балаларға үҫешергә юл асты, халыҡты берләштерә, ойоштора белде, төрлө мәҙәни проекттар булдырҙы. 2014 йылда Гөлшат Лавренова Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте уҙғарған «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсының «Ҡатын-ҡыҙ — йыл үрнәге» номинацияһында еңеүсе булды. Нәсимә Әҡсәнова, Рәйлә Солтанова, Таңһылыу Мостафина уның йәмәғәтсе асылы тураһында һөйләп үтте.
Любовь һәм Владимир Павлюковичтарҙың икеһенең дә юлдары Гөлшат Зиннәт ҡыҙы менән күп йылдар элек хеҙмәт юҫығында киҫешкән. Любовь Григорьевна ул етәкләгән 1-се Асҡар урта мәктәбендә уҡытҡан йылдарына ҡайтып, һис шикһеҙ лидер булыу өсөн яралған кеше булыуын, директор сағында мәктәп гөл-сәскәгә күмелеүен, линолеумда аяҡ кейеме сыйған бер эҙ булмауын, бәҙрәфкә тиклем ялт итеп тороуын һөйләне. Владимир Петрович иһә «Сельхозтехника» ойошмаһын етәкләгән сағында шефлыҡҡа алған Асҡар урта мәктәбе менән тығыҙ бәйләнештә эшләүен, 1999 йылда тап предприятие бүлгән аҡсаға капиталь ремонт башҡарыуҙарын, белем усағы директорының ныҡышлығы менән мәктәпте 1 сентябргә өлгөртөүҙәрен хайран ҡалып һөйләне һәм район хакимиәте башлығы булып торғас, мәҙәниәт бүлегенә ышаныслы етәксе ҡуйыу һорауы килеп тыуыу менән, тамсы ла уйлап тормай, Г. З. Лавренова кандидатураһына туҡталыуын әйтте. Һуңғараҡ Павлюковичтар һәм Лавреновтар ҡоҙа булышып, туғанлашып, бер-береһенең шәхси тормоштарында ла ҡатнашып йәшәй. Үҙендәге иң күркәм сифаттарҙы балаларында ла тәрбиәләүен маҡтап телгә алды ҡоҙалары. Был бик ҡиммәтле баһа!
Хәҙерге ваҡытта мәҙәниәт бүлеге менән идара иткән Фәнил Әсәҙуллин үҙенән алдағы етәксе менән ижади юҫыҡта бергәләп күп мәҙәни проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙары тураһындағы хәтер ебен тағатты. «Һабантуймы, башҡа берәй ҙур мәҙәни сарамы беҙҙең өс таған: мин — режиссер, Зөһрә апай Фәйзуллина — сценарист, йырҙар авторы һәм Гөлшат Зиннәт ҡыҙы — баш етмәҫлек идеялар менән яндырыусы иңебеҙгә алған бурысты гелән юғары кимәлдә атҡарып сығыуға өлгәшә инек», — тине ул.
Ижади ерлектәге танышлыҡтың, йәш айырмаһына, аралар алыҫлығына ҡарамаҫтан, ысын дуҫлыҡҡа әйләнеүе тураһындағы сираттағы тарихты тележурналист, режиссер Рита Өмөтбаева бәйән итте. «Ул кешеләрҙе дәртләндерә, ҡанат ҡуя белеүе менән үҙенә тартып торҙо. Мин уға кәңәштәре өсөн рәхмәтлемен. Алсаҡ ҡунаҡсыл йортона унан күңел йылыһы алырға тип әҙ килмәнем. Ул миңә ныҡ етмәй. Үкенесле, бер-беребеҙҙе ҡәҙерләп еткермәйбеҙ. Бөгөнгө сараны юбилей кисәһе итеп уҙғарыуҙы күҙаллаған инем. Был туралағы ниәтемде Гөлшат Зиннәтовна менән бүлештем. Уңайһыҙланды. Барыһын да үҙем һөйләшеп килешәм тигәс ҡыуанды, нисегерәк ойоштороу тураһындағы идеялары менән уртаҡлашты. Тик бөгөн хәтер кисәһенә йыйылғанбыҙ. Кешеләрҙе тере саҡта-рында ҡәҙерләргә өлгөрәйек...» — тине ул. «Байыҡ» телевизион конкурсының ойоштороусыһы булараҡ та Рита Ришат ҡыҙы Әбйәлил районының мәҙәниәт бүлеге начальнигын телефестивалде үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн ҙурланы. Әбйәлилдәр йыл һайын сағыу сығыштары, ентекле әҙерлеге менән «Байыҡ»тың гран-приһын яуламай ҡалманы, улар артында сәмле, ғәмле етәксе торҙо, тине проект авторы.
Баш ҡаланан килгән Зөлфиә Хисмәтуллина–Сафиуллина менән Гөлшат Лавренова иң яҡын серҙәштәр була. Улар бер урамда үҫә, бер мәктәптә уҡый. Зөлфиә Фәйзрахман ҡыҙы йәшкә кесерәк булһа ла, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар уларҙы яҡын әхирәттәр итә. «Уның менән бөтә темаларға ла аралашып булды. Моданан башлап сәйәсәткә тиклем. Ул ҡыйыу, тәүәккәл булыуы менән һоҡландыра ине, сөнки тап шул сифаттар миңә етмәне. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Америкаға китеп таң ҡалдырҙы. Мине лә үҙе менән саҡырҙы. «Икенсе юлы», — тип һылтандым, күтәрә һуғып сығып китергә ҡыйыулығымды йыя алманым», — тип һөйләне ул.
Район башлығы Айрат Әминев Әбйәлил тарихында мәңгелеккә урын алыр шәхесте хөрмәтләп иҫкә алырға килеүсе яҡташтарға рәхмәт белдерҙе. «Ул эше менән янып йәшәне, битараф ҡала белмәне, һөнәри юҫыҡта ниндәй генә роль башҡармаһын, һәр ваҡыт ихлас, яуаплы кеше булды. Уны көслө характеры, ныҡлы тормош позицияһы өсөн ихтирам иттеләр. Тура һүҙле ине. Уны тыңланылар, артынан барҙылар. Үҙе лә янды, бүтәндәрҙе лә тоҡандыра белде. Ул эшләгән йылдарҙа районда, ысынлап та, мәҙәни тормош гөрләп торҙо. Ҙур масштаблы саралар уҙҙы, ҙур еңеүҙәр яуланды – былар барыһы ла уның ҡаҙанышы», — тип иң йылы һүҙҙәр әйтте, Гөлшат Лавренованың исемен мәңгеләштереү тураһындағы уйҙары менән бүлеште.
Гөлшат Зиннәт ҡыҙының шәхси тормошта ниндәй ҡатын, әсәй, ҡәйнә, өләсәй, туғандары өсөн йәнен бирерҙәй йомарт апай булыуы хаҡында яҡындары бәйән итте. Тормош иптәше Сергей Александрович ғүмер юлын бергәләп үтергә ризалыҡ биргән хәләле менән бергә йәшәлгән бик бәхетле йылдары өсөн уға һәм яҙмышына рәхмәт әйтте. Ҡулынан гөлдәр тамған ҡатынының бөтмөр хужабикә, хәстәрлекле әсәй булыуына баҫым яһаны, улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙҙы тәрбиәләүгә бөтә наҙын, көсөн бирҙе һәм уларҙан үҙе теләгәнсә ысын кешеләр әүәләне тине. Сәхнәгә ғаиләләре, балалары менән Алексей һәм Жанна ла күтәрелде. Уларҙың әсәйҙәренә ҡарата ихтирамлы, һөйөү тулы мөнәсәбәте, фекерҙәрен төплө, тулы итеп әйтеп еткерә белеүҙәре һоҡландырҙы. Ҡәҙерле кешеләрен йылмайып, йылы хәтирәләр менән генә иҫкә алдылар. Юғалтыу яраһы яңы булһа ла, тамсы йәш төшөрмәнеләр. Үҙҙәрен ныҡ, шул уҡ ваҡытта итәғәтле итеп тота белеүҙәрендә әсәйҙәренең яҡты һыны сағылды. Жанна әсәһенең яратҡан «Лунная серенада» йырын тамашасылар иғтибарына еткерҙе. Туғандарынан Наил һәм Нәйлә Әхтәмовтар, Әлфирә Йосопова, Игорь Заму-раев матур иҫтәлектәре менән бүлештеләр, ғаилә исеменән сараны ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Фәһемле, сағыу, ваҡиғаларға бай тормош китабын уҡығандай булдыҡ был кисәлә. Тик уның һуңғы биттәренең яҙылып бөтөлмәй ҡапыл тамамланыуынан күңелде һағыш биләне.
Хәтер кисәһе сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендәге йола буйынса көслө сәпәкәй һуғыу менән йомғаҡланды. Был алҡыштар, әлбиттә, Гөлшат Зиннәтовнаға бағышланды.
Иҫләйбеҙ. Яратабыҙ. Онотмаҫбыҙ...