

Тантаналы сара иң тәүҙә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт гимндары яңғырап, флагтары индерелгәс, асыҡ тип иғлан ителде. Унда район хәрби комиссары Андрей Илларионов, Ҡырҙас ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Бикйәнов, яугирҙәрҙең туғандары, яҡындары, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ауыл халҡы һәм башҡалар ҡатнашты.
Эй ғүмерҙең һуңғы сәғәте,
Һин миңә лә шулай күкрәп кил,
Батырҙарын иҫкә алғанда
Онотмаһын мине лә Тыуған ил! — тигән шиғыр юлдары шағир тарафынан Ватаныбыҙҙың Рәфис һәм Әлфир кеүек ҡаһарман улдарына төбәп әйтелгән кеүек, тип башлап ебәрҙе сараны алып барыусылар.
Эйе, Тыуған ил үҙенең батырҙарын онотмай, Рәфис Ғәлимйәновтың да, Әлфир Лоҡмановтың да батырлығы сикһеҙ ғорурлыҡ уята. Улар — беҙҙең замандың ысын геройы, батыры.
Рәфис Ғәлимйәнов 1984 йылдың 21 мартында донъяға килгән. Ҡырҙас урта мәктәбендә уҡыған, мәктәп йылдарында үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Спорт менән шөғөлләнә, бейеү-йырға маһир була. Спорт өлкәһендә район кимәлендә үткән ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. 2003 йылда Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына баҫа һәм әрменән һуң вахта ысулы менән төрлө ойошмаларҙа хеҙмәт юлы үтә. Чечняла барған локаль һуғышта ҡатнашҡан егет Украинала барған ҡанҡойошҡа ла битараф ҡала алмай: 2023 йылдың ноябрендә үҙ теләге менән яу яланына юллана. Алғы һыҙыҡта үҙен ҡыйыу йөрәкле башҡорт егете итеп күрһәтә, уҡсы булып хеҙмәт итә. Яраланыу сәбәпле, отпускыға ҡайтарыла. Ләкин 2024 йылдың 26 декабрендә яугир яҡташыбыҙ мәңгелеккә күҙҙәрен йома.
Әлфир Лоҡманов 1980 йылдың 20 авгусында Ҡырҙас ауылында тыуған. Урындағы мәктәпте тамамлағас, 93-сө һөнәрселек училищеһында водитель һөнәрен үҙләштерә. «Амангилде» совхозында водитель, 1-се Асҡар мәктәбендә водитель-инструктор, район мәғариф бүлегендә водитель булып эшләй. 2023 йылдың 27 июлендә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана, унда уҡсы-тоҫҡаусы булараҡ хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2024 йылдың 27 июлендә һәләк була.
— Һуғыш һуғыш инде, атай-олатайҙарыбыҙҙың батырлыҡтарын китаптарҙан уҡып, киноларҙан ҡарап ҡына белһәк, ә бөгөн нацизмға ҡаршы көрәшкән ир-егеттәребеҙ үҙҙәренең яҙмыштары менән быны иҫбатлай. Бөгөн батырҙарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә «Герой партаһы» асабыҙ. Киләсәк быуын ҡаһарман егеттәребеҙҙе белеп, үҙҙәре лә батыр булып үҫһен өсөн булдырыла ул. Ошо мәктәптә уҡыған, үҙебеҙҙең арала йөрөгән яҡшы, һәйбәт егеттәр булдылар. Уларға иң яҡшы кешелек сифаттарын биргән өсөн ата-әсәләренә ҙур рәхмәт. Тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ килеп, башҡа егеттәребеҙ Еңеү менән имен-аман ҡайтһындар, — тине мәктәп директоры Лилиә Йомағужина.
Район хәрби комиссары, майор Андрей Геральдович үҙ сығышында уҡыусыларҙы спортты яратырға, яҡшы уҡырға, тырыш булырға, илебеҙҙең патриоттары булып үҫергә саҡырҙы.
Ҡырҙас ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Бикйәнов батырҙарҙың бала саҡтарына, яҙмыштарына туҡталды.
Ҡаһарман егеттәрҙең уҡытыусылары Мәүҙиға Баймөхәмәтова мәктәп йылдарында, парта артында ултырғанда уларҙың ниндәй уҡыусылар булыуын һөйләне.
Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡаһармандарға ҡарата йылы һәм күңелгә үтеп инерлек сығыш яһаны.
«Герой партаһы»н асыу хоҡуғы мәрхүмдәрҙең яҡындарына бирелеп, парта өҫтөндәге аҡ япма алынды. Унда яугирҙәрҙең портреты, биографияларынан факттар һәм мәғлүмәттәр урынлаштырылған. Батырҙарҙың туғандары, яҡындары, ошо сарала ҡатнашыусылар «Герой партаһы»на сәскәләр һалды һәм егеттәрҙең яҡты иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Ил именлеге өсөн башын һалған ҡыйыу ир-егеттәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү — Ватанды һаҡлаусылар алдындағы изге бурысыбыҙ. Беҙҙең именлегебеҙ, бәхетле киләсәгебеҙ өсөн ғүмерен аямаған ҡаһарман яугирҙәр тураһындағы яҡты иҫтәлек ауылдаштары, райондаштары күңелендә мәңге һаҡланыр.