

Сарала район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Тәлғәт Әғзәмов, Байым ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Даян Фәтҡуллин, мәктәп директоры Дилара Дәүләтбаева, педагогик коллектив ветерандары, батырҙарҙың туғандары, дуҫтары, ҡаһарман геройҙарыбыҙҙың ҡәҙерле ата-әсәләре: Гүзәл һәм Батыр Әхмәҙиевтар, Миләүшә һәм Ғаяз Сәғәҙәтуллиндар ҡатнашты.
— Айҙар Сәғәҙәтуллин менән Илнур Әхмәҙиев ошо мәктәптә белем алып, Тыуған илде һаҡлау юлын һайлағандар, ни тиклем ауыр һәм хәүефле икәнен аңлаһалар ҙа, ғүмерҙәренең ахырынаса бурыстарын намыҫ менән үтәгәндәр. Мәктәп стенаһындағы мемориаль таҡтаташты асыу барыбыҙ өсөн дә тыныслыҡ билдәһе һәм һәр беребеҙ ошо мемориаль таҡтаташҡа ҡарап батырҙарыбыҙҙы ғорурлыҡ менән иҫкә аласаҡбыҙ. Илһөйәр, ҡыйыу улдар үҫтергән ата-әсәләренә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, — тине Тәлғәт Наил улы.
Илнур Басир улы Әхмәҙиев 1999 йылдың 1 мартында Рәхмәт ауылында донъяға килеп, урындағы мәктәптә 11 класс белем ала. Бала сағынан алсаҡ, изгелекле булыуы менән айырыла, эшһөйәр, ярҙамсыл, тәртипле һәм маҡсатлы булып үҫә. Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән егет мәктәп йылдарында үҙен күп төрлө спорт ярыштарында һынай. 2017 йылдың яҙында йәше тулыу менән армияға юллана. Һауа-десант ғәскәрендә хеҙмәт итә, водитель була. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, вахта ысулы менән эшләй.
Махсус хәрби операция башланғас, 2022 йылдың апрелендә Илнур Әхмәҙиев үҙ теләге менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Ҡыйыу яҡташыбыҙ Донбасс биләмәһендә барған һуғышта разведчик булараҡ ҡатнаша, үҙен ҡурҡыу белмәҫ башҡорт яугире, ышаныслы, тоғро дуҫ итеп таныта.
2022 йылдың ноябрендә яугир контракт мөҙҙәтен тултырып тыуған еренә ҡайта. Һөйгән ҡыҙы Рәфиә менән никах уҡытып, гөрләтеп туй үткәрәләр.
Тик илдәге тынысһыҙлыҡ, яу ҡырында ҡалған дуҫтары тураһында уйҙар тынғы бирмәй яугиргә һәм Илнур Басир улы 2023 йылдың 25 ноябрендә яңынан контракт төҙөй. Хәрби хеҙмәтен ул 104-се гвардия десант-штурмлау дивизияһының разведчиктар ротаһында үтә. Ҡурҡыу белмәҫ яугирҙең ҡаһарманлығы “Хәрби батырлыҡтары өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән билдәләнә, шулай уҡ хәрби бурысын үтәгәндәге ҡаҙаныштары өсөн РФ Ҡораллы Көстәренең баш командующийы В. В. Путиндың Рәхмәт хаты тапшырыла.
Айбарлы, ғәййәр башҡорт егете, РФ Президенты В. В. Путин бойороғона ярашлы, Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградлана.
2024 йылдың 3 февралендә Илнур Әхмәҙиев батырҙарса һәләк була. 25 йәшен тултырырға көнләп кенә ваҡыт ҡалған була...
Айҙар Ғаяз улы Сәғәҙәтуллин 2002 йылдың 15 апрелендә Яйҡар ауылында тыуған. Ул аҡыллы һәм эшлекле бала булып үҫә. Айҙар 2008 йылда Яйҡар башланғыс мәктәбенә уҡырға бара. Яҡшы уҡый, артабан 2012 йылда уҡыуын Рәхмәт урта мәктәбендә дауам итә. Мәктәптә үткәрелгән кластан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнаша, милли көрәш менән шөғөлләнә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, ДОСААФ мәктәбендә уҡып, водитель танытмаһы ала.
2020 йылдың июлендә армияға саҡырыла. Айҙар Сәғәҙәтуллин Свердловск өлкәһендә хеҙмәт итә. Хәрби бурыстарын өлгөлө үтәгәне өсөн уға ефрейтор званиеһы бирелә. Хәрби хеҙмәттән һуң, вахта ысулы менән водитель булып эшләй.
2023 йылдың июлендә Айҙар Ғаяз улы РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Ул мотоуҡсылар ғәскәрендә хеҙмәт итә, гранатометсы була.
Батырлығы һәм лидерлыҡ сифаттары көслө булған Айҙар Сәғәҙәтуллинды отделение командиры итеп тәғәйенләйҙәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2023 йылдың 16 октябрендә Донецк Халыҡ республикаһының Водяная ауылы янындағы алышта һәләк була яҡташыбыҙ. Уға бары 21 генә йәш ине.
2024 йылдың мартында көслө рухлы патриот яҡташыбыҙ Айҙар Ғаяз улы Сәғәҙәтуллин үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградлана.
Мәктәп уҡыусылары патриотик шиғырҙар һөйләп, яҡындары, дуҫтары, ауылдаштары батырҙарыбыҙ — Илнур Басир улы Әхмәҙиевтың һәм Айҙар Ғаяз улы Сәғәҙәтуллиндың ҡаһарманлыҡтарын ғорурланып иҫкә алдылар.
Шулай уҡ таҡтаташ асыу тантанаһына килгәндәр мәктәп музейының Дан бүлмәһендә ауылдың Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Афғанстан, Тажиҡстан һәм Чечняла хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙың, махсус хәрби операция яугирҙәренең тормош юлдары, хәрби батырлыҡтары менән таныштылар.
Мәктәп стенаһындағы мемориаль таҡтаташ яҡташтарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген һаҡлап, рухын күңелдәрҙә балҡытып торасаҡ. Таҡтаташ асыу яугирҙәребеҙҙе хөрмәт итеү, мәңгеләштереү, киләсәк быуынға әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү ул.
Илнур Әхмәҙиев һәм Айҙар Сәғәҙәтуллин иҫтәлегенә асылған таҡтаташтарға сәскәләр һалдылар, батыр егеттәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.