Хәтер
12 Мая , 04:51

Нәҫелдәре менән Ватан һағында

Бөйөк Ватан һуғышы шауҡымы ҡағылмаған ғаилә юҡтыр ул. Еңеү яҙы етеүгә һәр кемдең йөрәк яралары ҡуҙғала, ата-олатайҙарыбыҙҙың һөйләгәндәрен иҫкә төшөрәбеҙ, шатлыҡлы ла, ҡайғылы ла Еңеү көнөн нисек көткәндәрен күҙ алдынан үткәрәбеҙ. Илебеҙҙе яҡлап, Бөйөк Ватан һуғышына киткән алты бер туғандар тураһындағы хәтер һәм уларҙың юлын дауам итеүсе ейәндәре тураһында булыр һүҙем.

Нәҫелдәре менән Ватан һағындаНәҫелдәре менән Ватан һағында
Нәҫелдәре менән Ватан һағында

Бер ғаиләнән – алты яугир  

Шәһәрғәзе олатай Ишҡол ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ул 1904 йылда Япон һуғышында ҡатнашҡан. Олатайҙың нәҫелдәре Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә таралған. Ишҡолда Шәһәрғәзиндар, Асҡарҙа Ниғмәтовтар, Ниғмәтуллиндар, Таштуйҙа Айытбаевтар һәм бик күптәр Шәһәрғәзиндарҙың тамыр-тармаҡтарын бәйләй.

Ишҡол ауылынан Фәүзиә һәм Шәһәрғәзе Ниғмәтуллиндар — Шәһәрғәзиндар алты улын фронтҡа оҙата. Беренсе булып өлкән улдары Сабирйән(фотоһүрәте һаҡланмаған) һуғышҡа оҙатыла. Ул һуғыш яланынан сыға алмай, батырҙарса һәләк була. Уның артынса  Сәлимйәнгә повестка килә. Ул Манчьжурия сиген һаҡларға ебәрелә. Тыуған яғына ҡайтҡас, колхозда эшләй. 1942 йылдың сентябрендә Ситдиҡ саҡырыла, ул Курск дуғаһындағы яуҙа ҡатнаша, 1944 йылда уң ҡулһыҙ ҡайта. Ауылда ғаиләһе менән йәшәй, колхозда эшләй. Дүртенсе улы Садиҡ 1938 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Тәүҙә Минск ҡалаһында, унан Фин һуғышында ҡатнаша, кадровый офицер була. “Батырлыҡ өсөн” миҙалына тәҡдим ителә. Мәскәүгә миҙал алырға китеп барғанда Ленинградта туҡтарға мәжбүр булалар, шул ваҡытта бер туған ҡустыһы Нуретдин менән осраша, һуңғы көндәренә тиклем фото төшмәгәненә үкенеп һөйләй, ҡыҙғанысҡа, был уларҙың һуңғы осрашыуҙары була. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, унан һуң Япон һуғышында ҡатнашырға тура килә. 1946 йылда күп һанлы наградалар менән тыуған яғына ҡайта. Улар Асҡарҙа төпләнәләр, ҡатыны менән ете бала үҫтерәләр. 1955 йылдан Асҡарҙа нефть базаһы мөдире булып, хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Садиҡ олатайҙың улы Ринат Ниғмәтов 1953 йылда Асҡар ауылында  тыуған. Сибай медицина училищеһын, Өфө медицина институтын, Куйбышевта хәрби-медицина факультетын тамамлай. Ул Чечня һуғышында ҡатнашҡан, хәрби табип булған. Рәсәй Президенты Указы менән Батырлыҡ ордены менән наградланған. 2019 йылда вафат була.

Бишенсе улдары Нуретдин Асҡар урта мәктәбен гел “бишле” билдәләренә  тамамлап, Санкт-Петербург ҡалаһына хәрби-инженерҙар училищеһына  уҡырға инә. 1941 йылда диплом алыуға һуғыш башлана. 23 йәшендә лейтенант дәрәжәһендә Сталинград өсөн алышта батырҙарса һәләк була.

Шәһәрғәзе Ниғмәтуллиндың алтынсы улы Нурмөхәмәт 1927 йылдың 15 мартында тыуған. 1944 йылдың октябрь айында повестка ала. Уға Украинала бандерасыларға ҡаршы көрәшергә тура килә.

 Кавказда, Германияла, Белоруссияла алты йыл хеҙмәт итеп ҡайта. Һуғыштан ҡайтҡас, Нурмөхәмәт район элемтә узелында цех начальнигы булып эшләй.

 Бер ғаиләнән киткән алты һалдаттың икәүһе — Сабирйән менән Нуретдинға тыуған яҡтарға ҡайтырға насип булмай. Сабирйән “Батырҙарса һәләк булды”, Нуретдин “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙҙар килә.

Олатайҙар эҙенән...

Быуындар бәйләнеше һәм батырлыҡтың күсәгилешлеге тураһында көслө һәм шул уҡ ваҡытта ауыр тарих. Шәһәрғәзиндар ғаиләһенең тарихы — Тыуған ил алдындағы бурысты олатаһынан ейәненә тапшырылыуы менән миҫал булып тора.

Һәр ғаилә тарихында үҙенең геройҙары бар, уларҙың батырлыҡтары ейәндәр өсөн өлгө булып тора. Шәһәрғәзиндар нәҫелендә был батырлыҡ ебе быуаттарға һуҙылып, Ватанды һаҡлаусыларҙың ике быуынын бәйләй. Ситдиҡ олатайҙың ейәндәре Фирүз Шәһәрғәзин, Ирек Шәһәрғәзин, бер туған ағалы-ҡустылы Азат һәм Азамат Айытбаевтар әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла хеҙмәт итәләр. Яугир егеттәр  ҡаһарман олатаһының эҙҙәренән бара, ысын патриотизм һәм бурыс тоғролоғо быуындан-быуынға күсеүен күрһәтә. Ирек менән Фирүз бала саҡтарынан айырылмаҫ яҡын булғандар, икеһе һәр ерҙә бергә йөрөгәндәр. Фирүз “хәбәрһеҙ юғалған” тип иҫәпләнә. Туғандары һәм яҡындары өсөн ауыр һынау, рух ныҡлығын талап итә, әммә Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡан Ситдиҡ олатаһының иҫтәлеге туғандарына ышаныс бирә. Бөгөн Шәһәрғәзиндар ғаиләһе “көтәбеҙ һәм өмөттө өҙмәйбеҙ” ти... Улар шундай ауыр ваҡыт кисерә... Геройҙар эҙһеҙ китмәй, улар мәңге беҙҙең хәтерҙә, доғаларыбыҙ ярҙам итер тигән ышаныста һәм Тыуған илде һаҡлаусы батырҙарыбыҙ ҡайтырға тейеш тигән өмөттә йәшәй Шәһәрғәзиндар.  Яугирҙәребеҙгә олаталары кеүек тыуған яҡтарға имен-һау ҡайтып, ғаиләләре менән бергәләп тыныс тормошта йәшәргә яҙһын.           

Беҙгә Еңеү, яҡты тормош бүләк иткән Шәһәрғәзиндар нәҫеле менән ғорурланабыҙ! Уларҙың исемдәре халыҡ хәтерендә мәңге ҡалыр һәм яңы быуындар өсөн өлгө булыр.

Автор:Гульсина Султанова
Читайте нас