+17 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
9 Август , 15:52

Асҡарҙа мотоциклист йәйәүлене төкөттө

Бөгөн Асҡар ауылында 14 йәшлек үҫмер питбайкта “Уңыш” стадионы янында тротуарҙан китеп барған ҡатынды төрттөргән.

ГАИ по Абзелиловскому району
Фото:ГАИ по Абзелиловскому району

Аварияла зыян күргән ҡатын район дауаханаһының хирургия бүлексәһенә һалынған.
Үҫмергә питбайкты ата-әсәһе тыуған көнөнә, ошо йылдың 27 июлендә генә алып биргән.
Үҫмерҙәрҙең мотоцикл-мопедтарға идара итеп, көн дә тиерлек авариялар теркәлә. Баймаҡта 14 йәшлек үҫмер ике йәйәүлене төрттөрөп үҙе һәләк булды. Буранғолда булған аварияла үҫмер бәхеткә күрә, иҫән.
Ата-әсәйҙәр үҫмер балаларына скутер, мотоцикл һатып алып биреп, уларҙың ғүмерен, һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйыуҙарын нишләптер аңларға теләмәйҙәр. Алдын-артын ҡарамай, ҙур тиҙлектә йөрөгән мотогциклистар йәйәүлеләр өсөсн дә, машиналар өсөн дә ҙур хәүеф тыуҙыра, үҙҙәренең ғүмерен дә ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.

ГАИ по Абзелиловскому району
Фото:ГАИ по Абзелиловскому району
Читайте нас: