Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
28 Ноябрь 2025, 15:21

Асҡарҙа бөгөн Skoda Octavia янған

Күршеләре тик ултырған машина янып китмәҫ ине, бәлки, кемдер ут төрткәндер тип фаразлай.

Асҡар ауылының Көнсығыш-2 биҫтәһендә бөгөн Skoda Octavia машинаһы янып киткән. Утты һүндергәндә 1969 йылғы ҡатын зыян күргән, ул Асҡар үҙәк район дауаханаһына оҙатылған.
Янғын һүндереүселәр тиҙ арала килеп етеп, уттың йорт һәм башҡа ҡаралтыға таралыуына юл ҡуймаған.

Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас