Быйылғы ҡойма ямғырлы йәй ҙә уларға лагерҙа ял итеүгә ҡамасау булманы. Ҡояштай көлөп торған вожатый апайҙарын шул тиклем йылылыҡ менән иҫкә алалар. Эйе, Камила Көмөшбаеваны ҡояшҡа тиңләү юҡтан түгел. Йөҙөнән нур бөркөлөп торған, балаларҙы яратҡан һөйкөмлө ҡыҙ менән әңгәмә ваҡытында үҙең дә баласаҡ иленә ҡайтып әйләнгәндәй булаһың.
Ҡушый ҡыҙы Камила Кө-мөшбаева балалар менән эшләргә яратҡанға быйыл лагерға килгән. Үҙе үҫмер сағында ял иткәндә «Ирәндек»те оҡшатып, ошонда эшләргә хыял-лана.
Сибай ҡалаһында уҡып, хисапсы һөнәрен үҙләштергәс, быйыл шул хыялын тормошҡа ашыра.
Күпселек заман йәштәре кеүек Камила Азат ҡыҙы ла үҙен төрлө яҡтан үҫтерә. Әсәһе һәм өләсәһе кеүек тегенергә ярата. Бәләкәй сағында ҡурсаҡтарына матур-матур кейемдәр тегеп кейҙергән булған. Бешеренергә лә оҫта. Төрләндереп ятыраҡ аш төрҙәрен бешереү менән мауыға һылыу ҡыҙ. Буш ва-ҡыттарында маникюр эшләү яратҡан шөғөлдәренең береһе. Уңған ҡыҙҙың барлыҡ шө-ғөлдәрен һанап та бөтөрөрлөк түгел.
Абруйлы, дини ғаиләлә уртансы бала булып донъяға килгән Камила ата-әсәһе кеүек маҡсатына ирешеүсән, тор-мошҡа яҡты хыялдар, аныҡ аҡыл менән ҡарай.
Гәзит уҡыусыларға сер бу-лып ҡалған оло хыялдарының да тормошҡа ашыуын теләйбеҙ һылыу башҡорт ҡыҙына.
Әлиә ИХСАНОВА.
Үтәгән ауылы.