Бөгөн күптәребеҙ студенттар көнө тип 25 ғинуарҙы ғына һанай. Әммә 17 ноябрь көнө лә Халыҡ-ара студенттар көнө барлығы билдәле.
Тарихи китаптарҙан асыҡланыуынса, был көн Чехословакияның баш ҡалаһында барған хәл-ваҡиғалар менән бәйле. 1939 йылдың 28 октябрендә Прага ҡалаһы студенттары үҙҙәренең уҡытыусылары менән берлектә Чехословакия дәүләте барлыҡҡа килеүгә теүәл бер йыл тулыу уңайынан байрам ойоштора. Тик байрам немец илбаҫарҙары тарафынан баҫтырыла. Байрамда Ян Оплетала исемле медицина университеты студенты һәләк була. Уның үлеме бик күп ризаһыҙлыҡтар тыуҙыра. Студенттарҙың күбеһе төрмәгә эләгә, ҡайһы берҙәре ҡаты язаға тарттырыла. Ошо хәлдән һуң байтаҡ йылдар үткәс, Лондонда нацизмға ҡаршы йыйылыш үткәрелә. 17 ноябрь көнөн Халыҡ-ара студенттар көнө тип иғлан итәләр.
Ошо байрам айҡанлы «Осҡон» гәзите «Бәйләнештә» интернет селтәрендә «Әбйәлилдең иң шәп студенты» бәйгеһен уҙғарҙы. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн һәр студент 21 октябрҙән 4 ноябргә тиклем үҙе тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙып, фотоһүрәтен беркетеп, беҙҙең гәзит төркөмөнә ебәрергә тейеш ине.
Конкурста ҡатнашырға барлығы 19 студент теләк белдерҙе, улар араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ ине! Студенттарҙың географияһы ла киң булды. Тәүгеләрҙән булып Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Рузил Байымовтан хат алдыҡ. Артабан беҙҙең интернет конкурсты Сибай медицина колледжы студенттары күтәреп алды. Бер-бер артлы буласаҡ фельдшерҙар Динислам Мансуров, Рузил Атанғолов, Әлфир Хөсәйенов, буласаҡ шәфҡәт туташы Әдилә Байгилдина үҙҙәре тураһында мәғлүмәт ебәрҙе.
Буласаҡ уҡытыусылар ҙа ихлас ҡатнашты бәйгелә. БДПУ-ның информатика факультетында белем алыусы Асия Ҡаһарманова, ошо уҡ уҡыу йортоноң филология факультетында уҡыған Айзилә Әҡсәнова, Сибай педагогия колледжының беренсе курс студенты Айназ Мансуров, Сибай фән һәм технологиялар университетында инглиз теле, башҡорт теле уҡытыусылары һөнәрен үҙләштергән Вәсилә Вәлиева, Әлиә Баһауетдинова менән Юлиә Баһаува, Стәрлетамаҡ фән һәм технологиялар университетының физика һәм информатика бүлегендә уҡыусы Айсилә Таһирова, Стәрлетамаҡ физкультура техникумының 3-сө курс студенты Тайфур Миңдейәров үҙҙәренең шөғөлдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары хаҡында ентекләп яҙып ебәрҙе.
Студенттар араһында буласаҡ сәхнә йондоҙҙары ла бар. Учалы ҡалаһының С. Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының 4-се курсында уҡыусы Зарина Дәминдарова, Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының 4-се курс театр бүлеге студенты Лидар Ҡасимов үҙҙәрен ижади яҡтан бай итеп танытты.
Башҡорт дәүләт медицина университетының медицина колледжы студенты Әҙилә Әлибаеваның, Өфө фән һәм технологиялар университетының журналистика факультетында белем алыусы Миләүшә Яхинаның да киләсәккә булған маҡсаттары, уй-хыялдары хаҡында белдек.
Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенттары Гәлсәриә Сәлмәнова менән Нәркәс Баймырҙина йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаусы ҡыҙҙар. Улар спорт менән дә дуҫ, шул уҡ ваҡытта яҡшы уҡыйҙар ҙа.
Конкурсҡа фотолар һәм мәғлүмәттәр йыйыу тамамланғас, бәйгенең иң ҡыҙыҡ һәм көсөргәнешле мәле башланды. Махсус ҡушымта аша студенттар өсөн тауыш биреү старт алды. Ул 5 ноябрҙән 18 ноябргә тиклем дауам итте.
Сәмле ярышта конкурстың башынан алып аҙағына тиклем беренселекте бирмәгән Динислам Мансуров 2370 тауыш менән еңеүсе тип табылды. Зарина Дәминдарова 1531 тауыш менән икенсе урынға сыҡты. Лидар Ҡасимов 1228 тауыш йыйып, өсөнсө урынды яуланы. Шулай уҡ 1019 тауыш йыйыусы Тайфур Миңдейәров «Осҡон» гәзитенең махсус призына лайыҡ булды. Динисламға 10 мең һум, Заринаға 5 мең һум, Лидарға 3 мең һум күләмендә аҡсалата приздар, ә Тайфурға «Осҡон» гәзитенән махсус приз тапшырылды.
Бәйгелә еңгән студенттарыбыҙ, ысынлап та, шәп булып сыҡты. Тайфур спортсы егет булһа, Зарина менән Лидар сәнғәтте үҙ итә. Ә Динислам волейбол ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй, йырлай ҙа, бейей ҙә. Форсат сыҡҡанда, студенттарҙың үҙҙәре менән әңгәмәләшеп өлгөрҙөк.
— Мин Мәхмүт ауылы егете, Әбделмәмбәт урта мәктәбендә уҡыным. Бәләкәйҙән еңел атлетика, саңғы ярыштарында ҡатнаштым. Спортты һөйөү мине Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы фән һәм технологиялар университетына уҡырға алып килде. Киләсәктә физкультура уҡытыусыһы булам, — тине Тайфур.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында профессиональ актерҙар менән бергә театр сәхнәһендә лә уйнап өлгөргән, әле Сибай ҡалаһында студент булған Лидар Ҡасимов Хәмит ауылынан. Ул бәләкәйҙән сәнғәт кешеһе булырға хыяллана. Ҡыҙғанысҡа күрә, Лидар эшләү сәбәпле, бүләкләү сараһына килә алманы.
Дауыт ауылы ҡыҙы Зарина бала сағынан бейеүгә ғашиҡ. «Алтынай» өлгөлө балалар ансамблендә бейей, Ләлә Йәнекәевала ҡанаттарын нығыта. Хыялын тормошҡа ашырып, Учалы ҡалаһының сәнғәт колледжына юл тота. Ул әле һуңғы курс студенты булараҡ диплом яҙыу өҫтөндә. Зарина шулай уҡ ҡасандыр Фәйзи Ғәскәров төҙөгән «Ләйсән» ансамблендә лә эшләй.
— Әле театр йә хореография йүнәлешендә китер-гәме тигән һорау алдында торам. Бәләкәйҙән бейеү менән дуҫ булғас, күңел шуға тарта кеүек. Бигерәк тә «Гөлнәзирә», «Укротители», «Беҙҙең байрам», «Казаки» бейеүҙәрен яратып башҡарам, — тип уй-хистәре менән уртаҡлашты тырыш ҡыҙ. — Тауыш биреү шул тиклем ҡыҙыу барҙы, конкурстың аҙағында 2-се урын да еңеү әле тип үҙемде тынысландырҙым. Йәштәрҙе дәртләндереп шундай бәйге үткәргәнегеҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм.
2023 йылда Амангилде урта мәктәбен тамамлаған Динислам фельдшер булыу теләге менән Сибай медицина колледжына уҡырға инә. Бөгөнгө көндә ул 2-се курс студенты, Сибай ҡалаһында практика үтә. Киләсәктә уҡыуын артабан дауам итеп, стоматолог булырға хыяллана.
Динислам спорт өлкәһендә волейбол менән дуҫ, шулай уҡ йырлай ҙа, бейей ҙә. Уҡыусы сағында Лилиә һәм Радик Хәлиловтарҙың бейеү түңәрәгендә шөғөлләнгән. «Тауыш йыйыу сәмле барҙы. Мине бәйгелә ҡеүәтләгән, минең өсөн тауыш биргән, янып көйгән барлыҡ иптәштәремә, яҡындарыма, Сибай медицина колледжы уҡытыусыларына рәхмәтемде белдерәм. Бигерәк тә өләсәйем Венера Мансурова ейәнен беренсе урынға сығарыр өсөн күп көс һалды», — тине Динислам.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм студент саҡтарының һәр көнө мауыҡтырғыс һәм файҙалы үтһен тип теләйбеҙ! Уҡыуҙарында уңыштар, сессия мәлдәрендә хәйләкәрлек һәм отҡорлоҡ насип булһын! Өлгөрлөк буйынса уларға көнләшергә генә ҡала, бөгөнгө студенттарыбыҙ ҙа бер юлы белем алып та, эшләп тә өлгөрә, шул арала төрлө сараларҙа ҡатнашырға, тыуған яғына ҡайтып әйләнергә лә форсат таба.
Конкурсыбыҙҙың бәҫен күтәргән бағыусыларыбыҙ, шәхси эшҡыуарҙар Рамаҙан Шаһыбалов, Ласын Усманов, Вадим Ғәлинды айырым билдәләп үтке килә. Йәштәргә ҡеүәт өҫтәгән, уларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән иғтибарығыҙ һәм изге эшегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын! Сауаплы эшегеҙ өсөн рәхмәт!
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.