

Динар Шаһиев — Бөтә Рәсәй буйынса урынлашҡан 31 «Мастер зрения» салоны хужаһы. Оптикаларҙың егермеһе Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә халыҡтың талаптарын ҡәнәғәтлән-дерә. Салондарҙа күҙҙәрҙе бушлай тикшереү, врач кәңәштәрен алырға, белгестәрҙең ярҙамында сифатлы тирәстәр, линзалар һайлау мөмкин.
Уҙған йыл аҙағында меценат, уңышлы эшҡыуар, Ишҡол егете Динар Шаһиев районыбыҙҙың 10 ғаиләһенә 2025 йылдың беренсе ярты йыллығына «Осҡон» гәзитен бүләк итте. Бөгөн Рәсәй күләмендә билдәлелек яулай барған «Мастер зрения» оптикаһы тураһында һүҙем.
Хәҙерге заманда, технологиялар һәм визуаль мәғлүмәт төп роль уйнаған мәлдә, күҙ һаулығы тормошобоҙҙоң мөһим аспекты булып тора. Оптика салондары продукцияның киң һайлау мөмкинлеген генә түгел, ә күреүҙе диагностикалау һәм коррекциялау буйынса профессиональ хеҙмәттәр ҙә күрһәтә. Күҙлек миллионлаған кеше өсөн көндәлек тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.
«Мастер зрения» оптикаһына 2016 йылдың ноябрендә Асҡар ауылында, салон етәксеһенең тыуған ерендә нигеҙ һалына. Был ваҡиға компанияның оптика донъяһында уңышлы юлының башы була. Беренсе оптика асылғандан һуң ярты йыл үткәс, Учалыла икенсе нөктә асыла, ул тиҙ арала билдәлелек яулай һәм ҡалала иң популяр нөктәләрҙең береһенә әйләнә.
Ике нөктәлә әйләнештәрҙең артыуы менән компания етәкселеге Өфөлә оптика оҫтаханаһы һәм филиалы асып, бизнесты киңәйтергә ҡарар итә. Ошо уҡ йылда Дыуан районы Мәсәғүт ауылында һәм Сибай ҡалаһында ла салондар асыла.
Өфөләге оптика һәм оҫтахана клиенттар базаһын арттырырға һәм хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Оҫтахананың эше менән клиенттар бик ҡәнәғәт булғанлыҡтан эштәр тағы ла алға китә бара.
2020 йылда «Мастер зрения» Өфөнөң үҙәгендә үҙенең төп оптикаһын аса. Шуныһы ҡыҙыҡ, тап пандемия арҡаһында компания был абруйлы һәм халыҡтың күп йөрөгән урынын алыуға өлгәшә ала, был уның үҫешендә мөһим аҙым була. 2020 йылдан республикала «Мастер зрения» франшизаһын асыу әүҙем башлана, был салон селтәрҙәрен киңәйтеүгә булышлыҡ итә.
Оптика салоны франшизаһы был өлкәлә бизнесты киңәйтеү өсөн төп фактор булып тора. Был яңы бизнес асыу менән бәйле хәүефте кәметеү генә түгел, ә билдәле бренд ярҙамында клиенттарҙың ышанысын тиҙ яулау мөмкинлеген дә бирә. Һөҙөмтәлә, күп кенә франчайзиҙар үҙҙәренең салондарын уңышлы үҫтерә, һатыу күләмен арттыра һәм географияһын киңәйтә. Хәҙер ошо бренд аҫтында Башҡортостанда — 65, ә Рәсәй буйынса йөҙҙән ашыу кешегә эш урыны булдырылған.
2021 йылдан компания бермә-бер үҫеш кисерә: һәр ике-өс ай һайын Башҡортостан Республикаһының төрлө мөйөштәрендә яңы оптикалар асыла. Был компанияның хеҙмәтенә һәм продукцияһына ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм һатып алыусыларҙың ихтыяжы булыуын күрһәтә.
2023 йылдан «Мастер зрения» франшиза ярҙамында Бөтә Рәсәй буйынса филиалдарын булдыра башлай, был бизнес өсөн яңы офоҡтар аса.
Артабан күҙлек тирәстәре һәм линзалары өсөн аксессуарҙар етештереүҙе «Мастер зрения» шәхси маркаһы аҫтында башлау планлаштырыла, был компанияға ассортиментты киңәйтергә генә түгел, ә баҙар иҡтисадында үҙ позицияларын нығытырға мөмкинлек бирәсәк.
Оптика салондары төрлө моделдәр һәм дизайндар тәҡдим итә, был һәр кемгә үҙенең ихтыяждарына ярашлы тейешле вариантты һайларға мөмкинлек булдыра.
Шулай итеп, «Мастер зрения» бөгөнгө көндә үҫешен дауам итә һәм үҙенең клиенттарын сифатлы хеҙмәтләндереүе һәм продукцияһы менән ҡыуандырып, Рәсәйҙә оптика өлкәһендә лидерҙарҙың береһе булып танылды.
Эшҡыуар бер туҡтауһыҙ үҫеш юлында, йәш миллиардерҙар, лидерлыҡ тренингтарын үтә, килешеүҙәр алымдарын өйрәнә, сит илдәрҙә төрлө кимәлдәге үҫеш баҫҡыстарын өйрәнә. Алда маҡсатлы пландар менән яна яҡташыбыҙ.
Динар — башҡорт йәштәре араһында уңыштың иң яҡшы өлгөләренең береһе. Иң мөһиме, ул бизнесын республикала алып бара. Был ғәжәп һәм шул уҡ ваҡытта маҡтаулы, сөнки күптәр үҙ бәхетен эҙләп алыҫ ҡалаларға, мегаполистарға һәм илдәргә китә. Ә минең геройым тыуған иленә хеҙмәт итә, был бигерәк маҡтауға лайыҡ.
Үҙенең миҫалы менән башҡорт йәштәренә ҙур аҡсаны намыҫлы юл менән табырға мөмкин икәнлеген һәм хәҙерге заманда намыҫһыҙ булыуҙың отошһоҙ икәнлеген күрһәтә уңышлы егет.
Динар Әхтәр улына яҙылыу кампанияһына булышлыҡ иткәне һәм акцияла ҡатнашҡаны өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уға уңышлы эшмәкәрлек, юғары ҡаҙаныштар, табышлы бизнес теләйбеҙ.
Ябай ауыл малайына лайыҡлы тәрбиә биргән атаһы Әхтәр Нәғим улы менән әсәһе Флүзә Мәһәҙей ҡыҙы эшһөйәр, итәғәтле, иғтибарлы улы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алалар.
Башҡорт егете Динар Әхтәр улына һөйөклө ҡатыны Зөләйха һәм ҡыҙҙары Эмма, Изабелла менән бәхетле, имен, тыныс тормошта йәшәүен теләйбеҙ!
Гөлнара ҒИНИӘТОВА.