

Осрашыуға уҙған уҡыу йылында мәктәпте яҡшы тамамлаған, Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балға тапшырған һәм илдең төрлө юғары уҡыу йорттарына ингән студенттар саҡырылды. Сарала район башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Рәхимова, Йәштәр ял итеү үҙәге директоры Нәдилә Фәттәхова, «Тәүгеләр хәрәкәте» ойошмаһы белгестәре Розалия Сафина менән Алгиз Фәйзуллин ҡатнашты. 1-се Асҡар урта мәктәбенең, Таһир Кусимов исемендәге гимназияның, Ишҡол урта мәктәбенең ун беренсе класс уҡыусылары килде.
Вадим Ғафаров менән Гөлдәр Рәхимова студенттарҙы байрам менән ҡотланы. Йәшлектең иң онотолмаҫлыҡ мәле булған студент осорон әүҙем, файҙалы итеп үткәреүҙәрен, тырышып белем алып, тыуған райондарына кәрәкле белгестәр булып ҡайтыуҙарын теләнеләр.
Осрашыуҙы алып барыусы Розалия Сафина студенттар менән ҡыҙыҡлы уйын үткәрҙе, унан һүҙ байрамдың төп ҡунаҡтарына бирелде. Әмирхан Мырҙагилдин, Рушан Муллағәләмов, Алһыу Рәхимова, Данияр Ғафаров, Элина Әминева, Сыңғыҙ Вәлиев, Денис Минһажев студент тормошо тураһында һөйләне.
Зал тулы кеше алдында юғалып ҡалмаған ҡыҙҙар-егеттәр Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек һәм уны тапшырыу, юғары уҡыу йорттарына нисек инеүҙәре, ятаҡ тормошо хаҡында һорауҙарға ихлас яуап ҡайтарҙы, быйыл берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырасаҡ сығарылыш класс уҡыусыларына төплө кәңәштәр бирҙе.
1-се Асҡар урта мәктәбен уҙған йылда уңышлы тамамлап, Өфө фән һәм тех-нология университетына уҡырға ингән Әмирхан Мырҙағилдин берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү өсөн көн дә ваҡыт бүлеүен, һөҙөмтәлә математиканы 82, рус телен 81, информатиканы 78 балға тапшырыуын әйтте. Был баһаларға ул уҡытыусылар биргән белем арҡаһында өлгәшеүен йәшермәне.
Т. Кусимов исемендәге гимназияны тамамлап, Мәскәүҙә Пирогов исемендәге Рәсәй ғилми-тикшеренеү универси-тетының беренсе курсында белем алған Алһыу Рәхимова Берҙәм дәүләт имтиханына нисек әҙерләнеүе тураһында ентекле һөйләне.
— Рус теленән мин ике йыл әҙерләндем. Тест менән ҡыйынлыҡ булманы, әммә иншаны ауырыраҡ яҙа инем. Математиканы яҡшы белгәс, был пред-метты тапшырыуҙан ҡурҡманым. Рус теле һәм математиканан беҙҙе тулыһынса уҡытыусылар әҙерләне. Мин мотлаҡ табип булам, медицина университетына уҡырға инәм тип маҡсат ҡуйғас, химия менән биологияға үҙемә ныҡлы әҙерләнергә тура килде, биологиянан курс алдым. Һынау имтихандары һөҙөмтәһе үҙем көткәндән күпкә кәмерәк булһа ла, ярты юлда туҡтап ҡалманым. Киреһенсә, нығыраҡ сәмләнеп әҙерләндем, — тине Алһыу. — Шуға сығарылыш класс уҡыусыларына һынау имтихандарынан һуң предметты алыштырырға ашыҡмағыҙ, хыялығыҙҙан баш тартмағыҙ тип әйтер инем. Берҙәм дәүләт имтиханында иң ҡурҡҡан химия менән биологияны 97 һәм 83 балға тапшырҙым. Мәскәүҙән тыш, Санкт-Петербург, Өфө медицина университеттарына документтар ебәрһәм дә, тик илебеҙҙең баш ҡалаһында белем аласаҡмын тигән хыялымдан тай-пылманым. Пирогов исемендәге университетҡа инеү өсөн 275 балл кәрәк булды, — тип һөйләне Алһыу. — Миңә вуз бик оҡшай, уҡытыусылар талапсан. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән белем алған студенттар араһында яңы дуҫтар таптым.
Гимназияла белем алған, бөгөн Өфө фән һәм технология университетының 1 курс студенты булған Данияр Ғафаров үҙеңә юғары маҡсат ҡуйыуҙан ҡурҡмаҫҡа саҡырҙы.
— Өфө фән һәм технология университетының математика, инфор-матика һәм робототехника институ-тының программалы инженерия йүнәлеше буйынса белем алам. Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлекте 10-сы класта башланым. Һәм үҙемә аныҡ маҡсат ҡуйҙым: информатиканы 90 балдан, рус теле менән математиканы 80 балдан кәм тапшырмаҫҡа. Төп предметтар буйынса беҙгә уҡытыусылар яҡшы белем бирҙе, шуға ҡатмарлыҡтар булманы. Мин өйҙә үҙем әҙерләндем, информатика буйынса бушлай һәйбәт курстар алдым. Кәрәк булһа, яҙығыҙ, һеҙгә лә өйрәтәм, — тине Данияр. — Көн һайын тест эшләгеҙ, килеп сыҡмаһа ла ҡул һелтәп ҡуймағыҙ. Һөҙөмтәлә мин математиканы 95, информатиканы 93, рус телен 86 балға тапшырҙым. Документтарымды Мәскәү, Питер, Ҡазан юғары уҡыу йорттарына бирһәм дә, Өфөлә ҡалырға ҡарар иттем. Теләк булһа, артабан ҙур ҡалаларҙа уҡырға мөмкинлек буласаҡ. Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балдарға тапшырған студент булараҡ яҡшы стипендия — 16 мең һум алам.
Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһының беренсе курс студенты Элина Әминева гимназияны уҡып бөткән. Данияр һәм Алһыуҙың класташы, улар 10-сы класта имтихандарға әҙерлек башлаған.
— Рус телен 75, математиканы 80, географияны 90 балға тапшырҙым. Рус теле менән ҡыйынлыҡтар булманы, иншаны ла еңел яҙҙым. Ә бына математика менән мин дуҫ түгел инем. Сентябрь айында «пробный»ҙы мин икегә яҙҙым. Ни бары 22 балл булыуы миңә ныҡ этәргес булды, етди шөғөлләнә башланым, курс алдым. Декабрҙә математиканан 40, февралдә 70 балл йыйҙым. Географиянан 10-сы класта уҡығанда үҙемде һынау өсөн имтихан тапшырып ҡараным һәм 50-нән ашыу балл алып, тынысландым. Февраль айында 60-тан ашыу ғына балл булғас, курс алып ныҡлы әҙерләндем. Имтиханда ауыр булманы, алдан үҙ өҫтөмдә эшләү һөҙөмтәһе, — тине Элина. — Бөтәһе 245 балл булһа ла, бер ҡайҙа ла уҡырға инә алмаҫмын кеүек тойолдо. Күп вуздарға документтар ебәрҙем, тик Өфөлә ҡалырға тип ниәтләнем, сөнки әллә ҡайҙа алыҫҡа китәһе килмәне. Шунан әсәйем миңә Мәскәүгә билет алды, башҡала буйлап йөрөнөм, университеттар араһында иң оҡшағаны Тимирязев исемендәге академия булды. Йәшеллек араһында урынлашҡан вуз шунда уҡ күңелемә ятты. «Ошонда уҡыясаҡмын», тигән ҡарар ҡабул иттем. Миңә бында уҡыу ҡыйын бирелмәй, сессияны уңышлы тапшырҙым. Контроль эштәр, проекттарға баһалар буйынса бөтәһенән дә автомат алдым. Икенсе семестрҙа юғары стипендия ала башлаясаҡмын. Сөнки, уҡыуҙан тыш, төрлө сараларҙа йыш ҡатнашам, концерттарҙа сығыш яһайым. Иң әүҙем ирекмән булараҡ мине уҡыу йортоноң ирекмәнлек хәрәкәтенә етәксе итеп һайланылар.
Ишҡол урта мәктәбендә белем алып, Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға ингән Сыңғыҙ Вәлиев математиканы 90, физиканы 80, рус телен 78 балға тапшырған. Ул да үҙенең берҙәм дәүләт имтиханына нисек әҙерләнеүен һөйләп үтте.
— Рус теленән әҙерләнмәнем, сөнки уҡытыусыбыҙ яҡшы белем бирҙе, ә математиканан репетиторҙа шөғөллән-дем, — тине ул.
Денис Минһажев Ҡырҙас урта мәктәбен тамамлап, Башҡорт дәүләт аграр университетының тәбиғәт менән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультетына уҡырға ингән.
— Берҙәм дәүләт имтиханына 11-се класта әҙерләнә башланым. Химияны 84 балға тапшырҙым. 9-сы класта ла химиянан имтихан тапшырғас, белемем етерлек, базам ныҡлы булды, тип иҫәпләйем. Математиканан «Решу ЕГЭ» буйынса әҙерләндем. Күп вуздарға документтар тапшырҙым, балдарым етерлек булһа ла, аграр университетты, геодезия йүнәлешен һайланым, — ти Денис. — Вуз тормошонда әүҙем ҡатнашам, «Толпар» спорт командаһы составында күп ярыштарҙа, КВН-да сығыш яһайым. Әбйәлил студенттары менән йыш аралашабыҙ. Үҙебеҙҙең команда менән гранттар конкурсында ҡатнашып, проект яҡларға уйлайбыҙ.
Бына ниндәй әүҙем, шәп студенттарыбыҙ бар. Улар бөтәһе лә мәктәп йылдарынан уҡ олимпиада-конкурстарҙа урындар яулаған, яҡшы өлгәшкән уҡыусылар булғандары өсөн гәзит биттәренән төшмәгән ҡыҙҙар-егеттәр. Әле лә ҡабатланмаҫ ваҡыттарының ҡәҙерен белеп, үҙҙәрен лайыҡлы күрһәткән, уҡыуҙа ла, студент тормошонда ла өлгөрҙәр, һәләтлеләр. Уларҙың барыһына ла уңыштар, төплө белем алып, тыуған Әбйәлилдәре өсөн кәрәкле белгестәр, етәкселәр булып ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Динара САФИУЛЛИНА.