

«Ете ҡыҙ» вокал ансамбленең финал концерты үтте. Уңышлы сығыштары менән төрлө кимәлдәге конкурстарҙа балҡыған ете ҡыҙ сәхнәлә һәр береһе гәлсәр һандуғас булып яңғыраны. Ансамблдең сағыу балҡышына ете ҡыҙҙың ете төрлө һәләте, маһирлығы, оҫталығы һалынған. Ансамбль йырсыларының яңғыҙ сығыштарын ишетеү айырым бер яңылыҡ булды. Ҡыҙҙарҙың һәр береһенең һоҡландырғыс, ҡабатланмаҫ, сағыу тауыштары, сәхнә маһирлыҡтары «солист» статусына лайыҡ.
Оҫта етәксе
Йондоҙҙарҙы гимназия директорының тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Фәнилә Нөғәмәнова үҫтергән. Оҫта етәксе Фәнилә Мансур ҡыҙының ентекле, тырыш хеҙмәте ҡыҙҙарҙың сығышында күренде. Маҡсатҡа ирешеүсән, үҙенә һәм эргә-тирәһендәгеләргә талапсан булыуы Фәнилә Мансур ҡыҙы эшкә килгәндә үк күҙгә салынды. Йәш белгестәр өсөн йыл да үткәрелеп килгән «Надежда» конкурсында Фәнилә Мансур ҡыҙы беренселекте яуланы. Бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләүе, әлбиттә, уны ҙур уңыштарға килтерҙе, бөгөнгө көндә Фәнилә Мансур ҡыҙы — бөтә яҡтан да уңған, талантлы педагог һәм етәксе. «Йәш педагог – 2015» район конкурсындағы еңеүе артабан ынтылыш көсө бирә һәм инде тәжрибәле уҡытыусылар менән бер рәткә баҫып, «Йыл уҡытыусыһы – 2019» конкурсында беренселекте алып, республика кимәлендә район намыҫын лайыҡлы яҡлай, «Еңеү дәресе» номинацияһында алдынғылар рәтенә инә. «Уҡытыуҙың һөҙөмтәле практикалары – 2024» республика конкурсының лауреаты булыу ҙа Фәнилә Нөғәмәнованың эшенә ҙур баһа.
Фәнилә Мансур ҡыҙы ун йыл тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ошо ваҡыт эсендә тәрбиә эшен системаға һалыу, һәр йүнәлеште уйлап, планлаштырып һөҙөмтәле эшкә ынтылыш биреү тырыш педагогтың хеҙмәт емеше. Бөгөнгө көндә ул ойошторған «Талисман» вокал ансамбленә туғыҙ йыл, «талисмандар» хәҙер төрлө кимәлдәге конкурстар еңеүсеһе, ысын профессионалдар тип әйтергә була. «Талисман»дан «Ете ҡыҙ» ансамбле үҫеп сыға һәм төрлө конкурстарҙа еңеп, билдәлелек яулай. Ансамбль ҡыҙҙары һәр береһе шәхес булып етешкән, улар йырға ғына маһир түгел, бөтәһе лә уҡыу алдынғылары.
Азалия Ғәлиуллина. Бәләкәйҙән йырларға яратҡан ҡыҙыҡай 1-се кластан Фәнилә Мансур ҡыҙы етәкләгән «Талисман» ансамбленә килә. Азалияның ата-әсәһе Тәнзилә һәм Азат Ғәлиуллиндар ҡыҙҙың һәләтен артабан үҫтереүгә күп көс һала. «Гүзәлкәй – 2015» район конкурсында ҡатнаша. Башланғыс кластарҙан мәктәп сараларының сағыу йырсыһы була. 6-сы класта «Башҡортостан йондоҙо» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, I дәрәжә дипломға лайыҡ була. 2024 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының вокал буйынса төбәк-ара олимпиадаһында яңғыҙ йыр менән сығыш яһап, өсөнсө дәрәжә лауреаты исемен ала. «Ете ҡыҙ» вокал ансамбле менән бергә үҫә бара ул. «Ете ҡыҙ» ансамбле солисы Азалия район, республика, төбәк-ара һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, һаман үргә ынтыла.
«Музыкаға һөйөү миңә ата-әсәйемдән күскән, — ти Азалия. — Әсәйем дә бала саҡтан йырлаған, атайым да йырларға ярата. Киләсәктә табип булырға теләйем, әммә йыр-моң — яратҡан шөғөлөм булып ҡаласаҡ».
Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙ ике йыл рәттән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәриҙә Ғөбәйҙуллина исемендәге премияға лайыҡ булған.
Фидәлиә Шәйәхмәтова. Ҡыҙҙың әсәһе, мәҙәниәт йорто режиссер Илүзә Шәйәхмәтова ҡыҙын һәр саҡ үҙе менән төрлө сараларға, эшкә йөрөттө. Шуға ла Фидәлиә мәҙәни мөхиттә үҫте тиергә була. Талантлы ҡыҙсыҡ «Гүзәлкәй – 2017» район конкурсында I дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Артабан ҡыҙҙың йондоҙло еңеүҙәре артҡандан-арта бара. Телмәре шыма, матур булғанға Фидәлиә «Республикама дан йырлайым» иншалар конкурсында беренсе урын ала. Төрлө кимәлдә ойош-торолған бер йыр конкурсын да ҡалдырмай.
«Һаумы, һаумы, Әкиәт!» төбәк-ара конкурсының район этабында Фидәлиә иң яҡшыһы тип билдәләнә һәм артабан Өфө ҡалаһында конкурста тамашасылар күңелен яулай. Рәсәй кимәлендә лә уңыштары байтаҡ. Өфөлә үткән «Башҡортостан йондоҙо» Бөтә Рәсәй күп жанрлы конкурс-фестивалендә III дәрәжә һәм Х Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурс-фестивалендә яңғыҙ йыр номинацияһында I дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ була. Районда йәш йырсыларҙы асыу маҡсатында йыл да үткән «Яҙғы тамсылар» конкурсында «Эстрада» номинацияһында мәртәбәле икенсе урынды яулай. Ҡәләм тибрәтеп тә ҡарай һәм шунда уҡ уңышҡа өлгәшә. «Ҡаурый ҡәләм!» район иншалар конкурсында өсөнсө урынды ала. Уҡыуҙа ла уңған, йыр-моңға ла маһир, телгә лә бай Фидәлиә башҡорт теленән район олимпиадаһы еңеүсеһе тип табыла. Ансамбль солисткаһының был уңыштарының һуңғыһы түгел. Еңеүҙәр алда әле!
Әлиә Мөхөтдинова. Әлиә балалар баҡсаһында тәрбиәләнгәндә үк сәхнә йондоҙо булып билдәлелек яулай. Мәҫәлән, «Еҙ үксә» район бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ була. Алты йәшендә «Гүзәлкәй» район конкурсының төп еңеүсеһе итеп билдәләнә. Ошо еңеүҙән һуң кескәй Әлиәнең үҙ көсөнә ышанысы арта, артабан еңеүҙәргә рух көсө бирә. Районда сәхнә йондоҙо булып та-нылған ҡыҙ республика «Байыҡ» телевизион конкурсының төп при-зына эйә булып, тотош республикала билдәлелек яулай. Өлгөрбикә музыка мәктәбенең скрипка класын тамамлай. Был юҫыҡта ла төрлө конкурстарҙың I һәм II дәрәжә лауреаты ул. Ошо мәшәҡәтле еңеүҙәр араһында 8 йәшенән вокал буйынса шөғөлләнеүен ташламай.
— Бала саҡтан бейергә һәм йырларға яратам. Был, әлбиттә, әсәйемдән. Халҡымдың гәүһәр ынйыларын үҙ телемдә йырлап, «Ете ҡыҙ» төркөмөндә сығыш яһап йөрөүемә остазым — Фәнилә Мансур ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм! Тыуған еремде, туған халҡымды һәм телемде бик тә яратам! Милләтемдең мәҙәниәте менән ошо көнгәсә айырылмай, бар һәләтемде үҫтерергә тырышам! Ғөмүмән, мин — күңелем ижадҡа тартылған, рухлы, дәртле, сая һәм бер үк ваҡытта ябай башҡорт ҡыҙымын, — тип хистәрен теҙҙе бөтә яҡлап талантлы солистка. Әлиәнең алдында берҙәм дәүләт имтихандары тора, унда ла уңыштарға өлгәшер, тип ышанабыҙ.
Гүзәл Хәйбуллина. Гүзәл бәләкәй генә сағынан сәхнәлә, уны мәҙәниәт һәм мәғариф үткәргән мәҙәни сараларҙы оҫта алып барыусы булараҡ беләбеҙ. Гүзәлдең «Гүзәлкәй – 2013» район конкурсындағы сағыу сығышы әле лә күҙ алдында. Тасуири һөйләүе, осоп-төшөп бейеүе, батырлығы менән ул тамашасы күңелен арбаны һәм жюри лайыҡлы рәүештә уға беренсе урын биргәйне. Спорт бал бейеүҙәре менән Гүзәл дүрт йыл шөғөлләнә, ошо ваҡыт эсендә ул призер ҙа, еңеүсе лә була. Гимназия тормошонда ҡайнап йәшәй ул: алып барыусы, солистка, уҡыу ал-дынғыһы... «Brilliant talents» балалар һәм үҫмерҙәр халыҡ-ара интернет-конкурсында ла беренселекте бирмәне. Мәҙинә Илһамова етәкләгән «Илһам» фольклор ансамбле составында Мәскәүҙә районыбыҙҙың намыҫын яҡланы. Ләлә Йәнекәева етәкләгән «Алтынай» бейеү ансамбле менән бергә Гүзәл Төркиәнең сәхнәһен дә шаулатҡан.
Гүзәлдең еңеүҙәр һандығында белем буйынса бер ни юҡ тип уйламағыҙ. Йыл да үтә торған Гагарин Кубогына республика олимпиадаһында рус теленән беренсе урын яулай. Үҫә төшкәс, Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында тағы ла рус теленән еңеүсе була. Фәнни-тикшеренеү конференцияларында ла еңеүҙәре бихисап. Шундай әүҙем уҡыусының уңыштары район етәкселеге тарафынан лайыҡлы баһаланды, Гүзәл үткән йылда Бөтә Рәсәй «Орленок» лагерында ял итеү хоҡуғына эйә булды. Киләсәктә табип булыу — уңған ҡыҙҙың хыялы. Уның эш графигы шундай тығыҙ, һәр минуты ҡәҙерле. Мин шылтыратҡанда ла ул химия буйынса вебинарҙа ине. Ғаиләлә икенсе бала, ике һеңлеһен тәрбиәләүҙә әсәһенең уң ҡанаты булған Гүзәл быйыл мәктәпте тамамлай. Гел бишлегә өлгәшкән, тырыш уҡыусыға дәүләт имтихандарында уңыштар теләйбеҙ.
Гөлназ Нөғәмәнова. Гөлназ бейеү һәм ижад аша уңышҡа юл тота. Бәләкәйҙән сағыу һәм талантлы ҡыҙ төрлө өлкәләрҙә үҙенең һәләтен күрһәтә. Уның бал бейеүҙәре менән мауығыуы ижад юлының башы була, 2-3 йыл эсендә ҙур уңыштарға өлгәшә. Магнитогорск, Сибай һәм Урал аръяғы кимәлендәге ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, бейеүсе унда һәр ваҡыт беренсе була. Был ҡаҙаныштар уның ныҡышмалылығы, тырыш-лығы һәм бейеүгә ынтылышы арҡаһында килә. Һәр конкурс ярыш ҡына түгел, ә оҫталыҡты күрһәтеү ҙә тип иҫәпләй ҡыҙ. Бал бейеүҙәре менән генә сикләнмәйенсә, Гөлназ халыҡ бейеүҙәре донъяһына ла сума.
Халыҡ бейеүҙәре уның тәжрибәһен байыта һәм ижади эшмәкәрлегенә сағыулыҡ өҫтәй. Гөлназ «Урал ынйылары» ансамблендә үҙенең оҫталығын үҫтереүҙе дауам итә. Ошо коллективта өс йыл шөғөлләнеү осоронда төрлө конкурстарҙа I һәм II дәрәжә лауреаты була. Был осор уның өсөн ижади үҫеш осоро ғына түгел, ә яңы танышыуҙар һәм дуҫтарса бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеге лә була.
Гөлназ Нөғәмәнова — талантлы бейеүсе генә түгел, ә ижадты һәм уҡыуҙы уңышлы берләштергән күп яҡлы шәхес. Тырыш ҡыҙ уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә лә уңыштарға өлгәшә. Йондоҙ Хисаметдинова етәкселегендә ул Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнаша, унда үҙенең «Олатай һандығы» проектын яҡлай. Был проектта Гөлназ һандыҡтар яһаусы Мансур олатаһының эшен һүрәтләй. Уның эше юғары баһалана һәм гран-приға лайыҡ була, был уның талантын һәм тырышлығын тағы бер тапҡыр раҫлай.
Бөгөн Гөлназ Нөғәмәнова «Ете ҡыҙ» ансамбле солисы. Был коллектив уға ижади яҡтан үҫешергә һәм үҙенең талантын тамашасылар менән уртаҡлашырға мөмкинлек бирә. Гөлназдың алда тағы ла еңеүҙәре күп булырына ышанабыҙ.
Гөлнур Ильясова. Гөлнур талант менән ныҡышмалылыҡтың берлектә ҙур ҡаҙаныштарға килтереүенә сағыу миҫал. «Сулпылар» балалар баҡсаһында йөрөгән сағынан уҡ йыр һәм бейеү менән ҡыҙыҡһына. Был тәүге аҙымдар уның ижади һәләттәрен артабан үҫтереү өсөн нигеҙ булып тора. «Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!» конкурсында Гөлнур беренсе урын яулай. Был еңеү яңы мөмкинлектәргә ишек аса. Ул «Гүзәлкәй – 2014» конкурсында икенсе урын ала. Беренсе класҡа Гөлнур гимназияға бара, шул уҡ ваҡытта балалар сәнғәт мәктәбендә «Думбыра» һөнәре буйынса уҡый. Был уникаль комбинация уға үҙенең музыкаль оҫталығын үҫтереү генә түгел, ә уҡыуҙы ижади эшмәкәрлеге менән уңышлы берләштерергә мөмкинлек бирә. Уның тырышлығы һәм таланты «Йәш таланттар» Бөтә Рәсәй арт-проектында билдәләнә, унда ул «Думбыра» номинацияһында беренсе дәрәжә лауреаты була. Гөлнур төрлө конкурстар лауреаты була, был уның юғары оҫталыҡ кимәлен раҫлай. «Яҙғы һандуғас» һәм «Зауралье» республика конкурстары бик күп наградалар һәм танылыуҙар килтерә. Гөлнур шулай уҡ биология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының район этабы призеры була. Ауыл хакимиәтенән һәм гимназиянан алынған күп һанлы рәхмәт хаттары һәм грамоталары уның уҡыуҙа юғары ҡаҙаныштары тураһында һөйләй.
6-сы кластан Гөлнур «Талисман» вокал ансамблендә, ә һуңынан «Ете ҡыҙ» проекты солисы булып китә. Был уға үҙенең вокал һәләттәрен үҫтерергә һәм төрлө сараларҙа сығыш яһарға, тамашасыларҙың йөрәген яуларға мөмкинлек бирә. Киләсәктә лә еңеүҙәрең һәм ҡаҙаныштарың күп булһын, Гөлнур!
Ләйсән Рәхмәтуллина. Ләйсән сағыу шәхес, уҡыуҙа ла, йәмәғәт эшмәкәрлегендә лә уңыштары би-хисап. Ан-самблдең солисы гимназия йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Йәш тикшеренеүсе булараҡ, ғилми-ғәмәли конференцияла «Тикшеренеү эшмәкәрлегенә ынтылыш» номинацияһында еңеп сыға. Бынан тыш, Ләйсән күп тапҡырҙар Гагарин кубогына олимпиадаһының республика этабында еңеүгә ирешә.
Уҡыуҙағы уңыштары һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Ләйсән район хакимиәтенән һәм БР мәғариф һәм фән министрлығынан рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Ул шулай уҡ район олимпиадаларында, шул иҫәптән «Ғилем» олимпиадаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса шәп һөҙөмтә күрһәтте.
Ижади конкурстарҙа, конференцияларҙа, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадаларҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, туған телде өйрәнеүгә тос өлөш индергәне өсөн Бөтә Рәсәй башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Ләйсән күп уҡыусылар өсөн өлгө. Ҡаҙаныштары Ләйсәнде яңы еңеүҙәргә илһамландыра.
Гөлнара ҒИНИӘТОВА.