Йәштәр мөхите
30 Декабря 2025, 04:22

Йәштәрҙән Яңы йыл бүләктәре

Яңы йыл байрамы уңайынан Йәштәр ял итеү үҙәге ирекмәндәре һәм хеҙмәткәрҙәре тарафынан төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторолдо.

Йәштәрҙән Яңы йыл бүләктәреЙәштәрҙән Яңы йыл бүләктәре
Йәштәрҙән Яңы йыл бүләктәре

27 декабрҙә тап Әбйәлил йәштәре өсөн Яңы йыл дискотекаһы уҙҙы. Уларҙы район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Абдуллин тәбрикләне. 

Яңы йыл байрамы алдынан бейеү майҙансығында йәштәргә күңелле уйындар һәм конкурстар үткәрелде, улар иң дәртле бейеү көйҙәренә һелкенде, әйлән-бәйләндә өйөрөлдө.  

29 декабрҙә иһә Йәштәр ял итеү үҙәге ирекмәндәре "Беренселәр" хәрәкәте менән берлектә "Рәсәй Ҡыш Бабайҙары" командаһына әүерелеп, байрамдарҙа эшләгән ойошмаларға юлланды. Яңы йыл төнөндәре шундай хеҙмәткәрҙәр өсөн монитор экрандары һәм машина сигналдары ҡабынасаҡ. Ирекмәндәр уларға ысын күңелдән "Рәхмәт!" һүҙҙәрен еткереп, открыткалар тапшырҙы. 

 

Йәштәрҙән Яңы йыл бүләктәре
Йәштәрҙән Яңы йыл бүләктәре
Йәштәрҙән Яңы йыл бүләктәре
Йәштәрҙән Яңы йыл бүләктәре
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас