Йәштәр мөхите
30 Января , 11:16

Уңыш траекторияһы: һорауҙар һәм яуаптар

25 ғинуар Рәсәйҙә студенттар көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан район мәҙәниәт йортонда «Уңыш траекторияһы» тип аталған йәнле аралашыу формаһында студенттар һәм мәктәп уҡыусылары менән осрашыу уҙҙы.

Осрашыуҙа тормошта уңышлы булыр өсөн ниндәй һөнәрҙе һайларға кәрәк, медиктар Гиппократ антын нисек тапшыра, ашнаҡсы һөнәрен үҙләштергәндән һуң экономист булып китеп буламы, берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу яҡшы һөҙөмтәләр бирәме йәки бөгөнгө заманда мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы борсоған төп һорауҙар яңғыраны.
Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев студенттарҙы ихлас күңелдән байрамдары менән тәбрикләне. 
— Ҡайҙа ғына уҡыһағыҙ ҙа, һеҙ һәр ваҡыт беҙҙең райондыҡы булып ҡалаһығыҙ, һеҙҙең һәр уңышығыҙға ҡыуанабыҙ. Районға йәш белгестәр кәрәк, һеҙҙе яңы белемдәр һәм идеялар менән тыуған яғығыҙҙа көтәбеҙ, — тине үҙенең ҡотлау телмәрендә.
Айрат Зиннәт улы статистикаға ла туҡталып үтте. 2024 йылда Әбйәлилдән 182 студент белем алырға юлланһа, 2025 йылда район мәктәптәренән 225 уҡыусы студент булып киткән. Шуларҙың 95-е республикалағы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инһә, 45-е сит өлкәләрҙә белем ала. 
Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Абдуллин да студенттарҙы тәбрикләне һәм студент саҡ — ғүмерҙең иң ғәмһеҙ, матур мәле тип билдәләне.
Осрашыуҙа төп спикерҙар булып район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, эшҡыуар Гөлнара Әминева, «Салауат» ЯСЙ-һының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса әйҙәүсе белгесе Алһыу Мусина, К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы студенты Элина Әминева һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Гөлназ Сәйетғәлина сығыш яһаны.

«Бәләкәйҙән уңышлы булырға хыялландым»
Тәүгеләрҙән булып Айрат Зиннәт улы һүҙ алды. Үҙенең Башҡорт дәүләт аграр университетында (ул ваҡытта институт) шаулап үткән студент йылдары тураһында һөйләне. Уға студенттар «Бәләкәй саҡта кем булырға хыялландығыҙ?» — тигән һорау бирҙеләр. Башлыҡтың яуабы ҡыҫҡа һәм аныҡ булды: «Уңышлы булырға хыялландым». Студент та баҙап ҡалманы, һорауҙы артабан дауам итеп: «Ә уңышлы булыр өсөн ниндәй һөнәр эйәһе булырға кәрәк?» — тип һораны. 
— Ҡайһы өлкәлә генә эшләһәгеҙ ҙә, һеҙ кесе Ватанығыҙҙың патриоты булырға тейешһегеҙ. Бөтә һөнәрҙәр ҙә яҡшы, йөрәгегеҙҙе тыңлап эш итегеҙ, эшеңде яратып эшләһәң, һәр һөнәр уңыш килтерәсәк, — тине ул. — Балаларға артабан ниндәй һөнәр һайларға ярҙам итеү йәһәтенән мәктәптәрҙә уңышлы эшҡыуарҙар, билдәле шәхестәр, үҙ һөнәре буйынса юғары вазифаларҙа эшләгән кешеләр менән осрашыуҙар үткәреү мөһим, йәш быуын шундай кешеләргә ҡарап үрнәк ала. 

«Һәр кемдең үҙ уңыш траекторияһы»
Эшҡыуар, меценат Гөлнара Әминева ла мәктәп һәм студент йылдарына туҡталды. Уға ашнаҡсы һөнәрен үҙләштергән йәш егет үҙен борсоған һорау бирҙе: «Мин әле дүртенсе курста уҡыйым һәм артабан экономист һөнәренә уҡырға теләйем. Миңә күптәр ашнаҡсы һөнәренән һуң экономист булып китеп булмай тиҙәр. Был осраҡта ни эшләргә?» 
— Һәр кемдең үҙ уңыш траекторияһы. Әммә әҙәм балаһы тормоштағы этаптарҙы үтергә тейеш. Мәҫәлән, мәктәп йылдары, студент йылдары, дөйөм ятаҡта йәшәүҙәр, армияла хеҙмәт итеү һәм башҡалар. Шул ваҡытта ғына кеше кеше булараҡ формалаша һәм йәмғиәттә үҙ урынын табыуға өлгәшә. Ә экономист булыр өсөн һинең ашнаҡсы булыуың бер нисек тә ҡамасауламай, теләгең генә булһын, — тине ул. 

«Йәш саҡта бөтә юлдар ҙа асыҡ»
Районда «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ эшен башланы. Ойошманың йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса әйҙәүсе белгесе Алһыу Мусина уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы ойошманың киләсәге һәм пландары менән таныштырҙы. Үҙенең студент йылдарына туҡталды.
Алһыу Вәзир ҡыҙы һөнәре буйынса психолог, әммә һөнәре буйынса бер көн дә эшләмәгән. Райондың опека бүлегендә эш башлаған йәш белгес Йәштәр йорто директоры булып, һуңынан район хакимиәтендә эшләй. Уҙған йылда «Салауат» ЯСЙ-һында эш башлай. Ул мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы маркшейдер, тау инженеры, машинист һәм геолог кеүек һөнәрҙәрҙе үҙләштерергә саҡырҙы, сөнки Буранғол ауыл биләмәһендә асыласаҡ тау байыҡтырыу комбинатына эшселәр талап ителәсәк. Унда урындағы халыҡ өсөн 1500 тирәһе эш урыны булдырыласаҡ.
— Йәш саҡта бөтә юлдар ҙа асыҡ, иң мөһиме — ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Шуға күрә уҡығыҙ, алға ынтылығыҙ, беҙгә эшкә килегеҙ, беҙ һеҙҙе яҡты йөҙ менән һәр саҡ ҡаршы алырға әҙербеҙ, — тине ул. 

«Иң мөһиме — ашыҡмағыҙ»
Башҡорт дәүләт медицина универ-ситетында белем алыусы Гөлназ Сәйет-ғәлинаға 11 класта берҙәм дәүләт имтиханына нисек әҙерләнеүе һәм беренсе курстағы адаптация осоро тураһында һорау бирҙеләр.
— Ун беренсе класс башында имтихандарға әллә ни иҫем китмәне. Мине уратып алған кешеләр гел генә ошо йәһәттән миңә баҫым яһанылар. Стресс кисереүҙәр, үҙ-үҙеңде эстән бөтөрөүҙәр тигән ауырлыҡтар миңә таныш түгел. Имтиханға өс ай ваҡыт ҡалғас, ныҡлап әҙерләнә башланым. Медицина университетына барырымды алдан белгәнгә күрә, химия һәм биология фәндәрен көнө-төнө уҡыным һәм БДИ-ны ла уңышлы тапшырҙым. Миңә имтихандар тапшырыу еңел бирелде. Берҙәм дәүләт имтиханы ҙур проблема түгел, унан ҡурҡырға ярамай. Бары тик ваҡытты дөрөҫ бүлеп, мәлендә уҡырға кәрәк, — тип бәйән итте ул. — Күптәр сығарылыш класында ниндәй һөнәр алырға тигән һорау алдында баҙап ҡала. Кемдеңдер ата-әсәһе үҙенең балаһын уҡытыусы итергә теләй, ә баланың инженер булғыһы килә. Бындай осраҡта үҙегеҙгә оҡшаған һөнәрҙе һайлағыҙ тип кәңәш итер инем. Иң мөһиме — ашыҡмағыҙ, яңылышыуығыҙ бар.
Гөлназ әйтеүенсә, ул баш ҡаланың йәшәү темпына ла тиҙ яраҡлашҡан. Бына нимәләр һөйләне ул үҙенең студент тормошо тураһында. 
— Студент йылдары — күңелле мәл. Дөйөм ятаҡта бикләнеп ятырға түгел, ә ҡулға килеп эләккән һәр мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа һәм кешеләр менән танышырға, аралашырға кәрәк. Мин төрлө «түңәрәк»тәргә йөрөйөм, уҡыу йортоноң тормошонда әүҙем ҡатнашам, шуға ла ваҡыт тиҙ үтә, эс тә бошмай, тыуған яҡ та һағындырмай, күңелде нәҫ тә баҫмай. 
Студент ҡыҙҙан район хакимиәте башлығы медиктарҙың Гиппократ антын нисек тапшырыуҙары хаҡында һорашты. 
— Гиппократ антын тапшырыу бөтә университеттың студенттары өсөн уҙғарыла. Бөтәбеҙ ҙә линейкаға баҫабыҙ, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының гимндары яңғырағандан һуң, ректор беҙгә текст уҡый һәм уға яуап итеп «Ант итәбеҙ» тип әйтәбеҙ, — тип аңлатты ул. 

«Миңә ирекмәнлек эше ыҡ яҡын»
К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы студенты Элина Әминева үҙенең студент йылдары тураһында һөйләне.
— Баш баҫып уҡып ултырған студент түгелмен, йөрөргә, төрлө сараларҙа ҡатнашырға яратам. Күбеһенсә активисмын, ирекмәнлек менән шөғөлләнәм. Беҙ хатта ирекмәнлек эше менән Мәскәүҙән ситтә үткәрелгән сараларҙа ла ҡатнашабыҙ, был эш миңә ныҡ яҡын. Активист булғанға күрә, сессияларҙы еңел тапшырам, әле өсөнсө сессиямды яптым. Ошоға тиклем бөтә зачеттарҙы ла, имтихандарҙы ла автомат менән ябып киләм, сөнки уҡытыусылар әүҙем студенттарҙы ярата. Шуға ла бер урында ултырмаҫҡа, үҙегеҙҙе төрлө өлкәлә һынап ҡарарға тигән кәңәш бирәм. Бер ҡасан да икеләнмәйенсә эшләп ҡарағыҙ, шул ваҡытта һөҙөмтә күберәк буласаҡ, — тине Элина. — Юғары уҡыу йорттарында уҡығанда параларҙы ҡалдырырға ярамай. Әгәр ҙә сәбәпһеҙ дәрес ҡалдырыуҙар күп булһа, һеҙ «ҡара исемлек»кә инәһегеҙ. Сығарылыш уҡыусыларына әйтер кәңә-шем шул: БДИ сүп кенә, ул ҡурҡыныс түгел. Был донъяла иң ҡурҡынысы — үҙ-үҙеңде юғалтыу.
«Беренселәр» хәрәкәте белгесе Ләйсән Яхина студенттарҙы байрамдары менән тәбрикләп, район хакимиәтенә рәхмәт һүҙҙәрен белдереп, йәш әбйәлилдәргә бүләктәр тапшырҙы.
Йәнле аралашыу бер тынала уҙҙы. Йәштәрҙең креатив фекер йөрөтөүе, тормошта килеп сыҡҡан һәр мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмауҙары, уйлап эш итә белеүҙәре, белем алыуға һәм тормошта үҙ урындарын табыуға етди ҡарауҙары һоҡландырҙы. 
Сараны Йәштәр йорто директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зиннур Моталов оҫта итеп алып барҙы. Модераторҙың шаяртыуҙары, уйын-көлкө менән үрелеп барған йәнле аралашыу һәр кемдең күңеленә хуш килде. 
Мәҡәләмде Зиннур Васил улының тормош девизы менән тамамлағым килә. «За попытку денег не берут», — ти ул күп осраҡта. Һәм хәҙерге заман йәштәренә лә шуны теләге килә. Замана үҫешкән, бигерәк тә йәштәр өсөн ниндәй генә һөнәрҙәр, ниндәй генә юлдар юҡ хәҙер. Үҙегеҙҙе төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарап, илебеҙгә кәрәкле граждандар булып хеҙмәт итегеҙ. 
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас