Йәштәр мөхите
24 Апреля , 06:19

«Беренселәр хәрәкәте» «зарница»ны тергеҙә

Совет заманы йәштәренән беҙҙең заманғаса килеп еткән «Зарница» уйындары һәр быуында ла ҡыҙыҡһыныу уятып, мәктәп-тәрҙә, ғәҙәттә, Ватанды һаҡлау-сылар көнөнә арнап, күңелле һәм мауыҡтырғыс үтә торғайны.

Иртәгә «Зарница» тигән көнө яурындарға икешәр погондар тегеү йәки йәбештереү һәр кемдең дә хәтеренә яҡшы уйылып ҡалғандыр. Ул уйындың төп маҡсаты — дошмандың флагын яулау һәм тик ике генә команда ҡатнаша ине. Заманалар үҙгәрә килә һуңғы йылдарҙа ул уйын бөтөнләй онотолдо тиерлек. 2025 йылдан Рәсәйҙә «Зарница 2.0» хәрби-патриотик уйындың заманса төрө уҙа. Ул элекке төрҙән үҙендә тактик тренингтар, команда ярыштары һәм заманса технологиялар элементтарын берләштереүе менән айырылып тора. Уйынды  «Беренселәр хәрәкәте» Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт һәм «ЮНАРМИЯ» Бөтә Рәсәй  балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәттәре ойоштора. «Зарница 2.0» уйыны йәштәрҙә патриотизм тәрбиәләүгә, һаулыҡты нығытыуға һәм команда күнекмәләрен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Асҡар мәктәбендә уйындың муниципаль этабы уҙҙы.
— Хәрби-патриотик уйын районда икенсе йыл рәттән уҙғарыла һәм ул йәш булһа ла  балалар һәм үҫмерҙәр араһында популярлаша бара. Быйыл ярышта 8 мәктәп үҙ-ара көс һынаша. Муниципаль этап төрлө белем биреү учреждениеларынан командаларҙы берләштерә, был аралашыу даирәһен киңәйтеүгә һәм балалар араһында тәжрибә уртаҡлашыуға булышлыҡ итә, — ти урындағы «Беренселәр хәрәкәте» белгесе Ләйсән Яхина.
«Зарница 2.0» уйынына 8-17 йәштәрҙәге 8 команданан 80-гә яҡын ҡатнашыусы йыйылды. 
Асҡар, Т. Кусимов исемендәге гимназия, Гусев, Ташбулат, Ишҡол, Йәнгел, Сиҙәм һәм Амангилде командалары 9 этап аша үтте — ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, граната ташлау, отжимание, пресс эшләү, скакалкала һикереү, йүгереү, айырым күнегеүҙәрҙе башҡарыу. Уҡыусыларҙы урындағы «ЮНАРМИЯ» штабы начальнигы һәм баш судья Салауат Әбделмәнов баһа-ланы, уҡыусыларҙың күнегеүҙәрҙе ваҡытҡа, тиҙ һәм сифатлы башҡарыуы мөһим ине. Уйын ысын хәрби хәрәкәттәр шарттарына тура килтерелгән уҡыу-күнекмә процесы форматында үткәрел-де, был лидерлыҡ сифаттарын, дисциплинаны, яуаплылыҡты һәм команда рухын үҫтереүгә булышлыҡ итте.
Мәрәйҙәр буйынса Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары иң шәптәре тип табылды. Тап улар Белоретта үтәсәк зона уйындарында беҙҙең район исемен яҡлаясаҡ.
Сараның бағымсыһы булып Хәрби-патриотик спорт үҙәге (Азамат Амангилдин) һәм «Әбйәлил районы эшҡыуарҙар союзы» (Айрат Сәғәҙәтов) сығыш яһаған.
Г. ТИМЕРЙӘНОВА.

Читайте нас