Йәштәр мөхите
3 Июля , 11:21

Аралаштылар, күңел астылар һәм ярыштылар

Район йәштәрен Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин, район хакимиәте башлығы Айрат Әминев тәбрикләне. Улар киләсәкте төҙөүсе дәртле, ихлас йәштәргә изге теләктәрен еткерҙе. Айрат Зиннәт улы районды үҫтереүгә өлөш индергәндәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Ишкилде ауылында уҙған «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә әүҙем ҡатнашҡаны  өсөн Айгөл Зарипова, эшендә юғары һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн Айгиз Хөснитдинов, медицина өлкәһендә күрһәткән юғары һөҙөмтәләре өсөн Азат Күсәрбаев, Хәмит ауылы биләмәһендә башҡарған бағымсылыҡ һәм әүҙем тормош алып барғаны өсөн Вәғиз Абдуллин, Әлмөхәмәт ауылы биләмәһендә күрһәткән эшмәкәрлеге өсөн Миләүшә Итҡолова, Күсем ауылында уҙған барлыҡ сараларҙа ҡатнашҡаны өсөн Азамат Хәйбуллин, Таштимер ауылы биләмәһен тергеҙеү буйынса башҡарған эштәре өсөн Илнур Шакирйәнов, Рауил ауыл биләмәһендә әүҙем тормош алып барғаны өсөн Илсур Хәлфетдинов, Һамар ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына тос өлөш индергәне өсөн Владимир Скакун, райондың мәҙәни тормошонда ҡатнашҡаны өсөн Арсен Шәғәлин, Байым ауыл биләмәһен төҙөкләндереүҙә башҡарған эштәре өсөн Рәйсә Заһретдинова, намыҫлы хеҙмәте өсөн Әлфинә Сафиуллина бүләкләнде. 
Илдар Марат улы Башҡортостан Республикаһында йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте министрлығының почет грамотаһы менән Зиннур Моталовты һәм Аэлита Ниғмәтуллинаны бүләкләне. Йәштәр сәйәсәте министрлығының рәхмәт хаттарына Ләйсән Яхина, Амелия Килдейәрова, Әминә Баймырҙина, Дим Ғәләүетдинов, Арыҫлан Дәминдаров, Әмилә Фәттәхова, Анелия Дәүләткирәева, Камила Вәлиева, Әлфиә Ғәлимйәнова һәм Эльвина Шәйхитдинова лайыҡ булды. 
Йәштәр сәйәсәтен яҡлаған һәм үҫтергәндәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының рәхмәт хаты «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтегәрәйевҡа һәм район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса баш белгесе Ильзира Вәлиеваға тапшырылды. 
Артабан йәштәрҙе район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Абдуллин ҡотланы. Ул Йәштәр көнөн үткәреүҙә ярҙам ҡулы һуҙған — автотауыш буйынса ярыш ойошторғаны өсөн «Лада Моторс» клубы етәксеһе Ксения Ермакованы, спорт мастеры кандидаты Азамат Атауллинды, йырсы Заһир Ғәлиәкбәровты, район «Эшҡыуарҙар союзы»н, райондың хәрби-патриотик спорт үҙәген, «Салауат» компанияһын район хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән билдәләне.
Байрамда тәүге тапҡыр автотауыш форматы һынап ҡаралды, техника, тауыш күләме, дәрт — йәштәр был күренеште юғары баһаланы. «Башҡорт ташы» көс экстримында ҡатнашыусы һәр кем үҙенең ныҡлығын күрһәтте, ә хот-дог ашау буйынса ярыш ихлас күңел асыу өҫтәне. 
Кисен Zagа һәм ди-джей Наил Bashstyle-дың  йырҙары яңғыраны. «Ҡурай» паркы биш меңгә яҡын йәштәрҙе үҙенә йыйҙы, бында килгән һәр кем көс, дәрт алып таралышты. 

Г. Ҡусҡарова.

Читайте нас