

«Студент стартапы» конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандан 131 студент, аспирант һәм ординатор үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн берәр миллион һум аҡса аласаҡ.
Еңеүселәр араһында Өфө фән һәм технологиялар университеты, Нефть техник университеты, Медуниверситет һәм Аграр университет вәкилдәре бар. Был егеттәр менән ҡыҙҙарҙың идеялары цифрлы технологияларҙан алып медицинаға һәм энергетикаға тиклем төрлө мөһим йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала.
Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса былтыр 2,2 меңдән ашыу йәш тикшеренеүсе дәүләт ярҙамына лайыҡ булды. Вице-премьер Дмитрий Чернышенко билдәләүенсә, бындай гранттар студенттарға үҙҙәренең фәнни эштәрен реаль бизнесҡа әйләндерергә һәм баҙарға сығырға ҙур этәргес бирә.
Әйткәндәй, быйыл конкурсҡа рекордлы һанда — 12,6 мең ғариза килгән. Был йәштәрҙең фәнгә һәм эшҡыуарлыҡҡа ҡыҙыҡһыныуы арта барыуы тураһында һөйләй. Гранттарҙы Рәсәй студенттары ғына түгел, ә беҙҙең илдә уҡыған сит ил студенттары ла алды.
Киләсәктә был проекттар илебеҙҙең технологик үҫешенә ҙур өлөш индерер тип ышанабыҙ.