Йәштәр мөхите
20 Августа , 03:35

Йәштәргә - асыҡ юл!

«Салауат» компанияһы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының Әбйәлил районында башҡорт фестивален уҙғарыу тураһындағы башланғысын хупланы.

Йәштәргә - асыҡ юл!Йәштәргә - асыҡ юл!
Йәштәргә - асыҡ юл!

Асыҡ һауала «BASHFEST» концерты башҡорт эстрадаһының популяр йырсыларын йыйҙы. Уны үткәреү инициаторы - Әбйәлил егете, Йәштәр палатаһы ағзаһы Инсаф Әғзәмов.

Фестивалгә Әбйәлилдән һәм яҡын-тирәләге райондарҙан 3000-дән ашыу халыҡ килде. Улар өсөн был кистә сәхнәлә башҡорт йырсыларының билдәле һәм бөтәһе лә яратҡан йырҙары яңғыраны. Фестивалдең төп ҡунаҡтары - Zaga, «Етегән» төркөмө, Baby Ti, Рөстәм Ғиззәтуллин, «Бишбармаҡ» оркестры, Akyeget.

Фестивалдең генераль бағыусыһы булып сығыш яһаған «Салауат» компанияһы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Илнур Рамаҙановтан йәштәр фестивален ойоштороуға индергән өлөшө өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

 

 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас