Йәштәр мөхите
24 Августа , 09:57

«BashFest» — йәштәрҙе берләштергән байрам

Киләсәк — йәштәр ҡулында, тиҙәр, ысынлап та уларҙа төрлө маҡсаттарға ынтылыш та, дәрт тә, йәшәйеште яҡшы яҡҡа үҙгәртеү идеялары ла бар. Тап шундай инициативалы, аҡыллы, алдынғы ҡарашлы яҡташ егетебеҙ БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы. Һүҙем Байым ауылы егете Инсаф Әғзәмов хаҡында.

«BashFest» — йәштәрҙе берләштергән байрам«BashFest» — йәштәрҙе берләштергән байрам
«BashFest» — йәштәрҙе берләштергән байрам

15 август көнө, йәғни уҙған шәмбе, һабантуй майҙанында республика кимәлендә тәүге тапҡыр «BashFest» йәштәр фестивале уҙҙы. Фестиваль быйылғы йылда тәүге тапҡыр ойошторолдо, уның тап Әбйәлил ерлегендә старт алыуы юҡҡа түгел, сөнки проект авторы Инсаф Руслан улы үҙебеҙҙең райондан. Беренсе тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, фестиваль ҙур масштабта уҙҙы. Бында 3 меңдән ашыу халыҡ йыйылды. Әбйәлилдән генә түгел, Урал аръяғы райондарынан һәм күрше ятҡан Силәбе өлкәһенән ҡунаҡтарҙы йыйған фестивалдең маҡсаты ла етди ине — йәштәр өсөн бер көнгә генә күңел асыу сараһы үткәреү түгел, ә уларға аралашырға, яңы кешеләр менән танышырға, үҙҙәрен күрһәтергә, һәләттәрен үҫтерергә мөмкинлек биргән бер майҙан булдырыу. Һәм, минеңсә, ойоштороусылар был маҡсатҡа иреште лә.

Музыкаль фестивалдә йәштәр араһында ҙур популярлыҡ яулаған йырсылар сығыш яһаны. Уларҙың яртыһының Әбйәлилдән булыуына ла аптырарлыҡ түгел. Әлмөхәмәт егете ZaGa, йәғни Заһир Ғәлиәкбәров, Рауил ҡыҙы Динара Ғәлләмова, үҙебеҙҙең данлыҡлы «Етегән» төркөмө һәм Әбйәлил кейәүе Рөстәм Ғиззәтуллиндың йырҙарына хәҙерге быуын йәштәре менән бер рәттән 80-90-сы йылғылар ҙа рәхәтләнеп бейене лә, ҡушылып йырланы ла. Тағы ла «Baby Ti» йәки Арыҫлан Тимеров һәм Аҡъегет тә фестивалдең көтөп алынған ҡунаҡтары булды. Айғырбатҡан утарында был кистә йәштәрҙең тауышы тынманы, һәр кем ял көнөндә бар эштәрен ситкә ҡуйып, концертҡа ашыҡты.

Фестиваль үтеп, баш-күҙ алып, халыҡтың тәьҫораттарын тыңлағандан һуң, проекттың авторы Инсафтың үҙе менән әңгәмәләшергә форсат таптыҡ. Әйткәндәй, ул быйылғы йылдың ғинуар айынан Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы итеп һайланған һәм «BashFest» йәштәр фестивале уның тәжрибәһендә иң ҙур сараларҙың береһе.

— Байрамға әҙерлек 3 ай самаһы барҙы. Әлбиттә, беренсе тапҡыр бындай ҙур сара ойошторғанда төрлө ҡыйынлыҡтар ҙа булды. Күп нәмәне өйрәндек, ҡайһы бер ҡарарҙарҙы бик тиҙ ҡабул итергә тура килде. Әммә ошо тәжрибә беҙгә киләсәктә нимәгә иғтибар итергә, нимәне тағы ла яҡшыраҡ эшләргә кәрәклеген күрһәтте. Минең өсөн был фестивалдең иң мөһим һөҙөмтәһе — кешеләрҙең ысын күңелдән ҡәнәғәт булып ҡайтыуы. Саранан һуң да күптәр үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты, шылтыратты, социаль селтәрҙәр аша рәхмәт һүҙҙәрен яҙҙы. Был, әлбиттә, бик ҡыуандыра, — ти ул.

Иң мөһиме Инсафҡа ҙур команда ярҙам итә. Ул бөгөн ирекмәндәр, әртистәр, фестивалдең партнерҙары, район хакимиәте һәм, әлбиттә, Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Илнур Рамаҙанов, Әбйәлил районы яҡташтар ойошмаһы рәйесе Ләйсән Рабадановаға һәм фестивалдә ҡатнашыусы һәр кемгә рәхмәтле.

Киләсәктә ул «BashFest» менән генә туҡтап ҡалырға теләмәй.

— Был әле башы ғына, тип уйлайым. Киләһе фестивалде тағы ла ҙурыраҡ кимәлдә, сифатлыраҡ һәм халыҡ өсөн уңайлыраҡ итеп үткәрергә теләк бар. Хатта хәҙер үк нимәне үҙгәртергә һәм нимәне өҫтәргә кәрәклеге тураһында идеялар менән янып йәшәйем. Икенсе йылда көндөң тәүге яртыһында йәштәр өсөн уҡыуҙар ойоштороп, кискә иһә тик күңел асыу сараларын ҡалдырыу тигән уй тыуҙы. «BashFest» киләсәктә лә дауам итер, һәм беҙ уны йылдан-йыл үҫтерергә тырышасаҡбыҙ, — ти Инсаф Руслан улы пландары менән уртаҡлашып.

Байым урта мәктәбен тамамлаған егет бөгөн Өфө дәүләт нефть һәм техник университеты студенты, уҡыу менән бер рәттән йәмәғәт эше менән шөғөлләнеп янып йәшәй. Һәм Йәштәр йәмәғәт палатаһына ағзалар һайлау конкурсы уҙасағы тураһында белеп ҡалғас, тейешле документтарын барлап, үҙен конкурста һынап ҡарай. Ниәте тормошҡа аша егеттең, бөгөн ул 8 ай самаһы Йәштәр йәмәғәт палатаһының эштәре уртаһында ҡайнай.

— Иң мөһиме — йәштәргә мөмкинлек бирергә кәрәк. Уларҙың идеялары, энергияһы һәм потенциалы бик ҙур. Тик ҡайһы саҡта шул потенциалды күрһәтеү өсөн мөмкинлек кенә етмәй. Беҙ ойошторған «BashFest», бәлки, тап ошо мөмкинлектәрҙең береһе булғандыр. Йәштәрҙе бөгөнгө көндә нимә борсой, ниндәй проблемалары бар, шуларҙы асыҡлау һәм күтәреп сығыу — беҙҙең бурыс. Йәштәр йәмәғәт палатаһы йәмәғәт ойошмаларын дәүләт власы менән, ябайыраҡ итеп әйткәндә, йәмғиәт менән дәүләтте бәйләй. Икенсенән, Йәмәғәт палатаһы төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса дәүләттең йәмәғәт ойошмаларына нисек ярҙам итеүен контролдә тота, ул йәмәғәт фекерен булдыра. Бына ошо ябай булмаған процестар Йәмәғәт палатаһының төп эшмәкәрлеген барлыҡҡа килтерә лә инде, —  тип үҙенең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы ул.

Ни өсөн фестиваль тап 15 август ойошторолоуының да серен астыҡ. Инсафтың әсәһенең тыуған көнө икән. Ул бәләкәйҙән сәхнәнән тороп, яҡын кешеһенә булған бөтә рәхмәтен һәм хөрмәтен күрһәтеп, сәскә тапшырырға тигән хыял менән янып йәшәй. Һәм тәүге, республика кимәлендә ойошторған сараһын ул ғәзиз кешеһенә — әсәһенә арнап, тап уның тыуған көнөндә уҙғара. 49-сы йәйен ҡаршы алған әсәй өсөн ошонан да ҙурыраҡ бүләк юҡтыр, моғайын!

Яҡташыбыҙ Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы булараҡ, баш ҡалала яҡташтар ойошмаһы менән берлектә район йәштәре өсөн «Самауырлы ритайым», «ЙырАлыш» проекттарын да ойоштороусыларҙың береһе. Һәм, тәүге тапҡырҙан уҡ емешле булған «BashFest» проекты ла республика кимәлендә ҙур танылыу алһын тип теләйек. Башҡа яҡтарҙың «ни сыҡһа, шул әбйәлилдәрҙән сыға» тигәненә тағы ла бер дәлил булыр ине.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас