+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июнь 2022, 19:10

Киңәйтелгән ултырыш уҙҙы

"Урал аръяғы - 2022" инвестиция һабантуйы Башҡортостан Республикаһынан Дәүләт Думаһы депутаты, Эксперт советы рәйесе Владимир Сенин рәйеслегендә Рәсәй Дәүләт Думаһының Финанс баҙары буйынса комитетының Тотороҡло үҫеш һәм «йәшел» финанслау буйынса эксперт советының киңәйтелгән ултырышын үткәреү майҙансығына әйләнде.

"Урал аръяғы - 2022" инвестиция һабантуйы Башҡортостан Республикаһынан Дәүләт Думаһы депутаты, Эксперт советы рәйесе Владимир Сенин рәйеслегендә Рәсәй Дәүләт Думаһының Финанс баҙары буйынса комитетының Тотороҡло үҫеш һәм «йәшел» финанслау буйынса эксперт советының киңәйтелгән ултырышын үткәреү майҙансығына әйләнде.

-Төбәккә аҡса килтерәсәк һәр йәшел инвестиция проектына беҙ ярҙам итәсәкбеҙ, - тине Владимир Сенин.  – Беҙ федераль һәм төбәк кимәлдәрендә ESG-повестканың  тормошҡа ашырыу маҡсаттарының һәм бурыстарының тап килеүен күрәбеҙ. Халыҡ-ара кимәлгә килгәндә, беҙ бының менән илдең милли мәнфәғәттәрендә генә шөғөлләнәсәкбеҙ. Башҡортостан Рәсәйҙә углеродлы берәмектәр менән сауҙа итеү баҙарын булдырыу мәсьәләләре буйынса  профессиональ тикшерелгән тәүге төбәктәрҙең береһе булды.

Дәүләт Думаһы депутаты, энергетика буйынса комитет ағзаһы һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Йәшел иҡтисад» федераль партия проекты координаторы Юрий Станкевич климатик повестканың сәйәсиләштерелеүен билдәләне, әммә был илебеҙ өсөн климат үҙгәрештәрен яраҡлаштырыуға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең көнүҙәклеген юғалтмай.

- Рәсәй Фәндәр академияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, сәсеүлектәрҙең 65 проценты, сабынлыҡтарҙың 28 проценты, Рәсәй көтөүлектәренең 50 проценты бөгөн эрозия, дефляция, ваҡыты-ваҡыты менән ҡоролоҡ, саң бураны йоғонтоһона дусар, - тип белдерҙе ул.

Уның һүҙҙәренсә, ошо саҡырыуҙарға яуап биреү өсөн «Йәшел иҡтисад» проекты эшләй башланы. Уның бурыстары: иҡтисадтың ресурс һөҙөмтәлелеген күтәреү, икенсел матди ресурстарҙың әйләнеше күләмен арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан ябыҡ цикл иҡтисады трендтарын көсәйтеү, юғары яуаплылыҡты ла индереп, йәмғиәттә тотороҡло үҫеш принциптарына нигеҙләнгән тәртип моделен нығытыу тора.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: