+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Сентябрь 2022, 06:20

Иң яҡшы экспортерҙар кемдәр?

Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй премияһы буйынса конкурс комиссияһы Волга буйы федераль округы төбәгендә йомғаҡ яһаны. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Иң яҡшы экспортерҙар кемдәр?
Иң яҡшы экспортерҙар кемдәр?

“Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй премияһы буйынса конкурс комиссияһы Волга буйы федераль округы төбәгендә йомғаҡ яһаны.

Комиссия ҡарарына ярашлы, Башҡортостандың телевизион тапшырыуҙар һәм машиналар эшләү тармаҡтарындағы ике бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһы, бер ҙур сәнәғәт предприятиеһы конкурстың округ этабындағы еңеүселәре тип танылды.

“Беҙҙең компанияларҙың еңеүе – уларҙың ҡаҙаныштарын таныу ул. Беҙ Башҡортостан предприятиеларына кәңәш биреүҙән алып, финанс бүлеүгә тиклем һәр яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ“, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

“Хеҙмәтләндереү өлкәһендәге йыл экспортеры” номинацияһында “Ирида” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте икенсе урынды алды. “Көньяҡ Урал үлсәү заводы” шулай уҡ – икенсе, “Башҡортостан сода компанияһы” ла икенсе урынды яуланы.

Фото: yandex.ru.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: