+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Декабрь 2022, 15:15

"Шүлгәнташ" туристарҙы йәлеп итә

Өфөлә үткән “Урта быуат Евразияһының күсмә цивилизациялары” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашҡан сит илдәр ғалимдары “Шүлгәнташ” археологик һәйкәлен дә барып күргәндәр. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

"Шүлгәнташ" туристарҙы йәлеп итә
"Шүлгәнташ" туристарҙы йәлеп итә

Өфөлә үткән “Урта быуат Евразияһының күсмә цивилизациялары” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашҡан сит илдәр ғалимдары “Шүлгәнташ” археологик һәйкәлен дә барып күргәндәр.

– “Шүлгәнташ”,мәмерйәһенүҙен күреп һоҡландыҡ. Шулай уҡ быйыл йәй асылған музейҙы күреп иҫебеҙ китте. Музейҙың идеяһы, материалды тәҡдим итеү һәр кемгә аңлашыла, бала ла, ғалим да аңлай ала, бер һорау ҙа ҡалмай. Ваҡыттар бәйләнеше, киңлек менән бәйләнеш, экспонаттарҙы күрһәтеү бик юғары кимәлдә башҡарылған. Мәмерйәгә инә алыу мөмкинлеге булыуы ла яҡшы. Һеҙ был тарихи әйберҙе туристик объект итеп эшләүегеҙ ҙә бик әһәмиәтле һәм маҡтауға лайыҡ, – тигән фекерҙә Үзбәкстан Фәндәр академияһы Тарих институтының боронғо тарих бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты, әйҙәүсе ғилми белгес Фирүзә Шакир ҡыҙы Шәмүкәрәмова.

Сит илдәр вәкилдәренең  “Шүлгәнташ” археологик һәйкәлен күреп, уның хаҡында юғары фекер йөрөтөүе Бөрйәнгә, ғөмүмән тотош Башҡортостанға, туристар ағымын арттырыр, тигән ышаныс бар. Ә был, үҙ сиратында, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектын бойомға ашырыуға ла булышлыҡ итәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: