+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Декабрь 2022, 16:44

Үҙмәшғүлдәр һаны әүҙем арта

2022 йылдың ғинуарынан ноябренә тиклем Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр 405 миллион һум һалым түләгән. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Үҙмәшғүлдәр һаны әүҙем арта
Үҙмәшғүлдәр һаны әүҙем арта

Ошо осорҙа һөнәри килемгә һалым түләүселәр 10,2 миллиард һумға 11 миллиондан ашыу чек ебәргән. Башҡортостанда 143 мең үҙмәшғүл теркәлгән, уларҙың 43 меңе ошо статусты 2022 йылда алған, 11 айҙа төбәктә физик берәмектәрҙең килеменә һалым түләүселәр 43 процентҡа артҡан. Федераль һалым хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы Өфө, Күмертау, Сибай ҡалаларында, Бөрйән, Өфө, Архангел һәм Иглин райондарында йәшәүселәр махсус һалым режимын ҡулланыу буйынса экспериментта әүҙем ҡатнаша. Был муниципалитеттарҙа 100 кешегә  дүрт һәм унан күберәк һалым түләүсе тура килә. Республикала  үҙмәшғүлдәр һаны буйынса иң аҙы Илеш һәм Борай райондарында, йәки 100 кешегә 2,5-ән кәмерәк.

Башҡортостанда  үҙмәшғүлдәрҙең күбеһе йөк ташыу, маркетинг һәм реклама, төҙөлөш өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтә, шулай уҡ бөҙрәхана һәм матурлыҡ салондары хеҙмәттәрен күрһәтә, үҙҙәре етештергән продукцияны  һата. Физик берәмектәрҙең килеменә һалым түләүселәр булып төп өлөштө 18-35 йәштәгеләр, йәғни 56 процент самаһы алып тора. 36 йәштән 65 йәшкә тиклемге үҙмәшғүлдәр   41 процент.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: