Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Май , 16:05

Бөтә Рәсәй инвестиция форумы үҙ эшен башланы

Сибай ҡалаһында бишенсе «Урал аръяғы-2023»  Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үҙ эшен башланы.

Бөтә Рәсәй инвестиция форумы үҙ эшен башланы
Бөтә Рәсәй инвестиция форумы үҙ эшен башланы

Сибай ҡалаһында бишенсе «Урал аръяғы-2023»  Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үҙ эшен башланы.

Был форумға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән дәүләт учреждениелары вәкилдәре, бизнесмендар, инвесторҙар, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды.

Сара сиктәрендә секциялар һәм пленар ултырыштар ҡаралған, уларҙа экология, туризмды һәм  транспорт инфраструктураһын үҫтереү, заманса, уңайлы ҡала шарттары булдырыу кеүек мөһим мәсьәләләр ҡараласаҡ.

«Урал аръяғы-2023»  Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы форумда ҡатнашыусыларға инвестиция өлкәһендәге яңы технологиялар менән танышыу менән бер рәттән Башҡортостандың мәҙәни һәм гастрономия өлкәһен дә күрһәтәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в