+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Июнь 2023, 10:41

«Урал» иҡтисади зонаһы булдырыла

Башҡортостан республикаһы йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына «Урал» айырым иҡтисади зонаһын булдырыуға ғариза бирергә ниәтләй. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Урал»   иҡтисади зонаһы булдырыла
«Урал» иҡтисади зонаһы булдырыла

       Урал аръяғында  2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ойоштороласаҡ. Республикала ошо айырым иҡтисади зонаны булдырыу буйынса юл картаһы 2020 йылдың ноябрендә раҫланған. Уны тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡайһы бер ер участкаларын федераль милектән республиканыҡына күсереү, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр өсөн категорияны үҙгәртеү, БР Урман планына төҙәтмәләр индереү, экологик хәүефтәрҙе анализлау планлаштырыла.


     «Урал» махсус зонаһына инвестициялар күләме 20 миллиард һум тәшкил итеүе мөмкин.

 Был хаҡта Сибайҙа инвестиция һабантуйының «Глобаль үҙгәрештәрҙә яңы үҫеш мөмкинлектәре» пленар ултырышында республика Премьер-министры Андрей Назаров белдергән. Уның әйтеүенсә, бөгөнгө көнгә республиканың Әбйәлил, Белорет һәм Бөрйән райондарында махсус зонаның 19 потенциаль резиденты һәм уларҙың проекттарына 12 туристик урын билдәләнгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: